Белмәгән белер, белгәндән көлөр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Һынамыш
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тамырҙарыбыҙ тәрәндән барлана, киләсәгебеҙ бөгөндән башлана Башҡортостан
    Башҡорттар Рәсәй Федерацияһы составында: тарихы, бөгөнгөһө, перспективалары.
    Был конференцияны ойоштороу­сыларҙың береһе булып Башҡорт дәүләт университеты сығыш яһаны. Уның ректоры Әхәт Мостафин әйтеүенсә, сараның темаһы республика өсөн дә, ил өсөн дә актуаль. Башҡортостан менән Рәсәйҙең киләсәге, үҫеш юлдарын төрлө төбәктәрҙән йыйылған ғалимдар­ҙың берлектә ҡарау мөмкинлеге булыу үҙе үк әһәмиәтле.
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев та, конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республикалағы милләт-ара тотороҡлоҡ, һәр милләттең үҙ тамырҙарын өйрәнеү мөмкинлеге хаҡында әйтеп үтте, был мәсьәләлә йәмәғәт ойошмаларының ролен билдәләне. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – улар араһында иң әүҙемдәренең береһе. Ҡоролтайҙар башҡорттар йәшәгән һәр төбәктә эшләп килә, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә. Румил Аҙнабаев һүҙҙәренсә, май айында Сит илдәр­ҙә йәшәүсе ватандаштар эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығы менән Евросоюзда ла башҡорт ҡоролтайы төҙөү ҡаралған.
    Бөгөн үткәнен, тамырҙарын өйрәнеү, халҡының тарихына битараф булмау – һәр кемдең бурысы. Башҡорт халҡы тәрән тамырлы, бай тарихлы. Быға тиклем, советтар заманында милләтебеҙгә хатта, яҙыуы булмаған, үҫешмәгән ҡәүем, тигән ялған мөһөр тағылды. Дөрөҫ сағылдырылған тарихи сығанаҡтар­ҙы байҡаһаң, бының киреһен күрәһең. Ғәрәп тарихсылары ғына ла башҡорттарҙың бихисап ҡалаһы булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған. Бында һүҙ юғары цивилизациялы, үҫешкән ҡалалар хаҡында бара. Шундайҙарҙың береһе әлеге баш ҡала биләмәһендә урынлашҡан Башҡорт ҡалаһы булған. Был хаҡта конференция ҡунаҡтарына ентекле рәүештә тарих фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты Нияз Мәжитов һөйләне.
    Тағы ла башҡорт тарихына әйләнеп ҡайтҡанда, ихтилалдар тураһында һөйләмәү мөмкин түгел. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, юридик фәндәр докторы Рафаэль Зиннуров үҙенең «XVII – XVIII быуаттарҙағы башҡорт күтәрелештәре феномены» исемле докладында был темаға ентекле туҡталды. Уның һүҙҙәренсә, башҡорттар, Урыҫ дәүләтенә ҡушылып, егерме йыл үтер-үтмәҫтән, ихтилалға күтәрелгән. Әлбиттә, бының етди сәбәптәре булған. Ошо иҫәпкә ерҙе тартып алыу, көсләп суҡындырыу, аҫабалар биләмәһендә рөхсәтһеҙ заводтар төҙөү кеүек баш-баштаҡлыҡтар инә.
    Конференцияла Башҡортостан­дың үткән быуаттағы үҫеше, федерализм мәсьәләләре темаларына ла докладтар тыңланды. Өс секция ултырышы күҙаллан­ғайны. Бында шәжәрәләрҙең әһәмиәте, демография, ил төбәктәре башҡорттары, милли мәғариф һ.б. хаҡында сығыштар яңғыраны. Һуңынан, сараға йомғаҡ яһап, резолюция ҡабул ителде. Уға ярашлы, конференцияла ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә:
    – халыҡтар дуҫлығын нығытыу, Рәсәй төбәктәрендәге милләттәштәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәү, туған телде, мәҙәниәтте, ғаилә шәжәрәләрен өйрәнеү буйынса эштәрҙе киңерәк планда алып барырға;
    – милли мәктәптәрҙең ролен күтәреүгә, башҡорттарҙың ил кимәлендә техник һәм тәбиғәт фәндәре йүнәлеше буйынса уҡырға инеүенә, шәхестәребеҙҙең (шул иҫәптән ил төбәктәренән сыҡҡан) исемен мәңгеләштереү эштәрен дауам итеүгә, башҡорттарҙың милли тел, мәҙәниәт, рух үҙенсәлеген һаҡлауға, «Урал батыр» монументаль комплексын төҙөүгә булышлыҡ итергә;
    – Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан Миңлеғәле Шаймо­ратовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорарға.
    Фирҙәүес БӘШИРОВА, Татар­стан Республикаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
    – Ер йөҙөндә элек бер нисә миллион кеше тәшкил иткән башҡорттоң бөгөн ике миллионға ғына яҡын булыуының сәбәптәре бар. Шул иҫәпкә ғаилә һәм йәштәр проблемалары инә. Йәштәр өсөн Башҡортостанда күп нәмә эшләнә. Хәҙер йәш милләттәштәребеҙҙе сәнәғәт, иҡтисад өлкәһенә әүҙем йәлеп итеү мотлаҡ.
    Башҡортостанға килеп ингәс тә, «Макдоналдс», «Кола-кола» кеүек һатыу нөктәләренән башҡа, башҡорт айраны, ҡымыҙ, баллап сәй эсеү урындары, ҡорот, милли аш-һыу кафе-ресторандарын, вокзалдарҙа башҡорт көй-моңдары яҙҙырылған дискыларҙы, гәзит-журналдарҙы табып булмай. Эшҡыуарҙарыбыҙ күп түгел. Ә бит беҙҙең ҡулдан килә. Бер аҙ дәртләндереп, өйрәтеп ебәреү генә кәрәк.
    Милли аң бала әсә ҡарынында ятҡанда уҡ ген аша бирелә. Ул донъя­ға килгәс, шул аңды үҫтерергә, көсәйтергә, нығытырға ҡала. Был эштә ата-әсә, балалар баҡсаһы, мәктәп, йәмғиәт, хөкүмәт ҡатнаша – ҡайһыһы ниндәй маҡсат ҡуялыр? Уларҙың ҡайһыһының роле ҙурыраҡ? Ошо темаға даими һөйләшеүҙәр алып барылырға тейеш. Милли аңды күңелгә һеңдереү нигеҙе күптәрҙә юҡ тиерлек, ә башҡортта тулып ята: уның Уралы, эпостары, оҙон көйҙәре, ҡурайы, Салауаты, Вәлидийе, шәжәрәләре, Уралтауға уралған тәрән тарихы бар. Быларға таянмау мөмкин түгел. Ошоларҙы бәләкәйҙән йөрәгенә алып үҫкән бала бер ҡасан да, мин башҡорт түгел, тип әйтмәйәсәк.
    авторы: admin | 24 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ер – халыҡ байлығы
  • Ҡала шарттарында милләтте нисек һаҡларға?
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Силәбегә һалдыҡ рухи күпер
  • Эште әүҙемлештерегә кәрәк
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru