Күпкә китһә, сүпкә китә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Иман
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тышта буран, мин өйҙә торам... Башҡортостан
    Республикабыҙҙа февраль урталарында башланған бурандар әле булһа дауам итә. Рәсәй Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан белдереүҙәренсә, көслө ҡар яуыуы 6 мартҡа тиклем дауам итеүе ихтимал. Улай тиһәң, тәбиғәткә ышаныуы тағы ла икеле.
    Ошо көндәрҙә быға тиклем күҙәтелмәгән көслө ҡар яуыу Ҡытайҙа, Бөйөк Британияла һәм Америка Ҡушма Штаттарында, Израилдә, Грецияла теркәлгән. Ә беҙҙә бындай бурандар һуңғы тапҡыр 16 йыл элек ҡоторонған. Аҡман-тоҡман бураны – мартта, биш ҡунаҡ апрелдә була торған. Февралдә иһә, ҡыштың һуңғы айында, һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ һыуыҡтар, күҙ асҡыһыҙ бурандар булырға тейештер ҙә бит. Тәүлек дауамында ҡоторонған буран артынса көндөң ҡапыл бик ныҡ йылытып, һауа температураһының ҡапыл күтәрелеүе ваҡытынан алда яҙ еткәнен хәтерләтте. Ҡыйыҡтарҙан тамсы тамыуын, күктән ябалаҡлап епшек ҡар яуыуын күҙәтеү күңелле булһа ла, юлдарға өйөм-өйөм булып һалынған көрттәрҙең ауырайыуҙан баҫылып ятыуы юл, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырҙы.
    Буран – ҡыштың юлдарҙы баҫа, кешене аҙаштыра һәм башҡа күңелһеҙ күренештәр, уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра торған ғәрәсәте. Әле республикабыҙҙың көньяҡ һәм Урал аръяғы райондары «ҡар аҫтында» ҡалды. Электр сымдары өҙөлөүҙән күп ауылдарҙа ут һүнә, ут юҡлыҡтан һыу бөтә. Юлһыҙлыҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы өйҙә бала табырға ла мәжбүр итә. Был көндәрҙә юлға сығыусылар араһында хәбәрһеҙ юғалыу осраҡтары ла юҡ түгел. Ҡарҙан ҡаза күреүселәр рәтендә бәләкәй балаларҙың да булыуы икеләтә ҡыҙғаныс.
    Бөгөн Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Белорет райондарында юл шарттары насарайған. Был төбәктәргә транзит автобустар хәрәкәте лә ваҡытлыса туҡтатылған. Район үҙәктәренә лә юл булмағас, төпкөл ауылдар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Көйөргәҙе районында юлдар асыҡ булһа ла, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш ауылдарҙа юлһыҙлыҡ күҙәтелә. Шул сәбәпле Ырымбур ҡалаһына йөрөгән автобустар хәрәкәте туҡтап ҡалған.
    Йылдан-йыл тәбиғәт үҙенең көтөлмәгәнлектәре менән донъяны, кешелекте аптырауға һала. Ахырызаманға күп ҡалманымы, әллә глобаль йылыныу сигендәме беҙ – аңламаҫһың. Иң мөһиме, тәбиғәт ярһыуҙарына әҙер булып, уның «бүләктәрен» тыныс ҡабул итәйек.
    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    авторы: админ | 28 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Донья яңылыҡтары
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Ҡорбандар – һаман да балалар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru