Алдын бер уйла, артын биш уйла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Батырҙар ҡиссаһы Башҡортостан » Милли проекттар

    26 июндә Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙған бишенсе «Бөрйән батыры» ат-спорт фестивалендә ысын ир-егеттәр көс һынашты
    Батырҙар ҡиссаһы
    Нилектәндер, минең өсөн элек-электән Бөрйән ырыуы һәм Бөрйән районы икеһе бер үк мәғәнәгә эйә кеүек ҡабул ителә ине. Тик, быйыл Бөрйән районына юлым төшкәс кенә, ундағы халыҡтың күпселеге Ҡыпсаҡ ырыуынан булыуын, бөрйәндәрҙең иһә күберәк хәҙерге Баймаҡ районында урынлашыуын асыҡланым. Шуға ла, әлбиттә, «Бөрйән батыры»ның Баймаҡ районында уҙғарылыуына аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡтыр.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Башҡортостан

    Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡор­тостанда 236 урман янғыны теркәлгән. «Ҡыҙыл әтәс»тән дүрт мең гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән. Күҙәтеүҙәрҙән сығып фекер йөрөткәндә, янғын айырыуса Көньяҡ Урал һәм таулы райондар урмандарында йыш теркәлә икән.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бергә саҡта өйрә ҡуйы була Башҡортостан

    Донъялағы, илдәге һәр ваҡиға матбуғатта сағылыш таба. Ҙур мәҡәлә булмаһа, ҡыҫҡа мәғлүмәт менән булһа ла халыҡҡа еткерергә тырышалар. Гәзит һүҙенең көсө һаман да бар әле ул. Беҙгә алыҫ булмаған тарихыбыҙҙа, 1996 – 1997 йыл­дарҙа ла «Йәшлек» суверенитет яулаған осорҙағы кеүек булған. Халыҡ менән бергә борсолған, проблемаларҙан сығыу юлын эҙләгән. Рәсәйҙе зар илатҡан Чечня һуғышы һөҙөмтәһендә әсиргә эләккән егеттәрҙе алып ҡайтырға барһынмы, республиканың ете районы буйлап рух «өләшеп» һыбай йөрөһөнмө – гәзит хеҙмәткәрҙәре был эштәрҙең уртаһында ҡайнаған. Ташҡа баҫылғандар тарих булып ҡала. Гәзитебеҙҙе уҡыусылар өсөн. Аңлағанға – ишара, матбуғат та бит ваҡиғалар архивы һанала.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Имәндең ныҡлығын – дауыл, ирҙең рухын заман һынай Башҡортостан

    Имәндең ныҡлығын – дауыл, ирҙең  рухын заман һынай
    Йәнә бер йылды мәңгелеккә оҙатып, ҡыуанып та, уйланып та йөрөгән мәлдәр. Ҡыуаныс тойғоһо бәлә-ҡазаларҙың, сир-сырхауҙарҙың артта ҡалыуына өмөт бирһә, йыл менән йылдың алмашыныуы ғына кешелекте эҙәрләй килеүсе проблема­ларҙан азат итмәйәсәген белеү хафаға һала. Үҙенең Яңы йыл тәбрикләүендә республика Президенты, ватандаштарын йыуатҡандай һәм һәр беребеҙгә дәрт бирергә теләгәндәй: «Мәшәҡәттәр тулы ошо ваҡытта беҙгә, һис ҡасан да булмағанса, эштәрҙә булдыҡлылыҡ, уй-фе­керҙәрҙә аныҡлыҡ, тормошта ойошҡанлыҡ һәм тәртип кәрәк», – тип билдәләне.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Онотмай кесе быуын, ололай батыр рухын Башҡортостан » Милли проекттар

    1 – 3 июлдә Асылыкүл буйында йәш сәсәндәрҙең «Урал батыр» республика конкурсы уҙҙы
    Онотмай кесе быуын, ололай батыр рухын
    Матур традицияға әүерелгән конкурсҡа, һәр йылдағыса, иң-иң оҫта, сәсән телле балалар ғына йыйыл­ғайны. Яңы үҙгәрештәр ҙә индерелгән – эпосты яттан һөйләүселәр беренсе тапҡыр йәш буйынса ике төркөмгә бүлеп баһаланды.
    – 7-се синыфҡа тиклемгеләр ят­ларға тейешле мотлаҡ минимум 1000 юл булһа, 7 – 11-се синыф уҡыусылары 2800 һәм, теләк буйынса, унан да күберәк юлдарҙы ятларға тейеш ине. Ике төркөм өсөн дә критерийҙар бер үк – баланың башҡарыу оҫталығына, юлдар һанына, музыка ҡоралдарын ҡулланыуына, көйләп һөйләй белеү-белмәүенә иғтибар иттек, – ти жюри ағзаһы, БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова. – Гран-при ошо ике төркөмдә сығыш яһаусыларҙың иң оҫтаһына тапшырылды. Элекке йылдарҙа үҙ ҡобайыры менән сығыш яһаусыларҙың айырым турын үткәрә торғайныҡ. Тик, үкенескә күрә, быйыл был турҙан баш тартырға мәжбүр булдыҡ. Сөнки йылдан-йыл ҡабатлауҙар, бер-береһенән күсереү осраҡтары теркәлә башланы...

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һабантуйҙы Питерҙа ла көтөп алалар Башҡортостан » Милли проекттар

    Июндең һуңғы йәкшәмбеһендә Санкт-Петербург янындағы Сярьги ауылында милли байрам – һабантуй үтте. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, төньяҡ баш ҡалала һәм Ленинград өлкәһендә 250 меңдән 300 меңгә тиклем башҡорт һәм татар йәшәй. Тимәк, һабантуйҙа халыҡтың күп булыуына аптырарға түгел. Төньяҡ баш ҡалала ике туғандаш халыҡтың байрамы беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй. Һуңғы йылдарҙа ул дөйөм ҡала статусына эйә булып, Нева йылғаһы буйындағы күп милләтле ҡаланың визит карточкаһына әүерелде.
    – Һабантуй бөгөн тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәт символына әүерелде. Уны бөтә Рәсәй буйынса, шул иҫәптән Петербургта ла үткәрәләр, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, һабантуйҙарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡаһарманлыҡ өлгөһө ул – Брест Башҡортостан » Хәтер

    Ҡаһарманлыҡ өлгөһө ул – Брест
    ЙЫЛ һайын Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндө Брест ҡалаһында уны һаҡлаусылар иҫтәлегенә Хәтер сараһы ойошторола. 1941 йылдың 22 июнь таңында немец фашистары илде бомбаға тота башлағас та, сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша. Немец тарихсылары яҙыуынса, һөжүм итеүселәр фанатик рәүештә алышҡан совет һалдаттары тарафынан ныҡ ҡына ҡырыла. Фашистар ҡәлғәне һигеҙ сәғәт эсендә алырға күҙаллаһа ла, ниәттәре килеп сыҡмай. Беҙҙең утыҙҙан ашыу милләт кешеһенән торған ярым тере һалдаттар ике ай буйына аҙыҡһыҙ-һыуһыҙ тиерлек йәндәрен аямай һуғыша. Ошондай ҡыйыулыҡҡа таң ҡалған Гитлер ҡәлғә емереклектәренә үҙе генә килеп ҡалмай, ә союздашы Бенито Муссолиниҙы ла саҡыра.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәбиғәт ҡосағында матурыраҡ Башҡортостан » Милли проекттар

    Тәбиғәт ҡосағында матурыраҡ
    Һабантуй – төрки халыҡтарҙың иң боронғо байрамдарының береһе. Силәбе өлкәһендә был матур байрам бына инде 50 йылдан ашыу үткәрелә. Үткән йылдарҙа халыҡтың һағынып көтөп алған иң ҙур һәм күңелле байрамы ҡаланың Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында үтһә, быйыл ул тәү тапҡыр тәбиғәт ҡосағында – Ҡоншаҡ районының йәмле Сабаҡкүл күле янында ойошторолдо.
    Күптән инде халыҡ байрамы булып иҫәпләнгән һабантуй башҡорт һәм татар халыҡтарын ғына түгел, уға килгән һәр кешене берләштерә. Белеүебеҙсә, ул сәсеү тамамланғандан һуң үткәрелә. Шуға ла байрамдың үткән йылдар­ҙағы кеүек бетон стеналар араһында түгел, ә тәбиғәттә уҙыуы бик ҡыуандырҙы. Асылда, һабантуйға сәсеүҙе тәүгеләрҙән булып тамамлаған алдынғы биш хужалыҡ вәкилдәре ҙур тантаналы парадта ҡатнашыу өсөн йыйылды.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru