Башы нисек - ахыры шулай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Рәсәй көнө менән!
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йүнселдәр йүнен күрә Башҡортостан
    Учалы районының Аҡҡужа ауылында йәшәүсе Әлфиә һәм Зәки Абдуллиндар – ныҡлы крәҫтиән хужалығын булдырған егәрлеләр. Ике ат, дүртешәр һыйыр, башмаҡ һәм быҙау, ихата тултырып һарыҡ-кәзә, ҡаҙ-тауыҡ аҫрау еңел түгел – ҡара таңдан ярты төнгәсә алһыҙ-ялһыҙ эшләргә лә эшләргә кәрәк. Зарланырға ваҡыттары ла юҡ, баш баҫып ҡош-ҡорт, мал-тыуарҙы ҡарап, көндәре төндәргә ялғана. Икеһенә һигеҙ тиҫтәнән ашыу педагогик стажы булған Абдуллиндар бала саҡтан ауыр крәҫтиән эшенә күнегеп үҫкәнгә, бер ҡасан малдан айырылмаған, һәр ваҡыт ике-өс һыйыр тотҡан. Нисек итеп мәктәп эшенә лә, донъя көтөргә лә, бала бағырға ла өлгөргәндәрҙер – хайран ҡалырһың.

    – Хеҙмәт һөйһәң, донъя алға бара инде ул. Мине биш-алты йәштән күбә тарттырырға ҡушып ҡуйҙылар, хатта бесән башына менеп, йәшенеп тә ҡарай инем, барыбер табып, атты тоттороп ҡуя торғайнылар, – тип бала сағын иҫләп, йылмайҙы ғаилә башлығы.


    Йүнселдәр  йүнен күрә Егәрленең ҡулы етәү: әле лә, пенсиялабыҙ, тип тормай, егерме сутый картуф, биш сутый мал сөгөлдөрө үҫтерәләр, баҡса тулып емеш-еләк, йәшелсә өлгөргән. Ғаилә ҡорғандан алып, бер-береһенә һалышмай, һәр саҡ бергә берҙәм йөктө тартҡанға тормоштары ла етеш, донъялары сынъяһау.
    – Хеҙмәт һөйһәң, донъя алға бара инде ул. Мине биш-алты йәштән күбә тарттырырға ҡушып ҡуйҙылар, хатта бесән башына менеп, йәшенеп тә ҡарай инем, барыбер табып, атты тоттороп ҡуя торғайнылар, – тип бала сағын иҫләп, йыл­майҙы ғаилә башлығы. – Шунан бирле тик торған бер көн булманы, буғай.
    – Ә беҙҙең атай һуғыштан ғәрипләнеп, ҡулһыҙ ҡайтты, – һәр татыу ғаиләләге кеүек, ҡатыны иренә ҡушылды. – Ете бала үҫтек ғаиләлә, йәй буйына бесән эшләр ҙә, аҡса булһын тип, шуны һатыр инек... Беҙҙең быуындың бала сағы ауыр заманға тура килде, етешлектә, рәхәтлектә, еңеллектә үтмәне. Уның ҡарауы, эш рәтен, тир тәмен, икмәк ҡәҙерен белеп үҫтек.
    Быйылғы ҡоролоҡ уларҙың да пландарын боҙған, тик бәкәлдәренә үк һуҡмаған, сөнки былтырҙан бесәндәре ҡалған. Шулай ҙа, мал һанын кәметмәҫ өсөн, Зәки Хәйбулла улы Уралда мал аҙығы әҙерләүҙе хәстәрләй.
    – Беҙ былтыр ҙа шунда ағай-эне менән бергә, кеше яллап, егерме көн эсендә ун алты кәбән ултыртҡайныҡ, – тип аңлатты хаҡлы ялдағы уҡытыу­сы, – быйыл да ун гектар ерҙән үлән сабырға урман хужалығынан рөхсәт ҡағыҙы алдыҡ. Малға ҡышҡылыҡҡа етерлек бесән эшләрбеҙ, тип өмөтләнәбеҙ.
    – Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, – тип ирен ҡеүәтләне Әлфиә Борхан ҡыҙы, – ауыл халҡының бар ҡарап торғаны мал бит, шуға ла бесән әҙерләү – әлеге ваҡытта барыһы өсөн дә иң төп мәсьәлә.
    Йәштәр урамында иң беренсе булып йорт һалып сыҡҡан Абдуллиндар хәҙер ошо арала иң ололары иҫәпләнә, эргә-тирәләрендә, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк һымаҡ, йәштәр дәррәү өй күтәргән. Улар ҙа Хоҙайға ышанып, ҡоролоҡҡа үпкәләп ятмай, бесәнгә төшкән – әлеге ваҡытта мал һуйыу табышһыҙ.
    ... Зәки ағай менән Әлфиә апайҙың елдәй етеҙ, уттай ҡыҙҙары Зөлфиә көн һайын тиерлек ҡаланан ауылға ҡайтып йөрөй. Дүрт стенаға ҡарап ултырғансы, бында эш менән булыуың мең артыҡ, тип раҫлаған өлгөр йәш ҡатын еңел машина ғына түгел, атаһының тракторын да «йүгәнләгән» – бер эштән дә ҡурҡмай, белдекле, йүнсел тотона. Кескәй Руслан менән Азалия ла ҡул араһына ингән, өләсәй-олатай өсөн уларҙың тауыҡтарға ем һибеп, ҡарағат сүпләшеп, көтөүҙән мал алып ҡайтыуын күреүҙән дә олораҡ бәхет юҡ. Сөнки ейәндәрендә үҙҙәренең өлөшөнә эләкмәгән бала саҡтың бәхетле сағылышын күрәләр. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә.

    Б. ШӘРИПОВА.
    авторы: admin | 13 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Баймаҡтар ҡыйғыла нимә тапҡан?
  • Бәхет тәхете
  • Тормош ҡосағында...
  • Тырышһаң, барыһы ла була
  • Икегеҙ ҙә пар килгәнһегеҙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru