Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Беренсе мөхәббәт
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ Башҡортостан » Милли проекттар

    Ике йыл элек үҙенең хозур тәбиғәте, данлы тарихы менән танылыу алған Архангел районы ерендә «Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ» тигән темаға район-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Бындай конференциялар, семинарҙар беҙҙә һуңғы арала өс-дүрт йыл рәттән даими үткәрелеп тора. Конференцияла район мәктәптәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте тарихы, тарих уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ унда Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты әҙәбиәт ғилеме бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, Архангел райо­нында тыуып үҫкән Салауат Хөсәйенов та саҡырыл­ғайны.

    авторы: admin | 3 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул... Башҡортостан

    Кем генә яратмай икән тәбиғәттең матурлығын, шунда рәхәтләнеп бергәләшеп ял итеүҙе! Әммә ул матурлыҡты һаҡлай белергә кәрәк. ʺҠарлыман − Бело­ретʺ тимер юлы һалынғанға тиклем Инйәр йыл­ғаһы буйындағы тәбиғәт һаҡлана ине. Йылға-күлдәрҙә балыҡтар күп, өйрәк, ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштар ояларын күрә инек. Хәҙер тәбиғәт бысрана, туристар туҡтап китә, уларҙан ватыҡ быяла шешәләр, банкалар, буш консервалар, полиэтилен тоҡсайҙар тороп ҡала. Үҫеп ултырған ағастарҙы балта менән тумырып ауҙаралар, был ерҙә булып киткәндәрҙең исемдәре яҙы­ла. Аҙыҡ әҙерләү өсөн сабынлыҡ кәртәләрен һүтеп, утҡа яғалар.

    авторы: admin | 3 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүге ураҙам Башҡортостан

    Тәүге тапҡыр ураҙа тотоп ҡарағанымды иҫләйем – тәүҙә ураҙаның шарттары менән танышаһың. Аңлашылды – иртәнән кискә тиклем ашамайбыҙ, насар уйҙарға бирелмәйбеҙ, кешеләр менән үтә лә яғымлы һөйләшәбеҙ, изгелектәр генә ҡылабыҙ. Бөтәһен дә булдырырбыҙ кеүек, бына ас тороуы ғына ҡыйын булыр төҫлө.
    Ятаҡта әхирәтем менән таңдан торҙоҡ, бөтәһе лә йоҡлай, нимә ашарға, тип баш вата торғас, йомортҡа менән арзан ғына колбаса ҡыҙҙырырға булдыҡ (унда сусҡа итенең йә майының булыу мөмкинлеге тураһында уйлаған да юҡ...). Шаулап йөрөгән өсөн ҡыҙҙар­ҙан әрләнә-әрләнә ашап алдыҡ, йыуындыҡ, «Йәшлек»­тән ҡырҡып алынған доғаларҙы уҡып, яңынан йоҡларға яттыҡ. Уҡырға төштән һуң ғына барабыҙ.

    авторы: admin | 16 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Почта хеҙмәткәрҙәренә юғары баһа Башҡортостан

    Куптән түгел Дүртөйлө районының Иванай мәҙәниәт йортонда Дүртөйлө почтамты бүлегенә ҡараған Дүртөйлө һәм Илеш райондары почта бүлексәләре вәкилдәре осрашты. Тантанала почта хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте юғары баһаланды.
    – Тармаҡта етештереү-иҡтисади хәл тотороҡлана, Башҡортостан почтаһы үҫешенең яңы кимәленә сыға, хеҙмәтләндереү төрҙәре киңәйтелә, эш алымдары камиллаштырыла, матди-техник база нығытыла һәм тағы ла яңыраҡ технологиялар индерелә, – тип билдәләне почтамт начальнигы Әнҙәм Сәйетов.

    авторы: admin | 14 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Булат ТИМЕРҒӘЛИЕВ, «Йәшлек» гәзитенең 1990 – 1993 йылдарҙағы биҙәлеш мөхәррире:
    – «Йәшлек» гәзите халыҡтың рухи күтәрелеше осоронда барлыҡҡа килгәнгәме, беҙ ҙә шул рухи мөхиттә, милли үҙаңдың уянған мәлендә эшләнек. Ул осорҙа рухи күтәрелеш менән һуғарылған мәҡәләләр ҙә күберәк донъя күрҙе. Бик яҡшы коллективҡа эләктем. Унда мөкиббән китеп ижад иткән, үҙ эшен яҡшы белеп, халыҡ, гәзит хәстәре менән йәшәгән кешеләр, арҙаҡлы журналистар, ҡаурый ҡәләмдәрен нығытыусы шағирҙар, яҙыусылар күп булды. Зәйтүнә Ханова, Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәрова, Салауат Кәримов, Юлай Мәҡсүтов һәм башҡалар менән эшләүемә бик шатмын һәм бәхетлемен. «Йәшлек»тең тәүге көнөнән алып эшләгән алмаштырғыһыҙ фотограф Юлай Кәримовҡа бурыслымын. Ятаҡта йәшәгәндә тап ул мине, ҡолаҡтан тип әйтерлек һөйрәп, гәзиткә эшкә алып килде.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тыуған ер – яҡын, тыуған ил – алтын Башҡортостан

    Һуңғы йылдарҙа беҙ «башҡортостандар» тигән һүҙҙе ғорурлыҡ менән, бик йыш телгә алабыҙ. Үткән дәүер­ҙәрҙә лә ошо уҡ мәғәнәне аңлатҡан был төшөнсә 1990 йылдың 11 октябрендә үҙенең эске тормошон үҙ аллы ойоштороуға йүнәлтелгән декларацияны иғлан итеү менән легитимлыҡ алды. Республиканың федератив система эсендә үҙ дәүләтселеген яңыртып төҙөүендә башҡорт халҡының тарихи урынын баһалау менән бер рәттән, беҙ быуаттар буйы үҙебеҙ менән йәнәш иген баҫыуҙарында ла, һуғыш ҡырында ла ғәжәйеп ҙур ярҙам күрһәткән бүтән ҡәүемдәрҙе лә рәхмәт тойғоһо менән телгә алабыҙ. Әсе тир һәм изге ҡан менән береккән яҙмыштар – айырылғыһыҙ.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ Башҡортостан

    4 – 5 сентябрҙә баш ҡаланың Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда VII махсуслаш­тырыл­ған башҡорт балы сауҙа-күргәҙмәһе уҙасаҡ.
    Йәрминкәлә умартасылар тәҡдим иткән татлы ризыҡтың һәммә төрөн – сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, солоҡ балын һатып алырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, халыҡҡа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҡулланылған башҡа төр умартасылыҡ продукцияһы ла тәҡдим ителәсәк.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш таланттар, һеҙ ҡайҙа? Башҡортостан

    2009 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына конкурс 2010 йылдың 11 ғинуарынан 1 апреленә тиклем үтәсәк.
    Бер автор йәки кәмендә биш кешенән торған ижади коллектив премия лауреаты була ала. 16 йәштән 35-кә тиклемгеләр был премияға дәғүә итә. Уға баҫмаларҙа донъя күргән әҙәби, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте өйрәнеү әҫәрҙәре, концерттарҙа һәм күргәҙмәләрҙә, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа, радио һәм телевидение буйынса йәмәғәтселеккә күрһәтелгән һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте әҫәрҙәре, файҙаланыуға тапшырылған объект рәүешендәге архитектура өлкәһе әҫәрҙәре тәҡдим ителә.

    авторы: admin | 19 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru