Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һоҡланғыс сит планета ҡыҙы» Башҡортостан
    «Башҡорт ҡыҙы» – донъя кимәлендәге топ-модель Эльвира Хисаеваны коллегалары яратып тап шулай атап йөрөтә. Был сағыштырыу ҡыҙыҡ тойолһа ла, тимәк, башҡорт ҡыҙы донъя подиумына быға тиклем күрелмәгән образ, яңылыҡ алып килгән.
    Йәшерен-батырыны юҡ – Эльвира донъя кимәлендәге топ-моделдәр араһында тәүге башҡорт ҡыҙы, әле Парижда йәшәй. Ул ябай ғаиләлә үҫкән, ата-әсәһе әле Өфөлә йәшәй, бер туған һеңлеһе Ирина ла, ете йәшлек кенә булһа ла, апаһынан бер ҙә ҡалышырға теләмәй – моңло итеп йырлай, матур кейенергә ярата.
    Ә бит матурлыҡ донъяһына тәүге аҙымдарын бөтәбеҙгә лә таныш «Һылыуҡай» студияһында башлаған бөгөнгө геройыбыҙ. Студияның етәксеһе Линара Таһирова әйтеүенсә, ул ваҡытта Эльвира 15 кенә йәшлек, ябыҡ һәм үтә лә оялсан була. Шулай ҙа тәбиғәт биргән матурлыҡ – тал сыбығындай кәүҙә, оҙон буй өҫтөнә ныҡышмалылыҡ, еңеүгә ышаныс ҡыҙҙың хыялдарын тормошҡа ашыра. Ысынлап та, бөгөн Эльвира нисәмә ҡыҙҙың хыялында ғына булған тормош менән йәшәй: кастингтар, фитингтар, Мода аҙналыҡтарында сығыш, Париж, Милан, Нью-Йорк... Уның фотолары «Cosmo», «Elle», «Glamour» кеүек журналдарҙың биттәрен биҙәй. Гонорарҙары 1 мең долларҙан башлана. Эльвираның тәбиғи яғымлығы, тыйнаҡлығы уның өсөн хаҡлы рәүештә ғорурланырға нигеҙ, мосолман ҡыҙы булараҡ, ул үтә күренмәле, асыҡ кейемдәр менән подиумға сыҡмай.
    Эльвира Хисаева – Өфө студенты, менеджер һөнәрен үҙләштерә. Йәш ҡыҙҙың бөгөнгө көн менән генә йәшәмәүе, маҡсатлы булыуы ҡыуандыра, сөнки, моделдәрҙең эше – ваҡытлыса ғына, быныһы инде беребеҙ өсөн дә сер түгел. Эльвира шулай уҡ Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында ла уҡырға пландар ҡора, ҡыҫҡаһы, билдәле сәбәптәр буйынса подиумдан киткән осраҡта ла заман менән бергә атларға, тулы тормош алып барырға ныҡлы нигеҙ һала. Ата-әсәһенән, туғандарынан йыраҡ йәшәүе лә еңел түгел, әлбиттә. Эльвира улар менән даими аралашырға тырыша. Үҙе әйтеүенсә, төрлө илдәрҙә йөрөп, теле лә буталып китә, олатаһы үҙебеҙсә хәлдәрен һорашһа, яңылыш инглиз телендә лә яуап бирә икән.
    Әлбиттә, күптәрҙе Эльвираның шәхси тормошо ҡыҙыҡһындыра. Әммә топ-моделдең шәхси тормошҡа ваҡыты ҡалмай тиерлек. Ул иртүк уяна, көнө-төнө кастингтар, кейемдәр менән мәж килә. Ҡыҫҡаһы, серем итергә ваҡыты ҡалһа – шөкөр инде. Тик тормоштан зарланмай. «Матурлыҡ ҡорбандар талап итә» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Эльвира үҙен киләсәктә ғаиләле, балалы ҡатын-ҡыҙ итеп күҙ алдына килтерә.
    Донъя кимәлендәге подиум тышҡы матурлыҡ менән генә яулана торған урын түгел, унда үҙ һүҙеңде әйтер өсөн ныҡлыҡ, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Эльвира Хисаева – донъя подиумында билдәле булған берҙән-бер башҡорт ҡыҙы, шуға ла беҙ «йондоҙло» яҡташыбыҙ өсөн ҡыуанабыҙ ҙа, ғорурланабыҙ ҙа. Ә кешеләрҙең һине яратыуы һәр ваҡыт яуаплылыҡ өҫтәй. Эльвира киләсәктә тағы ла матурыраҡ образдары менән һоҡландырыр, булмышы менән ғорурландырыр, көнләштерер тип өмөт итәбеҙ!

    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: админ | 29 марта 2008 | | Фекерҙәр (2)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өфө һылыуы – Валентин Юдашкинда модель
  • АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ!
  • Эльвираға булды бүләк –милли күлдәк!
  • «Мәскәү, Милан, Лондон, Париж... Ә Өфө ...
  • Бәхет өләшеүҙән табып
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Камилэкэй (30 марта 2008 00:38)  
    Я ее знаю) Такая милая девушка! Совершенно простая) Она приходила в "Хылыукай". Желаю ей только успехов!!!
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    #2 яҙҙы: Гимранова (13 марта 2010 21:24)  
    //Ул ябай ғаиләлә үҫкән, ата-әсәһе әле Өфөлә йәшәй, //
    и шыттырахыгыз бит.
    википидияла был кыззын атахын Лукойлда эшлэй тип язгандар. Ябай гаилэ ул - колхозсы. оныттык что ли уже?
    htt p://r u.wikipedia.o rg/wiki/%D0%A5%D0%B8%D1%81%D0%B0%D0%B5%D0%B2%D0%B0,_%D0%AD%
    D0%BB%D1%8C%D0%B2%D0%B8%D1%80%D0%B0
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru