Донъя эшен әхирәткә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡаһармандарса тормош, батырҙарса үлемһеҙ ижад эйәһе Башҡортостан » Хәтер
    Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында яҙыусының юбилейына арналған саралар үтте
    Хәрәкәтһеҙ кәүҙәм, ә күңелем
    Аҡҡош булып үргә талпына.
    Йөрәгемдә булған хистәремде
    Шиғыр итеп бирәм халҡыма.


    Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, күренекле башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллиндың Шиғыр итеп бирәм халҡыма шиғырының ошо дүрт юлында ғына күпме оптимизм, рух күтәренкелеге сағыла! 1941 йылдың 23 октябрендә 23 йәшлек егеттең нығынырға ла өлгөрмәгән тәнен дошман пуляһы 23 ерҙән яралап, ғүмерлеккә ғәрип ҡалдыра. Аяуһыҙ һуғыштың баһадир егетте аҙ ғына хәрәкәт өсөн дә кеше ярҙамына мохтаж булыу хәленә ҡалдырыуы аяныс хәл. Һынмай ул, төшөнкөлөккә лә бирелмәй. Күрше ауылдан уҡытыусы булып эшкә килгән Зөләйха була уның терәге. Ибраһим менән яҙмышын бәйләгән ҡыҙ иптәшенең ҡулы ла, аяғы ла, күңеле лә, йөрәге лә була. Әйтеүе генә анһат: йәш кәләше уны көн һайын иртән түшәгенән күтәреп торғоҙа, йыуындыра, кейендерә, ашата. Бына шулай 48 йыл бергә тормош көтөүҙәре осоронда бала урынына тәрбиәләй Зөләйха Ибраһимын. Бынамын тигән өс ул, береһенән-береһе һылыу ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә улар. Ни тиклем ауыр булһа ла, барыһына ла өлгөрә Зөләйха Тәхәү ҡыҙы, уҡытыу эшен ташламай, хаҡлы ялға сыҡҡансы Түбәнге Әрмет урта мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы була.
    Ибраһим ағай тормошоноң файҙаһыҙ үтеүен хушһынмай, уның йәмғиәткә, халыҡҡа ниндәйҙер файҙалы эш башҡарғыһы килә. Сағыштырмаса нығыраҡ һәм теремегерәк булған һул ҡулын яҙыуға күнектерә башлай. Шулай башлана I дәрәжә Ватан һуғышы, II дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән наградланған һалдаттың ижади тормошо. Зөләйха Тәхәү ҡыҙы уның машинисткаһы ла, водителе лә, кәңәшсеһе лә, илһам сығанағы ла була. Ҡанлы һуғышта алған яраһы уны ғүмерлеккә түшәккә һалып ҡуйһа ла, Ғашиҡтар баҡсаһы, Юлға сығыр алдынан, Тормош һуҡмаҡтары, Үлгәндән һуң утыҙ йыл повестарын, Икенсе күкрәү, Икенсе бейеклек романдарын ижад итте. Уҡыусыларға киң билдәле булған тиҫтәнән ашыу китап авторына бөгөн 90 йәш тулыр ине.
    Ошо көндәрҙә яҙыусының тыуған төбәгендә, Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында, Ибраһим Ғиззәтуллиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер һәм хөрмәт кисәһе үтте. Ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған кисәне ойоштороусылар булып Ишембай районы хакимиәте һәм уның мәҙәниәт бүлеге, Түбәнге Әрмет ауылы биләмәһе сығыш яһаны. Унда күренекле яҙыусылар, шәхестең яҡташтары, уның ижадын яратыусылар ҡатнашты.
    Яҙыусының тыуған ауылында уның исемен йөрөтөүсе үҙәк урам, мәктәп бар. Ә белем усағы ихатаһында урынлашҡан Ибраһим Ғиззәтуллиндың бюст-һәйкәле киләсәк быуын өсөн рухи мираҫ, тәрбиә үрнәге булып тора. Ете бүлектән торған мәктәп музейының Ул сафта ҡалды исемле бер бүлегендә ҡаҡшамаҫ рухлы яҙыусының тормошо һәм ижады менән танышырға мөмкин. Музей мөдире Гөлшат Әбсәләмова билдәләүенсә, уҡыусылар шул бүлеккә бер ҙә битараф түгел. Мәктәп тәрбиәләнеүсеһе Миләүшә Кәримованың килгән ҡунаҡтарға яҙыусының тормош юлын ҙур кинәнес менән еренә еткереп һөйләп биреүе быға асыҡ миҫал.
    Яҙыусы ҡәберенә барып сәскәләр һалғандан һуң, ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы мәҙәниәт йортона йыйылды.
    ...Урам буйлап елдереп килгән Хәсән, ҡапҡа төбөнә еткәс, шаҡара тартып атын туҡтатты. Күбәләк булып осоп төшкән Зөһрә ҡапҡаны асты ла, арбаны үткәреп, туҡтап ҡалды. Ултыр! – тип бойорҙо Хәсән, арбаны Зөһрә апайына тиңләштергәс. – Ҡапҡаны ултырып кер, ингәс, төшөрһөң!
    Зөһрә ултырмаҫҡа иткәйне лә, йылғыр Хәсән мәсьәләне бер минутта хәл итте. Буласаҡ еңгәһен ҡапҡанан ултыртып индерҙе лә ишек төбөндә күтәреп төшөрҙө.
    Атай менән әсәй эштә ине. Хәсән ат илтергә китте. Егет менән ҡыҙ өйҙә икәү генә ҡалды.
    – Самауыр ҡуйып, сәй эсереп кенә китсе, Зөһрә һылыу, сарсаным, – тине ҡыҙҙы үҙе янынан ебәргеһе килмәгән егет. Ни өсөндөр тауышы ҡалтырап сыҡты. Ялбарыу, үтенеү ауаздары ишетте уларҙа ҡыҙ. Үтенеп һорайсы, нисек тыңламайһың. Самауыр ҡуйырға тотондо Зөһрә, һыу ҡойғанда тамсы ла сәсрәтмәне, күмер һалғанда ла саң-туҙан сығарманы. Тилберлеге, таһыллығы күренеп тора ине ҡыҙыҡайҙың. Их, ошондай кәләшең булһа... – тип уйлап та бөтмәне, үҙен битәрләй башланы Фәһим. Шулай тип уйларға нисек батырсылығың етә, бәхетеңә бесәй төкөргән бит инде һинең. Башын бәйләргә тора ти ул һинең кеүеккә. Буянов төшөндөрөп бирҙе бит инде үҙеңә...
    Самауыр ҡайнап сыҡты, сәй эсергә ултырҙылар, ҡыҙҙан күҙен алманы егет. Ҡыҙ ҙа егеткә ҡарап-ҡарап алды. Ҡарай торғас, үҙенең тәүге мөхәббәтенә оҡшатты Зөһрә Фәһимде...
    Ҡаһармандарса тормош, батырҙарса үлемһеҙ ижад эйәһе
    Ибраһим Ғиззәтуллиндың Үлгәндән һуң утыҙ йыл повесынан килтерелгән был өҙөктә йәштәрҙең мөхәббәте ярала башлауы күренеше сағыла. Яҙыусының яҙмышын хәл иткән ошо ваҡиғаны ауыл йәштәренең сәхнәләштереп күрһәтеүе барыһының да күңеленә хуш килде.
    Хәтер кисәһендә ҡаһарман яҙыусы иҫтәлегенә күп йылы һүҙ әйтелде, уҡыусылар тарафынан уның шиғырҙары һөйләнде, йырҙары йырланды.
    – Ибраһим ағайҙың йәшәүе һәм ижад итеүе – үҙе ҙур батырлыҡ, – тине Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙиптең тиҫтәләгән шиғырын көйгә һалған, уның яҡын дуҫы булған Түрйән Вәлитов. – Ибраһим ағайҙы күктәргә күтәргән кеше ул Зөләйха.
    Эйе, Зөләйха Тәхәү ҡыҙының үҙенә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Туғыҙынсы тиҫтәһен тултырып килгән Зөләйха инәй, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ярҙамында кисәгә килеп, тормош иптәшенә, үҙенә бағышлап әйтелгән йылы һүҙҙәрҙе ишетеп, ҡыуанып ултырҙы.
    – Ҡартайғанмын инде, әммә бер ҡасан да зарланып йәшәмәнек беҙ Ибраһим менән. Минең Ибраһим менән ғүмер – бөйөк бер ваҡиға ул. Оло йәштә булһам да, һаман мәктәптән айырылғым килмәй. Йәштәргә әйтер һүҙем шул: хеҙмәт кешегә хөрмәт килтерә. Тырышып эшләгеҙ, матур йәшәгеҙ, тормошоғоҙҙа ғәҙеллек, изгелек хөкөм һөрһөн, – тип ул барыһына ла ҙур рәхмәтен еткерҙе.
    Зөләйха апай заманында Түрйән ағайҙың аккордеоны көйөнә ҡушылып өҙҙөрөп бейегән дә, моңло итеп йырлаған да. Бер һүҙ менән әйткәндә, сәхнәнән төшмәгән ул, йәмәғәт тормошо менән ҡайнап йәшәгән.
    Тормошта күптән инде үҙҙәренең урындарын табып, атайҙары рухына тап төшөрмәй, уның юлын дауам иткән, Ғиззәтуллиндар нәҫелен лайыҡлы ишәйтеүсе улдары Дим менән Хәсән дә атайҙары хаҡындағы иң яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Дим Ғиззәтуллиндың атаһының ошо оло юбилейына ҡарата Атай тип исемләнгән китап баҫтырып сығарыуы ғына ла уларҙың лайыҡлы улдар булыуы хаҡында һөйләй түгелме?!
    Ибраһим Ғиззәтуллин тыуҙырған геройҙарҙың төп сифаты – дөйөм эш өсөн яуаплылыҡ тойоп, үткән менән маҡтанмай, хәҙергеһе менән маһаймай йәшәүҙә, үҙеңдәге йомшаҡ сифаттарҙы еңә барып, ҡыйыулыҡҡа, оҫталыҡҡа эйә булыуҙа, кешеләр араһында булған иң яҡшы мөнәсәбәттәрҙе – дуҫлыҡ, иптәшлек тойғоларын үҙеңә юлдаш итеүҙә. Уның геройҙарын дан түгел, гражданлыҡ хистәре юғары күтәрә, еңеүгә елкендерә, саф һәм ғорур итә.
    Дуҫлыҡ ебе яһалмаған ҡамырҙан,
    Ул киләлер бик борондан, тамырҙан.
    Тиңлек булһа – дуҫлыҡ ебе ныҡ була,
    Тиңлек бөтһә – дуҫлыҡ үҙе юҡ була.
    Илебеҙҙең ҡаһарман яҙыусыһының ошо һүҙҙәрен онотмаһаҡ, киләсәгебеҙ ҙә яҡты, килер быуындар ҙа яҡшы булыр!

    Марат ҒАЙСИН, Ишембай муниципаль районы хакимиәте башлығы:
    – Бөгөн боронғо Юрматы еренә шәхестең яҡындары йыйылды. Рәсәй кимәлендә киң танылыу алған фронтовик яҙыусы тарихта Башҡорт Корчагины булараҡ урын алды. Көслө рухлы ағай, сирле булыуына ҡарамаҫтан, ижадҡа тотона. Был йәһәттән Зөләйха апайҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ауыл йәштәре Ғиззәтуллиндар ғаиләһе өлгөһөндә тәрбиәләнә, уларҙан үрнәк алып йәшәй. Уның ерҙә юйылмаҫ эҙҙәре ҡалды.

    Марат Кәримов, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
    – Был матур төбәктә фәҡәт яҙыусылар ғына тыуырға тейештер. Ибраһим ағай минең өсөн бер бәйғәмбәр һымаҡ. Уның әҫәрҙәре аша беҙ ил яҙмышын беләбеҙ. Яҙыусының тормошо ике осорға бүленә: тәүгеһе – йәшәгән сағы, икенсеһе – үлгәс – ижадының үлемһеҙлеге. Ә Ибраһим ағайҙың ижады, бер һүҙһеҙ, үлемһеҙ.

    Мансаф ҒИЛӘЖЕВ, яҙыусы:
    – Ибраһим ағай 30-сы йылдар өсөн ҙур белемле педагог булараҡ та билдәле. Мин уның менән 60-сы йылдарҙа таныштым. Ошо яҡҡа эш сәфәренә килгәйнем. Сирләп ята ине. Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе баҫыуҙарға алып сығып йөрөтөп киләм, – тинем. Ҡыуанып ризалашты. Ураҡ өҫтө ине. Бөтә комбайнсылар беҙҙең янға йыйылды. Йылы һөйләшеү булды. Сирен онотоп ебәргән Ибраһим ағайҙың: Һауынсылар янына ла алып барһағыҙ ине, – тигән теләген дә кире ҡаҡманыҡ. Көн кисләтә башлағансы йөрөп, һуң ғына ҡайттыҡ. Береһенә лә әйтеп китмәгәнбеҙ, Зөләйха апай Ибраһим ағайҙы юғалтҡан. Шулай итеп, дуҫлашып киттек беҙ уның менән. Ҡатындарыбыҙ ҙа аралашып йәшәне, хәҙер ҙә хәбәрләшеп торалар.
    Ибраһим ағайҙың батырлыҡтары күп, ләкин мин уларҙы өскә бүлеп ҡарайым: һуғышта ҡатнашыуы, яраланып ҡайтып та һынмауы, биш бала тәрбиәләп үҫтереүе.

    Риф МИФТАХОВ, яҙыусы:
    – Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләгән сағымда Ибраһим Ғиззәтуллиндың әҙерләп килтергән яҙмаларын нәшергә тапшырыу алдынан әҙерәк төҙәтәһе бар ине. Яҙыусының тыуған яғына юлландым. Ике аҙна яттым Ибраһим ағай менән Зөләйха апайҙарҙың йорттарында. Ошо беҙҙең ижади бәйләнеш миндә тик ыңғай ғына тәьҫораттар ҡалдырҙы. Таланттың бер өлөшө – тыумыштан, туғыҙ өлөшө тырышлыҡтан, тиҙәр. Тырышлыҡты мин ихтыяр көсөнә үҙгәртер инем. Тағы ла кешене ике юл йөрөтә: береһе – изге эш эшләү, икенсеһе – изге һүҙ һөйләү. Зөләйха апай менән Ибраһим ағай ошо юлдан тайпылмай йәнәш атланы.

    Дим ҒИЗЗӘТУЛЛИН, яҙыусының улы:
    – Беҙ атай-әсәй ғаиләһендә биш бала үҫтек. Бала тыумыштан ата-әсәһен нисек күрә, шулай күҙ алдына килтереп үҫә. Шуға ла беребеҙҙең дә башына бер ҡасан да, беҙҙең атай ғәрип икән, тигән уй башҡа ла килмәне. Бәләкәй саҡтан уҡ уны торғоҙоп, кейендереп, йыуындырып, ашатып өйрәнгәс, был беҙҙең өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнде. Ниндәй генә булмаһын, атай һәр саҡ атай булып ҡала. Ул балаға ниндәй кәңәштәр бирә, ул-ҡыҙҙары ла шул юл менән китә. Атай кәңәштәре бигерәк тә ир балалар өсөн ҡиммәтле. Ғаиләбеҙҙә атай иң ҙур кәңәшсе ине. Кәңәшсе генә түгел, тормошто алып барыусы етәксе лә булды ул.

    Наилә БАЙБУЛДИНА, Түбәнге Әрмет урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
    – Ибраһим Ғиззәтуллиндың исеме уҡыусылар өсөн ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Уның әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар, шиғырҙарын ятлайҙар. Йыл һайын мәктәп кимәлендә ҡаһарман яҙыусыбыҙҙың хәтер кисәләре, уның ижадына арналған синыф сәғәттәре, шиғырҙар, иллюстрациялар конкурстары үткәреп торабыҙ. Әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, Ибраһим ағай менән аралашып йәшәнек. Ул күңелемдә йор һүҙле, төплө фекерле, ихлас күңелле кеше булып ҡалды һәм ҡала бирә. Мин әҙипте ел-дауылдарға бирешмәгән имәнгә тиңләр инем.
    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    Ишембай районы,
    Түбәнге Әрмет ауылы.
    авторы: Нур | 23 сентября 2008 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тәгәрмәс ял иткәндә
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Тәрбиә Аҡбуҙаттан башлана
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Алтын көҙҙә үткән шиғриәт м ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Лилиә (27 мая 2010 20:32)  
    Ибраһим Ғиззәтуллиндың "Үлгәндән һуң утыҙ йыл"повесы - күңелемде тетрәтте... иҫ киткес ҡыҙғаныс,философик фекерҙәр тулы уйландырғыс әҫәр.
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru