Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған дау алыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Еләк һатығыҙ
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гөрләп үтте йәштәр байрамы Башҡортостан
    Бөрйән районы – Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе. Ул үҙенең хозур тәбиғәте, бейек тауҙары, тарихи ҡомартҡыларға бай булыуы менән генә дан тотоп ҡалмай, ә халҡыбыҙ ижадының иң аҫыл өлгөләренең тарихы ла тап уға барып тоташа. «Урал батыр» эпосының тыуған иле булараҡ киң билдәле был ерҙәр бынан меңәрләгән йылдар элек Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең, уларҙың улдары Урал менән Шүлгәндең тыуған төйәге булған. Шүлгәнташ мәмерйәһе, үҙенең сылтырап аҡҡан таҙа һыулы йылғалары, ҡунаҡсыл халҡы менән Бөрйән районы йыл һайын үҙенең ерендә меңәрләгән ҡунаҡты һәм туристы ҡаршы ала.
    Ошо көндәрҙә Бөрйәндең «Морат-туғай» тип аталған ерендә Бөтә Рәсәй көнөнә арналған йәштәр байрамы үтте. Сарала республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Фәтих Ҡаҙаҡбаев, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ирек Зарипов һәм башҡалар ҡатнашты.
    «Йәштәр Башҡортостаныбыҙ халҡының дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Улар бик ҙур һәләткә эйә. Йәштәр белемгә, кәрәкле һөнәргә эйә булырға ынтыла, спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Күптәр һау-сәләмәт тормош алып бара һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы итеп ял да итә белә. Бөгөнгө байрам – бының дәлиле», – тине үҙ сығышында Мортаза Гөбәйҙулла улы.
    Гөрләп үтте йәштәр байрамы
    Сараның төп ваҡиғаларының береһе булып йәш ғаиләләргә бала тыуыуға сертификат тапшырыу тантанаһы торҙо. Республиканың көньяҡ райондарында йәшәгән 12 ғаилә торлаҡ хаҡының бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия алды. Ейәнсура районынан Хәмитовтар ғаиләһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, был – улар өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға. Хөкүмәттең ярҙамы йәш ғаиләгә бөгөн бәхетле, татыу, матур итеп йәшәргә булышлыҡ итә.
    Әйткәндәй, һуңғы ете йыл эсендә республикабыҙҙа ун меңдән ашыу йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам алған. Быйыл ғына 224 ғаиләгә 35 миллион һумдан суммаға субсидия бирелгән.
    Гөрләп үтте йәштәр байрамы
    Байрамға Сибай дәүләт академияһының бейеү ансамбле һәм Бөрйән районының балалар коллективтары, «Ирәндек» студенттар төҙөлөш отрядының, «Бергә» төбәк йәштәр хәрәкәтенең сығыштары йәм өҫтәне. Шулай уҡ сарала «Голубые молнии» хәрби-патриотик клубының курсанттары һәм «Черный дракон» үҫмерҙәр клубының тәрбиәләнеүселәре, башҡорт эстрадаһының йәш йырсылары сығыш яһаны.
    Сара барышында республика башлығы һәм байрамда ҡатнашыусылар яңыраҡ төҙөлгән «Морат-туғай» туристар базаһында булды. Бында әлеге ваҡытта бер нисә коттедж, кафе, түбәһе ҡапланған пирс, автотораҡтар һәм мунсалар әҙер. Барлығы 22 бинаның 14-те әлеге ваҡытта төҙөлөп бөтөп килә. Базаны төҙөү быйыл май айында башланған һәм уны өсөнсө кварталда тамамлау планлаштырылған.
    Гөрләп үтте йәштәр байрамы
    «Туризм Бөрйән районы өсөн ят күренеш түгел. Шүлгәнташ мәмер­йәһен күреү теләге менән бында ер шарының бөтә төбәктәренән туристар килә. Бөгөн республика Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән Бөрйән районында туризм индустрияһын үҫтереү буйынса программабыҙҙың ысынбарлыҡта тормошҡа ашыуына барыбыҙ ҙа шаһитбыҙ. Сәйәхәтселәргә ял итеп китеү өсөн заманса туҡталҡаларҙың сафҡа инеүе эске туризмды үҫтереүгә нигеҙ ташы булып тора», – тине үҙ сығышында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ирек Фәсхетдин улы.
    Беҙҙең төбәк әүҙем ял һәм туризм өсөн бик уңайлы. Республика территорияһында йыл һайын 200 меңгә тиклем турист хеҙмәтләндерелә. Быйыл улар өсөн махсуслаштырылған туҡтал­ҡалар барлыҡҡа килә, яңы маршруттар ойошторола. Әле күптән түгел генә Бөрйән ра­йонының Байназар ауылы эргәһендә – Оло Ҡужан һәм Ишдәүләт ауылы ерҙәрендә турист туҡталҡалары асылды. Киләһе йылдарҙа Ағиҙел йылғаһы буйында ғына тағы ла ошондай 16 туристик комплекс булдырыу ҡаралған.

    Самат ҠОТЛОЕВ.
    АВТОР фотолары.
    авторы: Нур | 29 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ял итәйек Бөрйәндә!
  • Туризм үҫешәсәк
  • Республикала туристик индустрия киң үҫеш ала
  • ҠЫРАҒАЙ ТУРИЗМҒА – «ЮҠ!»
  • «Урал батыр» эпосы геройҙарының эҙҙәре буйлап
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru