Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсәйҙә 1,5 мең ҡарттар йорто бар Башҡортостан » Милли проекттар

    Рәсәйҙә 1,5 мең ҡарттар йорто барҠарттар йортоноң күплеге менән маҡтаныу аҡылһыҙлыҡ булыр ине. Ундай учреждениелар булмауы ла яҡшы түгелдер, сөнки ҡараусыһыҙ ҡалған, бала-сағаһы булмаған өлкәндәрҙең имен ҡартлығын да тәьмин итергә кәрәк бит.
    Хәтерләйем, беҙҙең ауылдағы бер бабай, әбейе үлеп киткәс, ҡалалағы балаларына йәшәргә барырға теләмәйенсә, күрше ауылдағы ҡарттар йортона китте. Ял һайын ҡайтып та йөрөнө шикелле. Һәр хәлдә, заманы шулай бит – етем балалар урыны ла, “етем” ололар урыны ла етерлек. Шуныһы ҡыҙғаныс – күп балалар ата-әсәле етем, бихисап оло кеше балалы була тороп та ҡарттар йортона эләгә.

    авторы: admin | 11 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе уйға һалды Башҡортостан


    Тверь өлкәһендәге “Звез­д­ный” балалар лагерында 44 ял итеүсе ағыуланған.
    Әле был ваҡиғаны полиция тикшерә. Балаларға 7 – 14 йәш. Уларҙың 39-ы дауаханаға һалын­ған.
    Ульяновск өлкәһенең “Факел” һауыҡтырыу лагерында ла шул уҡ хәл – 37 баланың ағыуланыуы тураһында мәғлүмәт бар. Бөтөн балала ҡапыл сирләүҙең билдәләре бер – баш ауыртыу, уҡшыу, эс китеү. Әлегә инфекция йогурттан тип баралар.
    Лагерҙарҙағы аҙыҡ-түлектең һаҡланыу шарттарында йә яраҡлылыҡ ваҡытындалыр инде төп бәлә.

    авторы: admin | 9 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хаж ҡылыусылар һаны кәметелә Башҡортостан

    Ғәрәбстан ярымутрауындағы изге урындарға сәфәр ҡылыу­сылар һаны быйыл 20 про­цент­ҡа кәметеләсәк. Хаж ҡы­лыусыларға квотаны ҡыҫ­ҡартыу Джиддә һәм Мәҙинә­ләге аэропорттарҙы, Ҡәғбә­тул­ла тирәһен, Мөздәлифә, Мина, Ғәрәфәт яландарын киңәйтеү менән бәйле. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына 1,3 мең, Рә­сәй­ҙең Мөфтөйҙәр советына 3 мең путевка бүленгәйне. Хәҙер алдан раҫланған сәйәхәтте кемдәргәлер кисектереп торорға тура киләсәк. Квоталарҙың кә­меүе хаж-операторҙарҙың эшендә ҡатмарлыҡтар тыуҙыр­маясаҡ, путевкаларҙың хаҡында ла был сағылыш тапмаҫ, моғайын.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Башҡортостан халҡы, милләттәштәрем бик әүҙем, артабан да шулай булып ҡалһындар» Башҡортостан » Юбилейҙар

    РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов «Йәшлек» гәзите редакцияһында уҙғарылған «тура бәйләнеш»тә халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.
    Марсель Харис улы парламенттың төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Уға һорауҙар ҙа башлыса ошо өлкәләргә ҡағылды. Бынан тыш, милләттәшебеҙ арҙаҡлы шәхес, көрәш батыры, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙаған тренеры Харис Йосоповтың улы ла. «Тура бәйләнеш»кә шылтыратыусылар был хаҡта ла онотманы.

    авторы: admin | 7 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге мөһим һөйләшеү үтте Башҡортостан

    Өфө ҡалаһында «Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә профессиональ-техник белем биреүҙе үҫтереү һәм бәйләнештәр булдырыу» тигән темаға ЮНЕВОК үҙәктәре селтәре эксперттарының халыҡ-ара осрашыуы үтте. Осрашыуҙы Өфөлә үткәреү тураһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһының яуаплы сәркәтибе Григорий Орджоникидзе тәҡдим итә. – Ошондай абруйлы, оло сараның Өфөлә үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә, – тине БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Был халыҡ-ара ойошмаларҙың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын күрһәтә. Әле үк Башҡортостан вәкилдәре ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһы, Мәскәүҙәге ЮНЕСКО Бюроһы менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

    авторы: admin | 7 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тетрәндерҙе Башҡортостан

    Быға тиклем толерантлыҡ өлгөһө булған Нидерландта дин ҡанундары буйынса мал һуйыу тыйылды.
    Тимәк, был илдә мосолмандар һәм йәһүдтәр үҙҙәренең диненә ярашлы шарттарҙа әҙерләнгән ит ашай алмаясаҡ. Нидерландта һуйыр алдынан малды иҫәңгерәтеүҙе талап итәләр. Сөнки был – закон менән нығытылған ҡарар.
    Урындағы парламент вәкилдәре фекеренсә, малды дин ҡушҡан шарттар­ҙа һуйыу ҡот осҡос вәхшилек һәм ҡырағайлыҡҡа тиң. Әммә мосолмандар менән йәһүдтәр был һүҙҙәр менән бер ҙә килешмәй. Уларҙың фекеренсә, был илдәге сәйәсәт менән бәйле, голландтар иленән сит халыҡтың сығып китеүен теләй.

    авторы: admin | 5 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тағы бер яңы завод Башҡортостан

    Өфө районында кесе энергетика объекттары өсөн (шул иҫәптә ГЭС өсөн турбиналар) ҡорамал етештереүсе предприятие барлыҡҡа ки­леүе күҙаллана. Уны «РусГидро» йәмғиәте Францияның «Альстом» компанияһы менән берлектә төҙөйәсәк. Башҡортостан Прези­денты һәм әлеге сит ил компанияһы етәкселеге ошо хаҡта һөйләшеп ки­леште.
    Заводты сафҡа индереү 500-гә яҡын яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк һәм 2020 йылға тиклем республика ҡаҙнаһына 500 миллион һум самаһы һалым керемдәре бирәсәк. «Альстом» компанияһы идараһы рәйесе урынбаҫары Джордж Рижинашвили әфәнде хәбәр итеүенсә, был проектҡа кәм тигәндә 100 миллион евро инвестиция һалына. Шуларҙың 51 процентын – «РусГидро», ә 49 процентын француз яғы финанслай.
    Технологик кимәле буйынса Рәсәйҙә бындай заводтың әлегә аналогтары юҡ.

    авторы: admin | 5 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күршеләр менән бәйләнеште нығытабыҙ Башҡортостан

    Кисә Өфөгә Татарстан Хө­күмәте Премьер-министры Илдар Ха­лиҡов килде. Уның Башҡор­тостан Хөкүмәте башлығы Азамат Илем­бәтов менән осрашыуында ике күрше республиканың иҡтисад, мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлегенә ҡағылышлы байтаҡ мәсьәлә ҡаралды. − Үткән аҙнала ғына Ҡаҙанда ислам эшҡыуарлығы һәм финансының халыҡ-ара саммиты уҙҙы. Тап ошо сарала мин Өфөгә саҡырыу алдым, − тине Илдар Халиҡов.
    Башҡортостан нефть химияһы комплексының ҡеүәтле булыуы менән дан тота, был тармаҡта һәр саҡ алда килде. Ҡаҙан иһә Өфө менән ошо юҫыҡтағы хеҙмәттәшлекте бар йүнәлештәре буйынса ла үҫтерергә әҙер.

    авторы: admin | 21 мая 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru