Күп һөйләгән - аҙ эшләгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ябайлығы менән бөйөк Башҡортостан » Хәтер
    Миңә үҙ ваҡытында эш буйынса әҙәбиәт, сәнғәт һәм матбуғат өлкәләрендә дан ҡаҙанған шәхестәрҙең күбеһе менән осрашырға тура килде. Шуларҙың береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим булды. Уның үҙен күреү, аҡыллы һәм мөғжизәле һүҙҙәрен тыңлау минең өсөн һәр ваҡыт оло бәхет ине. Тормошта төрлө әҙәм осрай – яҡшыһы ла, яманы ла. Ә Мостай Кәрим һымаҡтары меңдәр, хатта миллиондар араһында берәү. Аллаһы Тәғәлә уға барыһын да етерлек күләмдә биргән: буй-һын, тышҡы матурлыҡ, бәйғәмбәрҙәй аҡыл, шөһрәтле тел – барыһы ла бар унда. Үҙ халҡының бөтә шатлыҡ-ҡайғыһын һыйҙыра алған киң күңелле кеше ине ул.
    Әйткәндәй, беренсе тапҡыр Мостайҙы күреү бәхете миңә үткән быуаттың 60-сы йылдары башында тейҙе. Ул бер нисә әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәре менән бергә Яңы Мишәр ауылында үткән һабантуй байрамына килгәйне. Хәтерләүемсә, йыйылған халыҡ уны оҙаҡ көттө, тик ниндәйҙер сәбәп менәндер, улар көн ауышыуға ғына килеп етте. Кешеләрҙең күбеһе таралып, аҙ ғынаһы ҡалғайны. Шуға ҡарамаҫтан, бөйөк шағир ябай Мостай булып, үҙенең бик күп шиғырын уҡып ишеттерҙе. Уны күреү менән ниңәлер үҙенең шиғыр юлдары ҡылт итеп иҫкә төштө: «Рядовой Кәримов, өс аҙым алға сыҡ, авангардта барасаҡһың юл асып!» Ысынлап та, биш тиҫтә йыл буйына шағир Мостай Кәрим башҡорт әҙәбиәтендә авангардта юл асып барҙы. Ә инде Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айтматов, Давид Кугультинов һәм Ҡайсын Кулиевтар менән йәнәш күп милләтле совет әҙәбиәтенең бер яҡты йондоҙо булып балҡыны.
    Байрамда ҡатнашыусы башҡа Өфө ҡунаҡтарын хәтерләмәйем. Тик шуныһы ныҡ иҫтә ҡалған: һорауҙарҙың күбеһе Мостай Кәримгә төбәлгәйне һәм ул һәр береһенә бик ентекле, ихлас яуап бирҙе. Бына нисек бөйөк тә, бер үк ваҡытта ябай ҙа булған тиҫтәләгән йылдар буйына әҙәбиәтебеҙҙе әйҙәгән шағирыбыҙ. Бөгөн дә күҙ алдымда: халыҡ шағирының һирәк кенә ҡалған кешеләр алдында бирелеп китеп шиғыр уҡыуы. Былары инде – балалыҡ хәтирәләре.
    1979 йылдың июне. Беҙ Атлас Камалов менән Өфөлә партия-совет хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу курсында уҡып йөрөйбөҙ. Шул арала Башҡортостанда Украина әҙәбиәте көндәре башланды. Кисен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән тантанала ҡатнашып, икенсе көндә Салауат Юлаев һәйкәле урынлашҡан майҙанға йүнәлдек. Иртәнге сәғәт 11-ҙә Украина яҙыусылары менән осрашыуға арналған сараны асып та ебәрҙеләр. Башҡортостан әҙиптәре үҙҙәренең украин ҡәләмдәштәре менән ярышып-ярышып сығыш яһай, тирә-яҡ ҡурай моңона күмелгән. Шул арала беҙ, бер төркөм ҡала һәм район комитеттары инструкторҙары, бик ҡыйынһынып ҡына Мостай Кәримгә яҡынлаштыҡ. Ул инде үтә ябайлыҡ күрһәтеп, һәр беребеҙ менән ҡул биреп күреште, ҡайһы яҡтан булыуыбыҙҙы һорашты. Баҡһаң, һәр районда уның таныштары бар икән, уларҙың һаулығы менән ҡыҙыҡһынды. Беҙ инде бер аҙ батырайып киттек һәм Мостафа Сафа улынан бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөүен һораныҡ. Ишембайҙан Шәүкәт исемле егеттең фотоаппараты ла бар ине. Ул ваҡытта бөтә булған дан-шөһрәткә күмелгән Мостай Кәримдең тиҙ генә риза булыуы мине үтә лә ғәжәпләндерҙе. Йәнәшенә Украинаның халыҡ шағиры Иван Драчты саҡырҙы, шул арала Ғайнан Әмири ҙә килеп етте. Ә инде шағирҙың тормош иптәше Рауза апай беҙҙең эргәгә баҫманы. Беҙ нисек кенә ҡыҫтаһаҡ та, уның яуабы бер булды: «Мин шағир түгел, тик шағирҙың ҡатыны ғына». Ниндәй аҡыллы баҫалҡылыҡ һәм бик урынлы әйтелгән һүҙҙәр! Шул арала, ҡайҙандыр һиҙеп ҡалып, беҙҙе өлкә гәзиттәренең фотохәбәрселәре уратып алды. Беҙҙең Шәүкәткә фотоға төшөрөр өсөн урын да ҡалманы, үҙе лә баҙап ҡалды шикелле.
    – Шәүкәт, төшөрөп өлгөр! – тип оран һалдыҡ. Мостай ағай ҙа: «Шәүкәт, үҙеңде ҡара, быларға ышаныс юҡ», – тип әйтеп һалды. Ниңә улай тип әйткәндер, әлегә тиклем белмәйем. Шул ваҡытта булып алған бер ҡыҙыҡ күренеш хәтерҙә ҡалған. Мостай ағай Иван Драчҡа беҙҙең турала, шаяртып: «Они бывшие секретари обкома», – тип әйтеп һалды. 24 – 25 йәшлек егет-ҡыҙҙарҙы күреп, дуҫы уға аптырап ҡарағас, Мостай ағайыбыҙ, ашығып: «Будущие секретари», – тип төҙәтеп ҡуйҙы. Тағы шуныһы. Бында мине уның ҡатынына – Рауза апайға ҡарата булған мөнәсәбәте айырыуса хайран ҡалдырҙы. Әйтерһең дә, кисә генә ҡауышҡан ике үтә лә бәхетле ҡыҙ менән егет тора ине беҙҙең алда. Бөтәһе лә тәбиғи, яһалмалыҡтың эҙе лә күренмәй.
    Өсөнсө осрашыу 1982 йылдың йәйендә үҙебеҙҙең районда булды. Бер көндө ул ваҡытта КПСС райкомының беренсе секретары булып эшләгән Зәки Ҡадиҡов үҙенең кабинетына саҡырҙы. Инһәм, ни күрәм, унда Мостай Кәрим үҙе ултыра. Алдан бер ни хәбәр итеү юҡ. Беренсе секретарь мине: «Кәримов», – тип таныштырғас, ул: «Минең туғандар Мәсетлелә лә бар икән», – тип ҡуйҙы.
    Мостай Кәрим район халҡы менән осрашырға теләге барлығын белдерҙе. Мин шунда уҡ район үҙәген һәм «Коммунист» колхозын тәҡдим иттем. Сөнки ул йылдарҙа халыҡ бик әүҙем, кешеләрҙе йыйыу ауыр мәсьәлә түгел ине. Тик бер нәмә борсоно: билдәле әҙипкә ябай кешеләр тарафынан теләгән һорауҙарын биреү мөмкинлеге буласаҡмы? Үҙемдең шигемде белдереүем булды, ул шарҡылдап көлөп ебәрҙе лә, Сыңғыҙ Айтматов менән булған хәлде, бер көләмәсте һөйләне.
    Мостай Кәрим ябай кешегә лә йылы һүҙ таба белә ине, һөйләшкәндә йөҙө һәр ваҡыт асыҡ булды. Яҙыусыларҙың да төрлөһө килә ине. Ун битлек бер китабы баҫылып та, кәперәйеп, кеше танымай, тик беренсе секретарҙы ғына талап иткәндәре лә булды. «Буш һауыт ныҡ шалтырай», – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер боронғолар.
    Осрашыуҙарҙа ул, башлыса, үҙенең яңы әҫәрҙәре менән таныштырҙы, ижади пландары менән уртаҡлашты. Башҡорт әҙәбиәтенең торошо тураһында һөйләгәндә айырыуса йәш әҙиптәрҙең ижадына баҫым яһаны, минең аңлауымса, улар уны ҡыуандырһа, шул уҡ ваҡытта борсолоуға һала ине.
    Бына ниндәй оло йөрәкле шағир ине ул юғары талант эйәһе Мостай Кәрим. Заманында миңә йәшләй генә үлеп ҡалған башҡорт шағиры Миәссәр Басиров бер ваҡиға һөйләгәйне. Республиканан бер нисә яҙыусы Көнсығыш илдәренең береһенә әҙәби конференцияға бара. Ҡайҙан килгәндәрен аңлатып ҡарайҙар, ләкин Башҡортостанды белеүсе юҡ. Шунда береһе: «Ә ниндәй күренекле шәхестәрегеҙ бар?» – тип һорап ҡуя. Бер нисә билдәле кешенең, республика етәкселәренең исем-шәрифтәрен әйтеп ҡарайҙар, ләкин белеүсе юҡ. Мостай Кәримдең исемен атау менән, улар: «Мостай – Көнсығыш бәйғәмбәре, быуатыбыҙ ире», – тип шатланыша.
    Бына шулай халыҡ шағиры тиҫтәләрсә йылдар буйына үҙенең ижады һәм йәшәйеше менән тыуған еренең данын күтәрә. Мин шунда уйлап ҡуйҙым: тик оло йөрәкле, киң күңелле бөйөк шәхестәр генә күтәрә ала ябай кешелек донъяһын буй етмәҫлек бейеклектәргә. Ысынлап та, халыҡ илсеһе булып, кешеләр өсөн йәшәгән икән мәңге онотолмаҫ Мостайыбыҙ.
    Һуңынан да Өфөлә булғанда халыҡ шағиры менән бер нисә тапҡыр осрашып һөйләшергә тура килде. Һәр ваҡыт ихлас булды. Мостай Кәримдең мөләйем асыҡ йөҙө бөгөн дә күҙ алдымда, мөғжизәләргә тулы аҡыллы һүҙҙәре йөрәк түрендә.

    Ғәлимйән КӘРИМОВ,
    Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.
    авторы: Нур | 23 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Мостай ҡояшы мәңге байымаҫ
  • Иҫтә, һаман да
  • РУХ ҺҮНМӘҺӘ, ИЛ ҮЛМӘЙ
  • Йыры йәшәй йөрәктәрҙә
  • Әҙәби марафон Келәштән старт алды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru