Көсөңә күрә көсән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Тәмле
  • Июль
  • Шәхси хужалыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ил саҡырғас, изге яуға китте улдар Башҡортостан » Хәтер
    Хәтер һаҡлай, хәтер һыҡтап илай,
    Хәтерҙәргә уйып яҙылған.
    Һуғыш беҙҙең әрнеү йөрәктәргә
    Тутыҡ ярсыҡ булып ҡаҙалған.
    Илебеҙгә фашистар баҫып ингәс, 1941 йылда Башҡортостанда ике кавалерия дивизияһы ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Тик уларҙы туплауға республиканың көсө лә, матди хәле лә булмай, шунлыҡтан берәүҙе – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойошторорға булалар. Штат расписаниеһы буйынса дивизияла 4000 кеше һәм 5650 ат иҫәпләнә. Һалдаттарҙы – ҡышҡы һәм йәйге форма кейеме, һуғыш кәрәк-яраҡтары, ә аттарҙы бесән һәм һоло менән тәьмин итергә кәрәк була. Пулемет тачанкалары – Өфөлә, поход, аш-һыу йыһаздары – Белоретта, хәрби балталар, кәйләләр, сым киҫеү ҡайсылары Стәрлетамаҡта әҙерләнә.
    Дивизия командиры итеп полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнә. Тәжрибәле һәм белемле хәрби етәксе Ҡыҙыл Армияла 1919 йылдан хеҙмәт итә, Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай, һуғыштың тәүге көндәренән фронтта була, генерал П. Доваторҙың кавалерия корпусы составында Мәскәүҙе һаҡлай.
    1942 йылдың 1 майында дивизия 8-се кавалерия корпусы составына индерелә, һалдаттар хәрби ант ҡабул итә. Июнь аҙағында Брянск фронтында һуғышҡа инеп, дивизия ноябрҙә Сталинград яуында ҡатнаша. 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловградты азат итеү маҡсатында дошман тылына яһалған рейдтан сыҡҡанда дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов һәләк була.
    Ә данлыҡлы дивизия, Дондан Эльбаға тиклем дүрт меңдән ашыу саҡрым юл үтеп, Берлин операцияһында ҡатнашып, 1945 йылдың 1 майында Бранденбург ҡалаһын ала. Ҡаһарманлығы өсөн Черниговская тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, дивизия байрағын дүрт юғары награда – Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ленин ордены, II дәрәжә Суворов ордены, II дәрәжә Кутузов ордены биҙәй. Дивизияның 78 һалдатына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, дүрт меңдән ашыу һалдат ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
    112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары араһынан беҙҙең Баймаҡ районында әлеге көндә ике ветеран ғына ҡалды.
    Ярат ауылында йәшәүсе Фәхрислам Нурғәле улы Үҙәнбаев 1919 йылдың йәмле июль айында (документ буйынса 1920 йылдың июне) Ғүмәр ауылында тыуа. Шәһиҙә апаһы, Динислам һәм Иғдислам ағаларынан ҡала, дүртенсе бала була. Бер йәш тирәһендә аталары Нурғәли үлеп китә. Дүрт бала менән тол ҡалған әсәләре Фатима инәйгә бик күп ауырлыҡ кисерергә тура килә. Һуғышҡа тиклем, ир ҡорона еткәнсе, ярты етем Фәхрислам байтаҡ сынығыу үтә. Етеҙ, сос, үткер, зирәк бала үҙ ваҡытына күрә яҡшы ғына белем алыуға өлгәшә. Алыҫ араға йөрөп булһа ла, ете синыфты тамамлай.
    1940 йылдың көҙөндә, 20 йәш тулғас, әрмегә алына. Горький янында хәрби заводты һаҡлайҙар. 1941 йылда комиссия уны ҡайтара, һәм егет Семен ауылында эшләй башлай. Ләкин фашист илбаҫарҙары илебеҙгә ҡаршы һуғыш асҡас, ватанды һаҡлаусылар сафына ул да баҫа. Кавалерия дивизияһы төҙөлә башлағандан алып һуғыш бөткәнсе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында йөрөй. 60-сы полкта минометсы була. Гвардия старшинаһы, генерал М. Шайморатовтың дивизияһында хеҙмәт итә. Күрше Күсимов полкы менән Озерки-Лабановка янында ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Йырҙағыса, Висла, Одер, Дунай, тигән кеүек, Ленинград, Черниговтың хәтәр юлдарын үтәләр.
    Висла аша сығыу беҙгә бик ҡиммәткә төшә ине. Разведчиктар сыҡҡан һайын иптәштәрен юғалтып ҡайтты, – тип һөйләй Фәхрислам олатай. – Уларҙың кәмә юлын, ишкәк тауышын власовсылар ишетмәһен өсөн төндә пулеметтарҙан атып сыға торғайныҡ.
    1945 йылдың 25 ғинуарында иртә менән Польша-Германия сиге аша үттек.
    Төш мәлендә ҡапыл килеп сыҡҡан дошман самолетынан атҡан пулеметтан яраландым. Пуля аяғымдың һум итенә эләккәйне. Госпиталдә эшләгән операциянан һуң кире часҡа ебәрмәнеләр. Аҙыраҡ һауыҡҡас, Польшаның Шмигель ҡалаһына комендант (капитан) урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Март аҙаҡтарында йәнә фронтҡа ебәрҙеләр. Юлда 33-сө армия составындағы штабта, ҡайҙа, ниндәй подразделениела, кем булып алышыуымды һорашып алғас, офицерҙар курсында уҡырға тәҡдим иттеләр. Риза булдым. Брест ҡалаһынан Мәскәүгә, унан Һарытау политработниктар әҙерләү училищеһына эләктем. Ләкин яраларым асылып, йәнә госпиталгә яттым. Унан һуң Мәскәүҙә, Воронеж өлкәһендә булырға тура килде. Мине специалист-инструктор-уҡытыусы итеп тәғәйенләнеләр. Беҙ буласаҡ кесе командирҙарҙы әҙерләнек.
    Иртә таңда тауышҡа уянып китһәм, карауаттың дүрт мөйөшөнән тотоп, мине һелкетәләр. Егеттәребеҙ Ура! ҡысҡырыша. Шулай итеп, Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршыланым.
    Өс яраһы буйынса сираты еткән Фәхрислам олатайҙы 1945 йылдың 22 декабрендә демобилизациялайҙар. 1946 йылдың ғинуарында Сөнәғәт Мырҙабулатовтың ҡыҙы Садиҡаға өйләнеп, биш ул, алты ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итәләр.
    Алла бирһә, быйыл йәй Фәхрислам олатай үҙенең 90 йәшен билдәләйәсәк.
    Һуғыш ветераны Сафа Мәғәфүр улы Хисаметдинов 1922 йылда Иҫән ауылында тыуған. 1941 йылдың 9 ноябрендә армия сафына алына.
    1942 йылдың 1 майында ысын һуғышты күрҙем, – ти Сафа олатай. – Хәбиров етәкселегендә өлкән разведчик булдым. Ошо уҡ йылдың ноябрендә һөжүмгә күстек. 29 декабрҙә көслө атыш ваҡытында яраландым. Госпиталдән сыҡҡас, икенсе часҡа эләктем. Курск дуғаһында булып, тәүге оборонаны алғас, тағы яраландым. Унан һауығып сығып, Николаевск ҡалаһын алғанда өсөнсөгә яраландым. 1943 йылдың июленән 3-сө Украина фронтында һуғыштым. 1945 йылдың майында Австрия еренә индек. Һуғыш тамамланғас, ноябргәсә отпускыға ҡайтарҙылар. Отпуск бөтөп, кире барғас, мине демобилизовать иттеләр.
    Һуғыштан өс яра менән ҡайтҡан Сафа олатай оҙаҡ йылдар Таналыҡ колхозында эшләй. Бригадирлыҡҡа уҡып сыға, автомеханик, рәйес урынбаҫары була. Почетлы сиҙәм күтәреүсе, хеҙмәт ветераны исемдәрен яулай, төрлө Почет грамоталарына лайыҡ була. Йыл да Өфөгә кавалеристар осрашыуына бара.
    Яугир 1947 йылда Әлимә Бәхтигәрәй ҡыҙына өйләнә, өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Сания Сибай ҡалаһында йәшәй, РФ Почта хеҙмәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Кеселәре Әсмә – пенсияла. Ә уртансы ҡыҙҙары Зөләйха, Сафа олатайҙы тәрбиәләп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, уның менән бергә Ниғәмәт ауылында йәшәй. Үкенескә күрә, Әлимә инәй 1999 йылда яҡты донъянан киткән.
    Күпме һуғыш ыҙалығы күргән арҙаҡлы яугирҙарыбыҙ, хөрмәтле һуғыш ветерандарына тормоштоң йәмен татып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген тойоп йәшәргә, ҡәҙер-хөрмәттә 90 йәштәрен генә түгел, 100-ҙө лә ҡаршы алырға насип булһын.
    Земфира ТАҺИРОВА.
    Баймаҡ ҡалаһы.
    авторы: Нур | 23 июня 2009 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Улар БЕҘҘЕҢ бәхет өсөн көрә ...
  • Уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар
  • 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы – һ ...
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Уйланырға урын бар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Pasha (26 июля 2009 02:10)  
    Хәтер һаҡлай, хәтер һыҡтап илай,
    Хәтерҙәргә уйып яҙылған.
    красиво

    )
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru