Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Хужабикә
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан
    Яңы вәкил тәғәйенләнде
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Салауат Булат улы Ғүмәров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһына тәғәйенләнде.
    Салауат Ғүмәров 1961 йылдың 19 июнендә Өфөлә тыуған. Ф. Дзержинский исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженерлыҡ училищеһын һәм Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Санкт-Петербург ҡалаһындағы «Форбанк-СПБ» акционерҙар кредит банкыһында төп белгес булып башлай.
    1998 - 2004 йылдарҙа «АРОКС», «Белфим», «АйПиСеть» СПб предприятиеларында етәксе вазифаларында, шулай уҡ Ленинград өлкәһенең Контроль-иҫәп палатаһында төп белгес-инспектор булып эшләй. 2004 - 2005 йылдарҙа - Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары министрлығының «Балтводхоз» федераль дәүләт учреждениеһы директоры урынбаҫары. 2005 йылдан алып әлегә тиклем Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербург ҡалаһындағы вәкиле булып эшләне.

    Кәңәшмәгә әҙерлек бара
    Кисә Президент Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булды.
    Сәфәрҙең төп маҡсаты - мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенә әҙерлек барышы менән танышыу. Билдәле булыуынса, республика август кәңәшмәһе быйыл Балаҡатай, Дыуан һәм Мәсетле райондарында үтәсәк. Әлеге ваҡытта бында белем биреү учреждениелары һәм башҡа социаль әһәмиәткә эйә объекттар төҙөлә, буласаҡ ваҡиғаға әҙерлек шарттарында райондың тотош биләмәһе тәртипкә килтерелә. Республика башлығы шулай уҡ Салауат районының Мөрсәлим ауылында эзбизташ сығарыу заводының, Ҡыйғы районында социаль-мәҙәни үҙәктең төҙөлөш барышы менән танышты.

    Башлыҡтар законды беләме?
    4 апрелдә Белорет районында республиканың көньяҡ райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасыларының төбәк кәңәшмәһе үтә.
    Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән һәм Белорет райондарынан 250-нән ашыу кеше БР Президенты Хакимиәте, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Юстиция министрлығы вәкилдәре ярҙамы менән закондағы үҙгәрештәрҙе өйрәнәсәк. Һуңынан ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм эштәр идарасылары ошо тема буйынса аттестация үтәсәк.

    Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы
    Яңауыл ҡалаһынан Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияның география уҡытыусыһы Светлана Кототова «Мәғариф: киләсәккә ҡараш» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына үткән.
    Конкурсҡа ул РОСТ инновация технологиялары буйынса дәрес планын тәҡдим иткән. Был технологияның авторы - Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире Булат Юнысбаев. Конкурстың финалы Обнинск ҡалаһында үтәсәк.

    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: админ | 29 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Сит ил эштәре министрлығында – яңы вәкил
  • Президент сәфәрҙәре
  • Рәсми хроника
  • Кәңәшмәгә – яңы объекттар, яҡты й ...
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru