Батырға ла ял кәрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Телеңде йоторлоҡ
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Дайджест
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эште әүҙемлештерегә кәрәк Башҡортостан
    Билдәле булыуынса, быйыл III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк
    Донъяның төрлө төбәктәренән милләттәштәребеҙҙе бергә йыясаҡ мәртәбәле ҡор ентекле әҙерлек, башҡарылған эштәрҙе барлауҙы талап итә.
    II Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән резолюция ҡарарҙары нисек үтәлгән? Киләсәктә нимәләргә күберәк иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк? Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» башҡарма комитетының сираттағы ултырышында ҡоролтай комиссияларының эш һөҙөмтәләре, быйылғы йылға пландары, республиканың ҡайһы бер йәмәғәт ойошмаларын коллектив ағзалар итеп алыу мәсьәләһе ҡаралды.
    Йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, ҡоролтай ҡанаты аҫтына берләшһәк, эште ойоштороу еңелерәк булыр ине, тигән теләктәрен еткерҙе, үҙ эшмәкәрлегенә бәйле фекерҙәрен әйтте. «Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһы, «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге, Башҡорт йәштәре союзы, «Мәжит Ғафури – XXI быуат» йәмәғәт мәҙәниәт фонды, «Аҡмулла» Бәләбәй башҡорт йәмғиәте, «Аҡтамыр» башҡорт халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеү йәмәғәт ойошмаһы, «Табын» республика йәмәғәт берекмәһе ҡоролтайҙың ағзалары булараҡ ҡабул ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевтың сығышынан күренеүенсә, II Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлмәгәндәре лә байтаҡ. Мөһим сара алдынан комиссия етәкселәрен эштәрен әүҙемләштерергә саҡырҙы ул. Һаулыҡ, экология, ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия етәксеһе Марс Юлдашев Ғаиләгә социаль ярҙам йылында ҡоролтай исеменән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ирҙәрҙең репродуктив һаулығы мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференция үткәреү зарурлығы тураһында фекерен әйтте. Республикала был мәсьәләнең киҫкен тороуын, күп ирҙәрҙең импотенция, түлһеҙлек менән интегеүен, медицина белгестәренең ярҙамына мохтаж булыуын билдәләне. «Ғаиләгә социаль ярҙам йылында беҙ был проблеманы күтәрергә, хөкүмәткә үҙ теләктәребеҙҙе еткерергә тейешбеҙ», – тине ул.
    Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Иршат Аҫылғужин милләттәштәребеҙҙе эшҡыуарлыҡҡа күберәк йәлеп итеү мәсьәләһенә лә туҡталды.
    Башҡарма комитет эргәһендәге Йәштәр советы етәксеһе Тимур Лоҡманов үҙенең сығышында ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашыуҙа, башҡорт йәштәрен бергә туплауҙа айырыуса Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы йәштәренең әүҙемлеген телгә алды. Йәш лидерҙар әҙерләү маҡсатында йәштәр комиссияһының Өфөләге башҡорт мәктәптәрендә мастер-кластар үткәреүҙе дауам итәсәген белдерҙе. Баш ҡалала әлегәсә башҡорт йәштәре өсөн күңел асыу урындары юҡ. Уларҙың ялын файҙалы үткәреү өсөн Милли-мәҙәни йәштәр үҙәге булдырыу – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ҡоролтай ағзалары бер тауыштан был проблеманы ла хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәклеген телгә алды.
    2007 йылдың 3 ғинуарынан РФ Президенты «Мәғариф тураһында» Законға үҙгәрештәр индергәйне. Унда төбәктәрҙә «Крайҙы өйрәнеү», «Тыуған яҡ тарихын өйрәнеү» предметтарын уҡыу программаһынан алыу тураһында әйтелә. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Бөтә донъя татар конгресы менән берлектә Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе һәм Башҡортостан Республикаһында һәм Татарстан Республикаһында милли мәктәптәрҙе һаҡлауға өндәп яҙылған мөрәжәғәт әҙерләгән. Ултырышта ҡатнашыусылар был документты РФ Президентына ебәреүҙе хупланы, үҙ фекерҙәрен әйтте.
    З. ХӘСӘНОВА.
    авторы: админ | 19 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңел зарын хәл итһен Ҡоролтай
  • Ҡоролтай, үткән йылды йомғаҡлап, яңы ...
  • Силәбегә һалдыҡ рухи күпер
  • КӨН ҠАҘАҒЫНДА –ХАЛЫҠ СӘЛӘМӘ ...
  • Эшләйһе лә әле әшләйһе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru