Алдынғылыҡ - тәхеткә, иремтәлек - ләхеткә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Йондоҙнамә
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Борсолмағыҙ, пенсия ваҡытында киләсәк Башҡортостан

    Яңы йылдың тәүге ун көнөндә байрам булғас, пенсия һуңлап килерме икән, тип бошоноусылар барҙыр әле. Бер ҙә борсолмағыҙ.
    Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән белдереүҙәренсә, 2015 йылдың 3 ғинуарынан почта элемтәһе ойошмалары пенсия һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе ғәҙәти график буйынса таратасаҡ. Кредит ойошмаларына аҡса ағымдағы йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса күсереләсәк.
    Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе бер миллион 120 мең пенсионерға пенсия түләй. Улар «Рәсәй почтаһы» һәм кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.

    авторы: admin | 29 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Волга – Янцзы хеҙмәттәшлеге нығый Башҡортостан

    Рәсәй һәм уның төбәктәре һуңғы йылдарҙа Ҡытай менән бәйләнешен нығыт­ҡандан-нығыта. Башҡортос­тан да был йәһәттән әүҙем эшләй – Ҡытай провинциялары менән байтаҡ килешеү төҙөгән.
    Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты барышында ҡатнашыусыларҙың Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән осрашыуы күҙаллана. Һүҙ “Вол­га – Янцзы” форматындағы, йәғни Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы провинцияларының сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлеге хаҡында.

    авторы: admin | 28 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡалабыҙҙа саммит объекттары төҙөлөп бөтөүгә бара Башҡортостан » Милли проекттар

    Өфө киләһе йыл июлдә бик күп ҡунаҡ ҡаршылаясаҡ. БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәренең республиканың баш ҡалаһына саммитҡа йыйылыуы хаҡында күп тапҡыр хәбәр иттек. Ошо ҙур сараға ҡарата Өфөлә төҙөлөштәр ҙә бара. Хәйер, объекттарҙың күбеһендә эштәр тамамланыуға яҡынлашҡан. Һүҙ – саммитта ҡатнашыусылар йәшәйәсәк ҡунаҡханалар хаҡында.
    Аксаков һәм Түбә урамдары киҫелешендә төҙөлгән биш секциялы, күп ҡатлы, дүрт йондоҙло “КЕСКО Хилтон” ҡунаҡхана комплексының дөйөм майҙаны 47 мең квадрат метрҙан ашыу. Эске инженер селтәрҙәре буйынса эш 97 процентҡа үтәлгән, эске биҙәү эштәре – 88 процентҡа. Эргә-тирә биләмәһен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү һөҙөмтәһен әлегә 65 процентҡа баһалайҙар. Бина эсендә йыһаздарҙы ҡороп ҡуйыу бара.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Власта ла ҡулайлаштырыу бара Башҡортостан

    Рөстәм Хәмитовтың «Башҡор­тостан Республикаһы Прези­денты Хакимиәте эшмәкәрлеген камиллаштырыуҙың айырым мәсьәләләре тураһын­да»ғы указы сыҡты.
    Документта Хакимиәт структураһын оптималләштереү хаҡында һүҙ бара.
    Территориялар һәм кадрҙар сәйәсәте менән эш итеү идаралығы икегә бүленгән – Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы һәм Дәүләт хеҙмәте һәм кадр­ҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралыҡҡа. Тәүгеһен Рәмил Хәлилов етәкләй, икенсеһен – Шамил Мөхәмәтдинов. Ә Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының мәғлүмәти һәм электрон технологияларҙы ҡулланыу бүлеге бөтөрөлдө.

    авторы: admin | 24 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанда – яңы баш инспектор Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич булып киткәйне. Ул БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығындағы ултырышҡа йыйылыусыларҙы Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллек аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспекторы менән таныштырҙы.
    Андрей Чечеватов бығаса Киров өлкәһе буйынса Баш федераль инспектор вазифаһын башҡарған. Ул Мәскәүҙә тыуған. Юғары хәрби белем алып, 20 йылдан ашыу Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән, төрлө ведомстволарҙа яуаплы вазифалар башҡарған.
    Журналистар менән осрашыуҙа Михаил Бабич яңы федераль инспекторға төбәктә хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләр тураһында әйтеп үтте. Улар, әлбиттә, иҡтисад­ҡа, сәйәсәткә ҡағыла.

    авторы: admin | 13 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сүп-сар баҫмаһын тиһәк… Башҡортостан

    15 процентҡа арттырып түләйбеҙ инде
    РФ Дәүләт Думаһында ҡалдыҡтар тураһындағы закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡаралырға тейеш. Ул документ бынан өс йыл элек үк беренсе тапҡыр уҡылғайны ла, ниңәлер онотолоп торҙо. Хәҙер ил Президенты эште еренә еткерергә һәм нөктә ҡуйырға ҡуша.
    Закон проектына ярашлы, сәнәғәт һәм ҡулланыусылар ҡалдыҡтарына цивилизациялы мөнәсәбәт булдырыу талап ителә. Беләһегеҙ, бөгөн беҙҙе сүплектәр баҫып бара. Рәсәйҙә меңләгән гектар ер ҡыйлыҡ өсөн бүленә. Үҫешкән илдәрҙә ҡайһы бер ҡалдыҡтар йыш ҡына сеймал (йә йылылыҡ энергияһы алыуға) итеп тотонолһа, беҙҙә һаман был эште яйға һала алмайҙар. Ә хәҙер депутаттар яңынан өйрәнергә тотонған да ул, тик бер “әтнәкәһе” булмаҡсы. Документтың һуңғы вариантында әйтелеүенсә, сүп-сарҙы эшкәртеү йә урынлаштырыу хаҡы коммуналь түләүҙәр исемлегенә индерелергә тейеш.

    авторы: admin | 11 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡунаҡтарға башҡорт аш-һыуын тәмләтмәйенсә булмай Башҡортостан

    Башҡортостанда милли ресторан-кафелар ойоштороу буйынса эш башланды. Иң тәүҙә, әлбиттә, Өфөлә асыу күҙаллана. Хәҙер иһә, ҙур йыйын алдынан халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ аш-һыу төрҙәрен туплаған туҡланыу урындарын асыу кәрәге тейҙе. Дөйөм алғанда, Өфөлә юғары кимәлдәге ун ресторан булдырыу күҙаллана, шуларҙың араһында мотлаҡ башҡорттоҡо ла асылыр.
    Әле Крупская урамында башҡорт милли кухняһы кафеһы асылған, яҡын арала тағы өсәүһе халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ.
    БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Гүзәл Аҫылова белдереүенсә, бөтә баш ҡала ресторандарынан үҙ менюларында милли аш-һыу битен булдырыуҙары һорала. Белгестәр төркөмө кәңәштәрҙең нисек үтәлеүен тикшереү мониторингын башлаған да инде.

    авторы: admin | 18 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һабантуйҙы губернатор ҙа ярата Башҡортостан » Милли проекттар

    Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, быйыл Петербург һабантуйына халыҡ-ара статус бирелде. Тәүгә был сараға Ленинград өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһының барлыҡ башҡорт һәм татар милли-мәҙәни берләшмәләре вәкилдәре, Польша, Украина, Швеция, Финляндия, Төркиә, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар йыйылды.
    Башҡортостан Республикаһы исеменән байрамда Учалы районы сығыш яһаны. Учалы филармонияһы артистары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Бынан тыш, «Далан» эстрада төркөмө, республикабыҙҙың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Ғиззәтуллин сығыш яһаны.
    Сараны асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко сәләмләне.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru