Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Ай башы - июль
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Берәү ҙә аҡса тәҡдим итмәне Башҡортостан
    Берәү ҙә аҡса тәҡдим итмәне йәки «Гаишник»тың икмәге тәмлеме?

    Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, ти халыҡ мәҡәле. Юл хәрәкәтен көйләп, тәүлектәр буйына водителдәрҙе тәрбиәләргә тырышҡан дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хаҡында көләмәстәр һөйләмәгән кеше һирәк. Автоинспекторҙар, үҙ сиратында, ҡайһы бер водителдәрҙе ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауҙа ғәйепләй. Ҡыҫҡаһы, юлдарҙа аңлашылмаусанлыҡтар етерлек. Шуға ла, авариялар йылдан-йыл кәмеүгә табан барһа ла, бөтөнләй үк бөтмәй.

    Йөҙ тапҡыр һөйләгәнсе, бер тапҡыр барып күреү яҡшыраҡ икәнлеген беләбеҙ. Бер көн генә булһа ла автоинспектор «тиреһенә» инеп ҡарау теләге менән баш ҡала урамы сатына сығып торорға булдым. «Стажер» булған көнөмдөң тура килеүен әйт әле – радионан кисен үк көслө буран сығасағын хәбәр иттеләр, республика буйынса шторм хаҡында иҫкәртеү булды! Мин хатта: «Ә, бәлки, бындай көндә йәлләрҙәр, планлаштырылған сара икенсе көнгә күсерелер», – тип хыялланып та алдым. Тик юҡҡа ғына – автоинспекторҙар көн дә эшләй, бурандарҙа юлдарҙа проблемалар ҙа уғата күбәйеп китә... Ҡыҫҡаһы, күҙ асҡыһыҙ буранда Өфө урамдарында «тәртип урынлаштырырға» йыйына башланым.

    Винур Миңлеғоловтың дәлилдәренә ҡаршы килеп

    «Гаишник»тарҙың махсус формаһын кейеп алғас, күңелгә йылы ингәндәй булды. Ул шул тиклем ҡалын икән! Бүрек тә ярайһы ғына. Йәл, махсус быймалар бүленмәй... Миңә «ярҙам»ға өс «гаишник»ты – взвод командирының урынбаҫары, милицияның өлкән лейтенанты Салауат Дауытовты, административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор Евгений Копейкинды һәм юл-патруль хеҙмәте инспекторы, милиция лейтенанты Винур Миңлеғоловты беркеттеләр. Улар мине ел үтмәҫлек итеп кейенергә, юлда машина тапап китмәҫлек итеп дөрөҫ торорға ла өйрәтте. Ҡыҫҡаһы, «напарник»тарымдан уңдым – уныһын алдан уҡ әйтеп ҡуям. Ә бит өсөһө лә, төнө буйы эшләп, өс сәғәт кенә серем иткәндән һуң эшкә сыҡты. Әйткәндәй, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары тәүлегенә кәмендә 10 – 12 сәғәт эшләй. Байрам да, оҙайлы ял да юҡ. Шулай ҙа, аҙыраҡ күңелле булһын тип, тыуған көндәрендә ял һорай алалар икән, ә байрамыңдың икенсе көнөнә таң һарыһынан эшкә – хәтәр!
    Шулай итеп, буранда ла өшөмәҫлек «обмундирование» менән баш ҡаланың «Баш-ҡортостан» сауҙа комплексы эргәһенә сығып баҫтыҡ. Кейем менән проблема булманы. Бынан шундай һығымта яһап ҡуйҙым – «гаишник»тар өшөп йөрөмәй.
    Ә бына көләмәстәрҙә ниндәй генә һүҙҙәр менән аталмаған аҡлы-ҡаралы таяҡ менән йонсоп ҡына бөттөм. Беренсенән, ул бигерәк оҙон тойолдо, уңайлы ғына итеп тотоп булмай. Икенсенән, машиналарҙы туҡтатһам, водитель менән һөйләшеп торған арала шул таяҡ менән автомобилде әллә нисәмә ҡабат сыйып алам. Водителдәр миңә аҡайып ҡарай, әммә өндәшмәй, мин бер нәмә лә булмағандай йылмаям. Өсөнсөнән, коллегаларым таяҡты ергә төшөрөргә ярамай тип өйрәтә, ә ул төшә лә китә. Етмәһә, таяҡты юҡҡа-барға теге йәки был яҡҡа төбәп тоторға, борғосларға ярамай, һәр бер хәрәкәт водителдәр өсөн билдә йәки йүнәлеш бит. Мин ҡыҙыҡ күреп һелтәнгән һайын машиналар туҡтай, йәки водителдәр аптырашып ҡарап уҙа. Һүҙ көрәштергән водителдәргә шул таяҡ менән аҙ ғына төртөп алыу теләге лә ташламаны. Шулай итеп, «мөғжизәле таяҡ» миңә оҡшаманы. Уны һелтәй белеү ҙә нервы һәм оҫталыҡ талап итә.
    Мин иң тәүге туҡтатҡан «ГАЗель» хужаһы светофорҙың ҡыҙыл уты янып торған көйө үтеп китте. Етмәһә, күҙен дә йоммай: «Йәшел ине бит!» – тип еңмешләнә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бабай бик яғымлы, асыҡ күңелле кеше булып сыҡты. Коллегаларым, ярай инде, протокол төҙөмәйек, ти башлағас, минең ҡаты торғанды күреп, светофорҙың утын бутаған бабай йыр бағышларға булды. Баҡтиһәң, ҡатын-ҡыҙ «гаишник»тар тураһында матур ғына йыр бар икән, бабайым бейей-бейей мине «майларға» тотондо. Шулай ҙа, ҡағиҙәнән ситкә китмәй, мотлаҡ штраф түләтергә уйлаһам да, егеттәр уны, йәлләп, мин икенселәрҙе күҙәткән арала ысҡындырып та ебәрҙе! Тегеләр менән ҡаты ғына әрләшеп алдым: шунан һуң бөтә ҡағиҙә боҙоусыларға ла протокол төҙөй башланыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: минең өсөн водителдәргә штраф һалыу, яза биреү мөһим тойолһа, коллегаларым өсөн юлда тәртип урынлаштырыу беренсе урында тора ине.
    Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары әйтеүенсә, светофор менән бәйле ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫбат итеүе ныҡ ҡыйын. Водителдәрҙең береһе лә хатаһын танымай, аҡты ҡара, юҡ, улай ҙа түгел, ҡыҙылды йәшел тип иҫбатларға тырыша. Мин үҙем дә бер водителгә хатаһын аңлатырға тырышып илар сиккә еттем, ярай әле, Евгений уны Винурға алып барып тапшырҙы, ул беҙҙең арала иң ҡыйыуы булғанлыҡтан, тиҙ генә протокол да төҙөп ҡуйҙы. Винур нисек иҫбат иткәндер – белмәйем. Үсем булды!
    Иң күп ҡағиҙә боҙоу – юлдарҙағы билдәләргә иғтибар итмәү. Водителдәр «уңға боролорға ярамай» тигәнде аңлатҡан билдә янынан рәхәтләнеп тап уңға борола ла китә. Туҡтатһаң, яңы тыуған сабыйҙыҡы кеүек гонаһһыҙ күҙҙәре менән: «Күрмәнем...» – тип ялғанлайҙар. Уларға ла штраф һалдыҡ!
    Мине ғүмер буйы ныҡ ҡиммәтле машиналарҙа йөрөгән кешеләрҙең ДАИ инспекторҙарына мөғәләмәһе ҡыҙыҡһындыра ине. Шуға ла машиналар араһынан ҡиммәтлеләрен генә һайлап туҡтата башланым. Ҡыҙғанысҡа күрә, алдан әҙерләп ҡуйған «текә» һүҙҙәрем кәрәкмәне – бындай машиналарҙа йөрөүселәр яғымлы һәм үтә лә тәртипле булып сыҡты. Документтары ла теүәл (башҡаса булыуы ла мөмкин түгел!), үҙҙәре лә һүҙ көрәштереп, йәнгә тейеп ваҡыт әрәм итмәйҙәр. Әйтелгән киҫәтеүҙәргә (юҡһа, был көндө бөтә машиналарҙың да дәүләт номерҙарын ҡар һырып, улар күренмәй ине) ҡолаҡ һалып, хаталарын төҙәтергә тырышалар. Тик шуныһы – нишләптер, ҡиммәтле машиналарҙың бөтәһе лә тиерлек рулдәгеләрҙең ҡатындарына яҙылған булып сыҡты. Күптәр «ышаныс ҡағыҙы» менән йөрөй икән. Был күренеш мине ныҡ ҡына ҡыҙыҡһындырһа ла, уның нилектән икәнлеге хаҡында төплө фекергә килә алманым.
    Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең күбеһе беренсе медицина ярҙамы күрһәтә белә, улар махсус уҡый. Ярай әле, мин торған урында ҙур авариялар булманы, буран ҡотороу сәбәпле, тиҙлекте арттырып йөрөүселәр ҙә табылманы. Һәм шулай уҡ миңә бер генә водитель дә штраф урынына аҡса (»взятка») тәҡдим итмәне. Ә мин: «Аҡса тәҡдим итһәләр, нимә эшләрмен икән?» – тигән уйҙар менән яна-көйә инем... Шул уйымдың хыялға ла әйләнеп киткән минуттары булманы түгел – булды. Тик хыял селпәрәмә килде – бер көндә машина алырлыҡ аҡса эшләп булманы. Әлбиттә, быларҙы ярым шаярыу менән яҙам. Сөнки «гаишник»тар водителдәрҙән рәхәтләнеп аҡса йыя, улай ғына ла түгел – талап тигәндәй ала, тип уйлаусылар бар.
    Нисек кенә иғтибарлы булырға тырышһам да, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәгән бер генә водителде лә күрмәнем. 500 һум штраф үҙенекен итә, әлбиттә! Ә бына автомобиленең тәҙрәләрен ҡарайтып йөрөргә теләүселәр бер ҙә генә кәмемәй, сөнки штраф та ҙур түгел. Әле яңы ғына хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереп йөрөүселәр һирәк ине, аҡсалары йәл булғас, тиҙ арала аҡылға ултырҙылар. Тимәк, ҡарайтылған тәҙрәләр менән дә шундай уҡ яза биреп көрәшергә кәрәк. Ни тиһәң дә, уларға бәйле авариялар бик күп, ҡарайтылған быяла аша водителдәр юлды тулыһынса контролдә тота алмай.

    Ябай таяҡ түгел – мөғжизә...

    Мин «стажер» булып торған арала водителдәргә АФ банкы бүләктәрен дә тараттым. Бихисап водитель: «Был нимә, Динарҙан бүләкме әллә?» – тип Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының башлығы Динар Ғилметдинов менән шәхсән таныш булыуын күрһәтергә тырышты. Мин, ныҡышып: «Һаумыһығыҙ, стажер Сираева! Аптечкағыҙ ҡайҙа?» – тигәнерәк һорауҙар менән «бәйләнә» башлаһам, «Хәҙер Динарға шылтыратам», – тип ҡурҡытып та маташтылар. Тағы ла бер Мәскәү ҡунағы иҫтә ҡалды, хәтәр шәп кенә машина хужаһы документтарын күрһәтмәй аптыратты – йәнәһе лә, Мәскәү һынлы Мәскәүҙән килгән кешенең документтары менән проблемаһы булыуы мөмкинме ни инде! Ғөмүмән, бер нәмәне аңланым – эш кешеләре, үҙен хөрмәт иткәндәр, аҡсалылар «гаишник»тар менән һүҙ көрәштереп ваҡытын әрәм итмәй. Аңлай улар – һәр кемдең үҙ эше, бер кем дә уйнап тормай.
    Мин юлда ни бары 2,5 сәғәт кенә «эшләнем». Әммә ошо ваҡыт эсендә бик ныҡ арыным. Ә автоинспекторҙар 12-шәр сәғәт буйы аяҡ өҫтө тора. Тәүҙә йылмайып ҡына торҙом, һуңынан башты ҡатырған водителдәргә тоҙло-боросло һүҙҙәр әйтке килә башланы. Етмәһә, эшләп торған арала ҡурҡыныс хәбәр килеп етте – бер иҫерек водитель юл-патруль хеҙмәткәренә бысаҡ менән ҡаҙап киткән.

    Салауат Дауытов менән Евгений Копейкин.

    Дөйөм алғанда, водителдәр яғымлы кешеләр (шулай ҙа ДАИ хеҙмәткәрҙәре: «Ҡыҙ кеше туҡтатҡанда ғына шундайҙар улар», – ти). Ә бына коллегаларым ысын психологтар булып сыҡты. Журналистарҙы «кеше күңеленең инженеры» тип йөрөтһәләр, инспекторҙар йомшаҡ йәйеп ҡатыға ултыртырға ла, минән айырмалы рәүештә, бәғзе берәүҙәрҙе ғәфү итергә лә һәләтле булып сыҡты. Ә уларҙың бурысы еңелдән түгел. Өфө юлдары машиналарҙан мәж килә, бөтәһе лә ҡайҙалыр ашыға. Шулай уҡ йәйәүлеләр ҙә фәрештә түгел, ҡағиҙә боҙорға әҙер генә торалар, уларҙы бер кем дә язаға тарттырмай. Матур ғына һөйләшеп торған водителдәргә штраф та һалғы килмәй, бөтә кеше лә бер-береһенең ваҡытын, эшен хөрмәт итһә, юлдарҙа аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаҫ ине. Нимә генә тиһәң дә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе ҡанундарға ярашлы язаға тарттырыу менән дә шөғөлләнә, протокол төҙөгәнсе ваҡыт та ярайһы үтеп китә – шул арҡала рулдәгеләр уларҙы әрләп туя алмай.
    Ҡыҫҡаһы, юл-патруль инспекторы булыу миңә күп нәмәне асып һалды – бөтә ерҙә лә кешелек сифаттары ташҡа баҫылған ҡанундарҙан өҫтөн тора. Һәр кемдең үҙ вазифаһы бар һәм ул хөрмәткә лайыҡ.
    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: админ | 28 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Мәртәбәле hөнәр ул – автоинспектор!
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Еңелерәк буласаҡ
  • Машиналарға «айыу майы» һөртәләр
  • Автоһәүәҫкәрҙәр өс ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru