Биште эшләгәнсе, берҙе еренә еткереп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Президент шыршыһында 780 бала ҡатнашты Башҡортостан
    Бөтә республиканан саҡырыл­ған уҡыу алдынғылары һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар өсөн Президент шыршыһы быйыл «Башҡортос­тан» дәүләт концерт залында үтте.
    Баш ҡалаға күңелле байрамға килеүсе 800-гә яҡын уҡыусының кемеһе уҡыуҙа, кемеһе спорт ярыштарында, бейеү һәм йыр конкурстарында, кемеһе олимпиада һәм фестивалдәрҙә уңышҡа өлгәшкән. Шулай уҡ «Мәрхәмәт» хәйриә ойошмаһы саҡырыуы буйынса килеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр бар ине.
    Тантанала ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алды. Дәүләт концерт залы фо­йеһында улар әкиәт персонаждары менән күңел асты. Байрамса кейенгән балалар шыршы тирәләй әйләнде, шиғыр һөйләне, йырланы, бейене.
    Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов уҡыусыларҙы Башҡор­тостан Президенты исеменән етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Ул, төбәгебеҙҙең иң-иң яҡшы балалары йыйылған сараның бик әһәмиәтле булыуын, өлкәндәр­ҙең уны мөмкин тиклем сағыуыраҡ әҙерләргә тырышыуын билдәләп, республикала балалар өсөн күп нәмә эшләнеүен, артабан да шулай дауам итәсәген белдерҙе.
    Балалар «Тылсымлы мәрйен» тигән музыкаль әкиәт тә ҡараны, бүләктәр алып ҡыуанды. Уларға Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабын тапшырыу ҙа юҡҡа түгелдер. Һәр бала өй йәме булыр­ға хоҡуҡлы. Йәнә лә китап уҡып үҫеү балаларҙың күңел байлығын, тормошҡа ҡарашын киңәйтә.
    Әйткәндәй, Президент шыршыһы яңыртылған «Нефтсе» мәҙәниәт һарайындағы тәүге ҙур сара булды.
    авторы: admin | 7 января 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Таҡмаҡтар
  • Таҡмаҡтар
  • Яҡты хыялдар тормошҡа ашҡанда
  • Президент шыршыһы 23 декабрҙә үтәсәк
  • Яңы йыл килә еремә!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru