Башта уйла, унан эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенә – 25 йыл Башҡортостан
    Сирек быуат элек, башҡорт халҡының үҙаңы уянған осорҙа, төҙөлгән тәүге ижтимағи-сәйәси йүнәлештәге ойошма үҙ янына алдынғы ҡарашлы зыялыларыбыҙҙы туплап, киң ҡатлам халыҡты артынан эйәртә алды. 1989 йылдың 17 декабрендә барлыҡҡа килгәйне ул. СССР тарҡалып, тотош ил шаңҡып ҡалған мәлдә тап “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге халҡыбыҙ өсөн тарихи ҡарарҙар тәҡдим итте, уларҙы тәүәккәл ғәмәлгә ашырҙы. Суверенитет яулауҙа һәм республиканың үҙаллылығын нығытыуҙа ҙур роль уйнаған абруйлы ойошма фекеренә төбәк етәкселеге һәр саҡ ҡолаҡ һалды, мөһим һәм киҫкен ваҡытта уға таянды.
    Әлеге һәр яҡлап ҡатмарлы булған заманда ла “Урал” үҙәге асылын үҙгәртмәй – Башҡортостаныбыҙҙың дәүләтселеген яҡлауҙан ситләшмәй, йылдан-йыл республиканың ерен, тәбиғи байлыҡтарын һәм ҡомартҡыларын ҡурсалау буйынса төрлө саралар үткәрә.
    “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең юбилей кисәһе йыр-моңдан ғына тормаясаҡ. Сараның пленар өлөшөндә башҡорт халҡының үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтары, бөтә көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ, ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
    Йыйында шулай уҡ 25 йыллығын билдәләгән “Аҡбуҙат” башҡорт ижтимағи ойошмаһы (Салауат ҡалаһы) һәм “түңәрәк” датаһын билдәләргә әҙерләнгән “Аҡ тирмә” республика милли мәҙәни үҙәгенең ҡатнашыуы ла көтөлә.
    Ойошманың 25 йыллыҡ юбилейы республика етәкселеге күрһәтмәһе буйынса Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 30 ғинуарҙа (көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана) үткәреләсәк.

    Т. АМАНОВ.
    авторы: admin | 26 января 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тоҡандырыусы, әйҙәүсе, уятыусы ла
  • Йәштәр йәмәғәт ойошмаларының 90 й ...
  • «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге йыйынға ...
  • Халыҡ рухы, халыҡ ихтыяры
  • Өс быуаттан ашыу дуҫ һәм татыу
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru