Итексенең итеге булмаҫ, балтасының ишеге булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Бәхетле инәй
  • Хорау-яуап
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ишембай – республика өсөн мөһим ҡала Башҡортостан
    Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ул иң беренсе сиратта нефть төбәге булараҡ күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, һоҡланғыс тәбиғәте менән уңған халҡы ла һуңғы рәттә тормай, ә шәхестәре иһә тарихҡа онотолмаҫ эштәре менән яҙып ҡуйылған.
    Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Ишембайға сәфәрендә байрам тантанаһында булды, урындағы предприятиеларҙың эше менән танышты һәм хаҡтар торошон баһаланы.
    Хаҡ тигәндән, Рөстәм Хәмитов ҡаланың бер шәхси дарыуханаһына инеп сыҡты. Уның мөдире һүҙҙәренсә, медикаменттарға хаҡ үҙәкләштерелгән рәүештә билдәләнә, шуға ла урындарҙа уға бер нисек тә йоғонто яһау мөмкин түгел. Дөйөм алғанда, дарыу дефициты юҡ. Башҡортостан Башлығы, үҙ сиратында, дарыуханалар селтәре етәкселегенә, халыҡтың хәле тураһында белдереп, хаҡтарҙы ҡапыл күтәрмәҫкә, тигән тәҡдимен еткерергә ҡушты.
    “Магнит” гипермаркетына ингәнендә Рөстәм Хәмитов ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк итеүенә ҡәнәғәт булмауын әйтте. Мәҫәлән, ит Мари Иленән алын­ған, ә йомортҡа – Төмәндән. Шул уҡ ваҡытта был ризыҡтар үҙебеҙҙә лә күп.
    Халыҡ менән һөйләшкәндә төбәк Башлығына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияларында буталсыҡ килеп тыуыуы хаҡында еткерҙеләр. Урындағы етәкселек тиҙҙән, моғайын, был хәлде яйлар.
    Рөстәм Хәмитов Ишембайҙың 75 йыллығы уңайынан үткәрелгән тантанала сығыш яһағанда, ҡаланың төп һәм үҫешкә өмөтлө предприятиелары эшмәкәрлегенә туҡталды. “Ишембайнефть” йәмғиәте оло, абруйлы предприятие булараҡ телгә алынды. Катализатор заводына ҙур өмөттәр бағланыуы билдәләнде. Бында етештерелгән продукция сит илдекенән бер ҙә ҡалышмай. Эшсәндәре Америка катализаторҙарын баҙарҙан бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарырға ла әҙер.
    “Инман” – бик үҙенсәлекле пред­приятие. Ул – Рәсәйҙә бер­ҙән-бер гидроманипуляторҙар сығарыусы. “Витязь” компанияһының эше лә иғтибар үҙәгендә. Тиҙҙән “Ишсталь” тигән ҡорос прокаты заводы төҙөләсәк. Уның проекты әҙер, 850 самаһы эш урыны булдырыу күҙаллана.
    Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Рөстәм Хәмитов ойоҡ һәм трикотаж фабрикаларына ярҙам итергә кәрәклеген белдерҙе. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән предприятие тулы ҡеүәтендә ҡалырға тейеш.
    Яңы бала табыу йорто төҙөлөшөнә бәйле мәсьәләне лә республика етәкселеге иғтибар үҙәгендә тота. Тик проект бик ҡиммәт. Уны мөмкин булғанса арзанайтыу тураһында уйларға кәрәк.
    Ҡала байрамы уңайынан Ишембайҙың бер төркөм уңғанына төрлө кимәлдәге наградалар ҙа тапшырылды. Улар араһында Ишембай район-ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева, Ишәй амбулаторияһы фельдшеры Зөлфиә Ғөбәй­ҙуллина, “Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы” йәмғиәте тегенсеһе Зимфера Яхина кеүек хеҙмәтсәндәр бар.
    авторы: admin | 6 февраля 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Стәрлебашта төбәк иҡтисадына тос өлөш и ...
  • Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмә ...
  • Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмә ...
  • Ишембай ҡалаһы
  • Ишембай районында үҙгәрештәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru