Күмәк ҡулға эш түҙмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • АЙ-ҺАЙ, АУЫР МАЛ АҪРАУЫ... Башҡортостан
    Тере килеш һатылған малдың хаҡы күпме булырға тейеш?


    Илшат Сәхәүетдинов, «Башплем­сервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры:
    – Беҙҙең ойошма республиканың ҡоролоҡтан ҙур зыян күргән райондарында тере малды килограмын 55 һум менән йыя. Был инде ошо уҡ малды итләтә килограмын 110 һумға алыуға тиң. Халыҡ, хужалыҡтар малдарын килтереп үлсәтә, кәрәкле документтарҙы тултыра ла, эше лә бөтә. Ике-өс көн эсендә мал һатҡан өсөн аҡса уларҙың иҫәбенә күсерелә.
    Ҡоролоҡ арҡаһында бөлгән хужалыҡтарҙан тере малдың килограмын 35 – 40 һум менән йыйыусылар ҙа булды, шуға ла 55 һум – оптималь хаҡ, тип билдәләр инем. Баш ҡаланан ситтә ятҡан көньяҡ райондар хужалыҡтарында хәлдәр ҡатмарлы. Улар малдың килограмын 55 һум менән тапшырһа, ота ғына. Малды дәүләт предприятиеһына һатыу уңайлы – алданмайһың, аҡсаһы ла шундуҡ күсерелә.



    Рәлис Ураҙғолов, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында күп кенә баш эре мал аҫрап йәшәй:
    – Минеңсә, тере малды килограмлап үлсәп һатыу шәхси хужалыҡтар өсөн ҡулай түгел, был ҙурыраҡ хужалыҡтар өсөн уңайлы. 50 – 55 һум – бигерәк арзан хаҡ! Мал аҫрау еңел кәсеп түгел, бесәне лә, һаламы ла ҡиммәт. Хаҡты дөйөмләштереп кенә билдәләүе лә ауыр, хаҡ билдәләнгән ваҡытта сауҙа барған урындың үҙенсәлектәре лә, малдың көрлөгө лә күҙ уңында тотола. Малды аҫрарға алыусылар – бер төрлө, ит комбинатынан килеүселәрҙең икенсе төрлө хаҡ ҡуйыуы ихтимал. Ашаған белмәй – тураған белә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Беҙ бесәнде апаруҡ әҙерләй алдыҡ, шуға ла малды «юҡ ҡына» хаҡҡа һатырға йыйынмайбыҙ.
    Ҡырмыҫҡалыла һыйыр 25 – 30 мең һум тирәһе тора, ә инде биш айлыҡ быҙауҙы 10 мең һумға алыр­ға мөмкин. Мин яңыраҡ бер баш малымды һуйып һаттым, иттең килограмын 145 һум итеп билдәләнек. Шулай ҙа быйыл ҡоролоҡ арҡаһында иткә, тере малға хаҡ бер аҙ төштө. Тик шуныһы – күмәртәләп алыусылар хаҡты кәметһә лә, баҙарҙа иттең хаҡы саҡ ҡына ла төшмәне.


    Әлмирә Солтанова, баш ҡалала визажист булып эшләй:
    – Бер ҙа аңлашылмай әле был хәл – баҙарҙа иттең хаҡы ҡиммәт, ә малды аҫраусылар: «Итте арзанға алалар!» – тип зарлана. Проб­ле­ма алыпһатарҙарҙың мутлығындалыр инде. Мин ғүмеремдә лә ауылда мал аҫрап йәшәмәнем, шулай ҙа баҙарҙан итте килограмын 100 һумға алырға теләр инем. Ә ниңә, арзан түгел дә инде! Малды ашатыу өсөн бесән бушлай үҫә, быҙауҙар ҙа ҡураларҙа тәбиғи юл менән барлыҡҡа килә. Уйлап ҡараһаң, хужалар малды үҫтереү өсөн әллә ни аҡса сарыф итмәй. Шулай булғас, ит ни өсөн ҡиммәт булырға тейеш әле...

    Земфира Ҡолмөхәмәтова, шәхси ҡураһында яңғыҙы ғына мал аҫрай:
    – Малды һатыу – бик мәшәҡәтле эш. Һа­тып алыусы уны аҫрау өсөн тере килеш кенә алып китһә – ни әйттең дә бит! Тик күпселек ос­раҡта малды иткә әйләндереп һатырға тура килә. Бының өсөн 4 – 5 кешене мал һуйыр­ға саҡыраһың, ә улар һиңә бушҡа эшләйме ни? Алдан уҡ әллә күпме аҡсаң сыға.
    Быйыл бесән юҡ тип әйтергә була. Шуға ла нисә һумға алһалар – шул хаҡҡа һатырға әҙер­­мен, малҡайҙарым ябыға ла башланы, ятып ҡына үләләр инде! Мал-тыуарҙы үҙемдең көс менән һуйып, баҙарҙа һатып торорға ла, хаҡтар күтәрелгәнен көтөп ятырға ла мөмкинлегем юҡ. Һыйырымды берәйһе аҫрар өсөн алһа, һәйбәт булыр ине – бигерәк һөтлө.
    Мал аҙығын ситтән һатып алыу ҙа минең өсөн ауыр хәл – аҡсам юҡ. Етмәһә, баламды уҡырға ебәреү өсөн мал һатып ҡына аҡса эшләү юлы бар.
    Шулай ҙа итте килоһын 100 һумдан да кәмгә һатырға тура килмәһен ине.
    авторы: admin | 15 октября 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көньяҡ Уралда ҡоролоҡҡа ҡаршы көр ...
  • Малды һуймай ғына һатырға булла
  • Ҡоролоҡҡа ҡаршы – берҙәмлек!
  • Бесән әҙерләп ҡалығыҙ!
  • Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru