Көсөңә күрә көсән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан
    «Толпар»ҙың ышаныслы аҙымдары
    Австрияның «AVL List GmbH» фирмаһының эш төркөмө республикаға сираттағы сәфәре менән килде.
    Фирма вәкилдәренең визитының төп маҡсаты - «Толпар» тәгәрмәсле универсаль тракторҙы йыйыу эшен планлаштырыу. Күҙаллауҙар буйынса, трактор Күмертау производство майҙансығында йыйыласаҡ. Бынан тыш, «Кабина», «Трансмиссия» модулдәре өсөн альтернатив йыйыу майҙансыҡтары ла асыҡланасаҡ. «AVL» хеҙмәткәрҙәре «МЗ «Искра», «КүмАПП» һәм «Стәрлетамаҡ - М.Т.Е.» ойошмаларында буласаҡ, уларҙың эш ҡеүәте һәм мөмкинлектәре менән танышасаҡ.

    Раевкала - «Башҡортостан ынйылары»
    Әлшәй районының үҙәге Раевка ҡасабаһы мәҙәниәт йортонда ижади театр коллективтарының «Башҡортостан ынйылары» II республика балалар фольклор конкурс-фестивале асылды.
    Унда Өфө, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Салауат, Туймазы, Асҡын, Баймаҡ, Йәрмәкәй, Стәрлетамаҡ, Илеш райондарынан барыһы 17 балалар театры ҡатнаша.

    Ҡотҡарыусылар ташҡынға әҙер
    Яҙғы ташҡын һөҙөмтәһендә быйыл баш ҡаланың 729 йортон һыу баҫыуы ихтимал, тип белдерҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Федоров Ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы ултырышында.
    Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған был йорттарҙа йәмғеһе 3 меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе (509 йорт) Ленин районында урынлашҡан (Затон һәм Нижегородка биҫтәләре). Владимир Федоровтың һүҙҙәре буйынса, бәлә-ҡаза килә ҡалһа, ҡотҡарыусылар кәрәкле ҡорамалдар менән ярҙамға килергә әҙер. Ҡотҡарыусылар отряды катерҙар менән тәьмин ителгән. Ташҡын мәлендә зарарлы матдәләрҙең һыуға эләгеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Был йәһәттән махсус отрядтар оҙаҡламай һыу баҫасаҡ майҙанды тикшерәсәк.

    Расписаниены смс аша бел
    «Баштранспригород» предприятиеһы яңы хеҙмәт - «СМС-расписание» индергән.
    Хәҙер һәр пассажир кеҫә телефоны менән СМС-хәбәр аша ҡала яны поездарының хәрәкәт итеү расписаниеһы менән таныша аласаҡ. Был хеҙмәт тик Куйбышев тимер юлы магистраленең Башҡортостан бүлексәһенән ҡуҙғалып киткән поездарҙың расписаниеһына ҡағыла. Поездарҙың расписаниеһы үҙгәргән мәлдәрҙә был хеҙмәт бигерәк тә ҡулайлы.

    В. ХӘБИРОВ әҙерләне.
    авторы: админ | 27 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙҙең вокзал төбәктә иң яҡ ...
  • Янылыктар
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • «Толпар» ҡанаттарын йәйә
  • Мөһим сараларға бай аҙна
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru