Иртә торған ас ҡалмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бар донъяға танылған шәхес ине Башҡортостан » Хәтер
    Ул донъяның иң билдәле 100 ҡатын-ҡыҙы исемлегенә ингәйне

    Үткән аҙнала Башҡортостан профессиональ сәнғәте СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, «Намыҫ һәм дәрәжә өсөн» номинацияһында «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты НАСРЕТДИНОВА Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы менән хушлашты.
    З. Насретдинова 1923 йылдың 14 авгусында Өфөлә тимер юл эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Баш ҡаланың 20-се мәктәбен (әле – Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ленинград хореография училищеһының (әле – А. Ва­ганова исемендәге рус балеты академияһы) баш­ҡорт бү­лексәһен тамамлай. 1941 йылдың июлендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында солистка си­фатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
    Зәйтүнә Насрет­динова сирек быуатҡа торошло оҙон сәхнә тормошонда милли, рус һәм сит ил классик спектаклдәрендә сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары аша үҙен киң диапазонлы талантлы классик бейеүсе тип танытты. Улар – Одетта һәм Одиллия, Аврора (П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» һәм «Йоҡоға талған һылыу»ы), Никия, Китри (Л. Минкустың «Баядерка»һы һәм «Дон Кихот»ы), Жизель һәм Мирта (А. Адандың «Жизел»е), Франциска (И. Штраустың «Зәңгәр Дунай»ы), Эсмеральда (Ц. Пуниҙың «Эсмеральда»һы) һәм башҡалар.
    «Сыңрау торна» тәүге милли балетындағы Зәйтүнгөл образы улар араһында айырым урынды биләй. Балет авторҙары – либреттист Ф. Ғәскәров, композиторҙар Л. Степанов һәм З. Исмәғилев үҙҙәренең әҫәрен йәш һәм талантлы балеринаға арнай. Республиканың тәүге профессиональ балеринаһы Зәйтүнә Насретдинова сирек быуатҡа яҡын партнеры, тормош иптәше һәм фекерҙәше булған Хәләф Сафиуллин менән бейене. Улар, театрҙың сит илдәргә гастролгә сыҡҡан тәүге артистары иҫәбендә булып, Германия, Болгария, Венгрия, Польша, Куба, Монголия, Бөйөк Британия, Шотландия, Ирландия, Корея тамашасыларының һөйөүен яулай.
    Зәйтүнә Насретдинова бар ғүмерен бейеүгә арнаны һәм 40 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының педагог-репетиторы булып эшләне. Уның тырышлығы менән Башҡортостанда бөтә донъяға танылыу яулаған Өфө балет мәктәбе эшләй.
    Зәйтүнә Насретдинованың фиҙакәр хеҙмәте халыҡ-ара эксперттар тарафынан да юғары баһалана. Уның исеме Бөйөк Британиялағы Халыҡ-ара биографиялар үҙәге тарафынан нәшер ителгән «Кто есть кто» – «Сто известных женщин мира» бөтә донъя биографиялар энциклопедияһына индерелде. Донъя мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн 2006 йылда Халыҡ-ара биографиялар үҙәге советы (Кембридж, Бөйөк Британия) уға «Халыҡ-ара профессионал» тигән маҡтаулы исем бирҙе.
    Һоҡланғыс кеше һәм сағыу шәхес, талантлы балерина һәм педагог Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Юғары сәнғәт байрамы
  • Һүрелмәһен Рудольф йондоҙо
  • ТАЛАНТ БИЛДӘҺЕ
  • Бейеүсенең рухы
  • Балет, балет – хыял осошо!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru