Йылдам атҡа ҡамсы кәрәкмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Донъя яңылыҡтары
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Дәрестә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йөрәктәрендә Башҡортостанға оло һөйөү йөрөтә Рузелар нәҫеле Башҡортостан » Хәтер

    Eл ваҡытта минең тыуған ауылымда – Салауат районындағы Башҡорт Ил­секәйендә – көнө буйы уйнап онотолорлоҡ урындар күп ине: Һырт, Тирмән ҡаштаҡ, Саған башы, Тапау, Үртәмәй, Һикеяҙ буйы... Айына бер тапҡыр ат арбаһына кино аппаратын, һыу һауытына оҡшаған футлярға тимер ҡулсаға уралған кинопленкаларҙы тейәп, йә күрше Ҡалмаҡ­ҡолдан Рамаҙан ағай Хәйрисламов, йә Ҡа­ра­ғолдан Ибраһим ағай Ҡа­симов кинофильм­ килтереп күрһәтер ине.
    Үҫмер бала өсөн ғүмере буйына күңел түрендә йөрөтөрлөк, уның тәрбиәһенә йөкмәткеле йүнәлеш бирерлек өлкән дуҫының тормош өлгөһө бик әһәмиәтле.

    авторы: admin | 9 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәк Башҡортостан » Хәтер

    Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәк
    Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
    Шаулайҙыр ҙа кисен ел саҡта.
    Ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым,
    Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
    (Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»).

    авторы: Нур | 13 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡаһарманлыҡ өлгөһө ул – Брест Башҡортостан » Хәтер

    Ҡаһарманлыҡ өлгөһө ул – Брест
    ЙЫЛ һайын Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндө Брест ҡалаһында уны һаҡлаусылар иҫтәлегенә Хәтер сараһы ойошторола. 1941 йылдың 22 июнь таңында немец фашистары илде бомбаға тота башлағас та, сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша. Немец тарихсылары яҙыуынса, һөжүм итеүселәр фанатик рәүештә алышҡан совет һалдаттары тарафынан ныҡ ҡына ҡырыла. Фашистар ҡәлғәне һигеҙ сәғәт эсендә алырға күҙаллаһа ла, ниәттәре килеп сыҡмай. Беҙҙең утыҙҙан ашыу милләт кешеһенән торған ярым тере һалдаттар ике ай буйына аҙыҡһыҙ-һыуһыҙ тиерлек йәндәрен аямай һуғыша. Ошондай ҡыйыулыҡҡа таң ҡалған Гитлер ҡәлғә емереклектәренә үҙе генә килеп ҡалмай, ә союздашы Бенито Муссолиниҙы ла саҡыра.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оноторға хаҡыбыҙ юҡ Башҡортостан » Хәтер

    Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
    1941 йылдың 22 июне – Рәсәй тарихында иң ҡайғылы ваҡиғаларҙың береһе. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ул, ошо ҡәһәрле йылдар шаһиты булған һәр кемдең күңелендә уңалмаҫ яра булып, һаман да һаҡлана. Һуғыш башлан­ған көндө бөгөнгө быуын да хәтерҙә тота.
    Өфөнөң Еңеү паркында йылдағыса Хәтер көнө үтте. Бында ветерандар ғына түгел, тыл хеҙмәтсәндәре лә, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә, власть органдары етәкселәре лә, Башҡортостандың эҙәрмәндәр фонды ағзалары ла ҡатнашты.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тылдағы батырлыҡ Башҡортостан » Хәтер

    Бөйөк Еңеү һалдаттарҙың ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарттарҙың, үҫмерҙәрҙең тылдағы фиҙакәр хеҙмәте, тыуған илгә һөйөүе аша яуланды. Шуға күрә аслы-туҡлы, ярым-яланғас көйөнсә ҡулдарынан килгәнсе был көндө яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индереүселәр тураһында ла онотмаһаҡ ине.
    Һүҙем әҙәм балаһы күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы тал сыбығындай кәүҙәләре менән ирҙәрсә күтәргән 12 – 15 йәшлек ҡыҙҙар тураһында.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсәйем хәтирәләре Башҡортостан » Хәтер

    Әсәйем Шәрифә Мырҙабулат ҡыҙы Туғыҙбаева 11 йәшенән ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡала. Яҡындары ҡапыл ауырып, үлеп китә. Етемлек һурпаһын ҡара йәштән татырға тура килә уға. Ике ағаһына таянып йәшәй башлағанда ҡәһәрле һуғыш уты тоҡана. Ағайҙарын яуға оҙатып ҡала, улар шул китеүҙән ҡайтмай, яу яланында ятып ҡала. Әсәйем бер туғанһыҙ тороп ҡала.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер миҙалдың тарихы Башҡортостан » Хәтер

    Яңыраҡ Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиға булды – һуғыш осоронда уҡ тапшырылырға тейешле «Батырлыҡ өсөн» миҙалы үҙ эйәһен тапты
    Үкенескә күрә, награданың хужаһы Ғәҙелша олатай Солтанғолов 1982 йылда уҡ мәрхүм булған. Оло аманат яугирҙың хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә уның хәләл ефете Хәмиҙә инәйгә һәм балаларына тапшырылды.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Барыбер Попов – беренсе! Башҡортостан » Хәтер

    Бер быуаттан ашыу инде «Радионы кем уйлап тапҡан?» тигән темаға бәхәстәр тынмай. Көнба­йышта радио уйлап табыусы булып Маркони һаналһа, Рәсәйҙә бындай асышты Попов эшләгәнлеген иҫбат итәләр. Һис шикһеҙ, Попов үҙе уйлап тапҡан системаны халыҡҡа Маркониҙан алдараҡ күрһәткән. Тик шулай ҙа 1909 йылда радио уйлап тапҡан өсөн Нобель премияһы Маркониға һәм немец инженеры Карл Браунға тапшырыла.
    Попов хәрби инженер һәм уҡытыусы булған. Ул бер ваҡытта ла радионы барлыҡҡа килтергәндәге эштәрҙә үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырышмаған.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 18  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru