Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «БАР КӨСӨН БАШҠОРТОСТАНДЫ ҮҪТЕРЕҮГӘ АРНАЯСАҠ» Башҡортостан
    Алдынғы ҡарашлы пенсионер

    Дүшәмбелә Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайланған Рөстәм Хәмитовтың рәсми биографияһында уның тыуған ауылы Кемерово өлкәһе Ленинск-Кузнецк районының Драченино ауылы күрһә­телһә лә, ул Башҡортостанда, йәғни Балтас районының Штәнде ауылында үҫкән. Әле был ауылда уның әсәһе – 77 йәшлек Рәйсә Синиәтулла ҡыҙы Хәмитова йәшәй. Мәктәптә математиканан уҡытҡан, хәҙер хаҡлы ялда. Йәйен ауылда үткәрһә, ҡышын Өфөләге фатирында ҡышлай.
    Рәйсә апай – алдынғы ҡарашлы пенсионер. Һәр яңылыҡты уҡып-ҡарап, интернеттан көн торошон күҙәтеп бара, балалары һәм ейәндәре менән скайп аша аралаша.
    Улының тормошо үҙгәререн алдан һиҙгән
    «БАР КӨСӨН БАШҠОРТОСТАНДЫ ҮҪТЕРЕҮГӘ АРНАЯСАҠ»
    Әсә күңеле һиҙгер – Рәйсә апай улының тормошонда ҙур үҙгәреш булырын алдан белгән. Радио-телевидениенан яңылыҡтарҙа ишеткәс, ил башлығы булыуҙың ауыр ҙа, яуаплы ла икәнен белгәнлектән, балаһы өсөн ҡурҡа төшкән. Быға тиклем ай һайын тип әйтерлек ҡайтып йөрөгән улының ауылды, ауыл тормошон, ҡурай еләген яратыуын белгән әсә, яңыраҡ шылтыратып, ҡурай еләге бешеүе тураһында әйткәс, улы: «Ҡайта алмаҫмын инде хәҙер», – тигән.
    Әсәнең әле улы менән телефондан булһа ла аралашҡаны юҡ. Хәйер, ул, беренсенән, әлегә ҡайҙа шылтыратырға ла белмәй, икенсенән, улын борсорға теләмәй.

    Президенттың ҡустыһы шофер булып эшләй

    Рөстәм Зәки улының атаһы Зәки Сәлим улын 1952 йылда, тау институтын тамамлағас, Кемерово өлкәһенә шахтаға эшкә ебәрәләр. Унда өс ай эшләгәс, сиҙәм күтәрергә киткән, ә Рәйсә апай уның артынан эйәргән. Бәләкәй генә ауыл өйөндә улар биш йыл йәшәгән – шунда ике балалары тыуған. Аҙаҡ Хәмитовтар Башҡортостанға – Балтасҡа кире ҡайтып, ауылда өс йыл йәшәгән. Ғаилә башлығы ауыл хужалығында механик, инженер булып эшләгән. Аспирантура тамамлағандан һуң уҡытыу менән булған.
    Рөстәм Зәки улының ҡустыһы Рәшит Өфөлә йәшәй һәм шофер булып эшләй. Башҡа берәй эшкә урынлашыу тураһында ишеткеһе лә килмәй.

    Студент телеграммалары

    Рөстәм Зәки улы үҫмер йылдарында океанография институтына уҡырға инергә хыялланған, әммә әсәһе был теләгенә ҡырҡа ҡаршы килгән. Ә атаһының һүҙе бер булған: «Бауман училищеһына бараһың!» Имти­хан­дарын уңышлы тапшырып, шунда уҡый башлаған. Һәр имтиханы һайын телеграмма ебәреп торған. Рәйсә апай уларҙы ҡәҙерләп һаҡлай.

    Сәйәси карьераһының башы

    Диплом алғас, Рөстәм Зәки улы Өфө моторҙар эшләү прозводство берекмәһенә эшкә барған. Ике йыл цехта эшләгән. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Мортаза Рәхи­мов командаһында депутат итеп һайланған, экология буйынса комиссияны етәкләгән. Сәйәси карьераһы тап ошо мәлдә башланған да инде.
    Мәскәүҙә эшләй башлағас, әсәһен үҙенә саҡыра, әммә Рәйсә апайҙың ауылын ташлап киткеһе килмәй. Рөстәме лә ауылға йыш ҡайтып йөрөй. Бер ҡайтыуында улы ауыл балаларының мәктәпкә бысраҡҡа батып йөрөүен күргәс, йәлләй. Аҙаҡ шул юлға асфальт түшәтә. Ауыл халҡы һаман да уға рәхмәттәрен уҡый.

    Бар көсөн республиканың сәскә атыуына бағышлаясаҡ

    Рәйсә апай улының тыуған ерен яратыуы, уның тормошон, иҡтисадын эстән белеүе, бар көсөн Башҡортостандың сәскә атыуына бағышлаясағы тураһында бәйән итте.
    – Ул бик талапсан. Эш буйынса ғына түгел, ғаиләһендә лә, туғандары һәм хатта миңә ҡарата ла, – тип йылмая әсә. – Икенсе киленем уға, белгәндәй: «Рөстәм, һин беҙҙең ғаиләнең президенты», – ти торғайны. Йондоҙнамәһе буйынса ул Арыҫлан бит.
    Әйткәндәй, Рөстәм Зәки улы ҡатыны Гөлшат менән тыуғандан тип әйтерлек таныш – атайҙары мәктәп йылдарынан уҡ дуҫ булған. Уларҙың ике балаһы – улдары Камил һәм ҡыҙҙары Нурия быйыл Мәскәүҙә юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләй башлаған.

    (Мәҡәлә «КП» гәзите материалдарына
    таянып әҙерләнде).
    авторы: Нур | 20 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Бөтә уй-ғәмәлдәремде республика именле ...
  • Ҙур тормош һынауҙары үткән Артур Ҡансур ...
  • Апайыма хат
  • Оло йөрәкле кешеләр
  • Бәхете – тыуған ерендә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru