Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Әрме – 2008
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан
    УМПОлар өй туйлай
    «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Ҡанаттар» торлаҡ комплексы файҙаланыуға тапшырылды.
    Мотор эшләүселәрҙең шатлығын Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, Өфө ҡалаһы мэры Павел Качкаев уртаҡлашты. УМПОла эшләүсе 175 ғаилә яңы фатир асҡыстары алды. Өфөнөң Мушников урамында урынлашҡан был торлаҡ комплексында өй туйлаусыларҙың өстән бер өлөшө – йәштәр. Бында физкультура үҙәге, табип бүлмәһе, автотораҡ, балалар майҙансығы ла бар.

    Эш эҙләйһеңме? Рәхим ит!
    Башҡорт дәүләт университетында БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты «Йәштәргә – эш!» вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙе.
    Унда йәштәргә 600 ваҡытлыса һәм даими эш урыны тәҡдим ителде.
    Медицина университеты студенттары ла үҙҙәренең һөнәрҙәре буйынса эш урындары менән таныша алды, эш биреүселәргә үҙҙәре хаҡында резюме ҡалдырҙы.
    Тәғәйен генә уҡыу йортона йүнәлтелгән бындай мини-йәрминкәләр Башҡортостандың башҡа урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ла уҙғарыласаҡ. 29 февралдә – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, 6 мартта Иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ Көнсығыш институтында ла вакансиялар йәрминкәһендә белгестәр үҙҙәренә эш эҙләй ала.

    Саңғысылар, стартҡа!
    Иртәгә «Биатлон» спорт комплексында «Алға, Рәсәй!» девизы аҫтында ХХIII Өфө саңғы марафоны үтәсәк.
    Ярыш ете йәш төркөмө буйынса 10, 20, 30 һәм 50 саҡрымлыҡ дистанцияларҙа уҙғарыла.
    1 – 6-сы урын алғандар аҡсалата приздар һәм спорт комитеттарының грамоталары менән бүләкләнәсәк.

    Заманға яраҡлашып
    Тиҙҙән Өфө урамдарына видеоконтролерҙар ҡуйыласаҡ.
    Тиҙлек режимын теркәүсе приборҙар ҡуйылған урындарҙа водителдәрҙе иҫкәртеүсе махсус билдәләр ҙә урынлаштырыласаҡ. Өс йыл эсендә иҫке светофорҙарҙың диодлы һәм таймерлы яңы светофорҙарға алмаштырылыуы көтөлә. Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы йәмәғәт транспорты өсөн айырым һыҙаттар бүлеү проектын да бойомға ашырырға уйлай. Пассажир транспорты өсөн айырым юл рәте булдырылыуы урамдарҙа тығындарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.

    УМПО двигателдәренә һорау ҙур
    19 февралдә Громов исемендәге осоу-һынау институты аэродромында күп функциялы «Су-35» истребителен һынау үтте.
    Уның двигателе «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәм «Сатурн» фәнни-производство берекмәһендә эшләнә. 2010 йылдан был самолет өсөн күпләп двигатель етештерелә башлаясаҡ.

    Ҡотҡарыусылар ярҙам итмәһә
    Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың саманан тыш күп яуыуы Үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отрядына ла күп мәшәҡәттәр тыуҙырҙы.
    Ҡырмыҫҡалы районының Көгәнәк ауылында 1,5 метрлыҡ соҡорға төшөп киткән һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы ла эҙләп табырға тура килә уларға. 23 февралдә балаһын юғалтҡан әсәй менән атай, уны үҙҙәре таба алмағас, бер тәүлек үткәс кенә ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Дүшәмбелә ҡотҡарыусылар ҡыҙҙы йорттан алыҫ түгел соҡорҙа таба. Бала дауаханаға оҙатылған.

    З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
    авторы: админ | 28 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рөстәм Хәмитов "Мотор" предприятиеһында
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • «Иң-иң»дәр билдәләнде
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru