Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хорау-яуап
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Көләмәстәр
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Салауат КӘРИМОВ, «Йәшлек»тең элекке яуаплы сәркәтибе, яҙыусы, тәржемәсе, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире:
    – Уҙған быуаттың аҙағында башҡорт телендә үҙ аллы йәштәр гәзите сыға башлауы беҙҙең өсөн бик һөйөнөслө булды. Үҙ телебеҙҙә гәзит булырына 70 – 80-се йыл­дарҙа уҡ өмөт итә инек. Ниһайәт, 90-сы йылдар башында «Йәшлек» йәштәр гәзите сыға башланы. Уның тәүге һанынан уҡ халыҡҡа сығара башлау эшендә ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Ни тиһәң дә, ул саҡтарҙа гәзит сығарыу бик еңелдән булманы. Журналистар, хәбәрселәр, материалдар туплау кеүек эштәр күберәк минең – яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡарған кешенең өҫтөндә ине.

    авторы: admin | 6 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АЙ-ҺАЙ, АУЫР МАЛ АҪРАУЫ... Башҡортостан

    Земфира Ҡолмөхәмәтова, шәхси ҡураһында яңғыҙы ғына мал аҫрай:
    – Малды һатыу – бик мәшәҡәтле эш. Һа­тып алыусы уны аҫрау өсөн тере килеш кенә алып китһә – ни әйттең дә бит! Тик күпселек ос­раҡта малды иткә әйләндереп һатырға тура килә. Бының өсөн 4 – 5 кешене мал һуйыр­ға саҡыраһың, ә улар һиңә бушҡа эшләйме ни? Алдан уҡ әллә күпме аҡсаң сыға.
    Быйыл бесән юҡ тип әйтергә була. Шуға ла нисә һумға алһалар – шул хаҡҡа һатырға әҙер­­мен, малҡайҙарым ябыға ла башланы, ятып ҡына үләләр инде! Мал-тыуарҙы үҙемдең көс менән һуйып, баҙарҙа һатып торорға ла, хаҡтар күтәрелгәнен көтөп ятырға ла мөмкинлегем юҡ. Һыйырымды берәйһе аҫрар өсөн алһа, һәйбәт булыр ине – бигерәк һөтлө.
    Мал аҙығын ситтән һатып алыу ҙа минең өсөн ауыр хәл – аҡсам юҡ. Етмәһә, баламды уҡырға ебәреү өсөн мал һатып ҡына аҡса эшләү юлы бар.
    Шулай ҙа итте килоһын 100 һумдан да кәмгә һатырға тура килмәһен ине.

    авторы: admin | 15 октября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йортобоҙҙо таҙартайыҡ! Башҡортостан

    Халыҡ тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Тик үҙебеҙҙе һәр ваҡыт тәртипле тотмайбыҙ – беҙҙең «мәҙәни» ялдан һуң йылғаларҙың матур ярҙары һәм яҡын тирәләге урмандар, ҡала парктары сүп-сарға күмелеп ҡала.
    Шуға ла республиканың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы «Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ йәшәгән Йортто бергәләп таҙартайыҡ!» тигән девиз аҫтында экологик акция ойошторорға ҡарар итте. Уны БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хупланы. Был акцияға экология проблемаларына битараф булмаған, тирә-яҡ мөхитте таҙа, матур көйө тоторға тырышҡан һәр кем саҡырыла.
    Акция барышында Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама һәм башҡа ҡала, ҡасабаларҙағы парктар, тыҡрыҡтар һәм рекреацион зоналар таҙартыла.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар БЕҘҘЕҢ бәхет өсөн көрәшкән Башҡортостан » Юбилейҙар

    1941 – 1945... Эйе, был йылдар кешелектең хәтерендә мәңгелеккә урын алған. Йылдар, быуаттар үтер, әммә миллионлап кеше ҡорбан булған һуғыш, ауыр ғазаптар менән яуланған Еңеү онотолмаҫ. Беҙ был ғәрәсәтте кисермәнек, тик нәфис фильмдарҙан күреп, китаптан ғына уҡып беләбеҙ. Һуғыш афәте бер көнлөк сабыйҙы ла, түшәктә ятҡан ҡарт-ҡороно ла аямаған. Ил дошманына ҡаршы олоһо ла, кесеһе лә берҙәм күтәрелгән. Фронттағылар илбаҫар­ҙар менән алышҡанда, тылдағылар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған. Ғөмүмән, һәр бер кеше оло Еңеүҙе яулар өсөн бар көсөн һалған.
    Бөгөн һуғыш ветерандары бик аҙ. Баймаҡ районының Татлыбай ауылында ике генә яугир ҡалды. Икеһе лә – минең олатайҙарым.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    218 МЕҢ кешенең пенсияһы Башҡортостан

    1 августан хаҡлы ялдағыларға хеҙмәт пенсияһының күләменә төҙәтеү индерелде. Ҡайтанан иҫәпләү хеҙмәт пенсияһын тәғәйенләгәндә, бер пенсия төрөнән икенсеһенә күскәндә, унан алдағы төҙәтеүҙә иҫәпкә алынмаған страховка түләүҙәре тура­һын­дағы мәғлүмәттәр ниге­ҙендә башҡарылды. Стра­ховка түләүҙәре тураһындағы мәғлүмәт эш биреүселәр тарафынан бирелә, пенсияны иҫәпләү автоматик рәүештә шәхси иҫәптең күсермәһе буйынса башҡарыла, пенсионерҙарға ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. Рәсәй Пенсия фондының Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканан 218 мең пенсионер юғары пенсия аласаҡ.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫке машинанан – яңыға! Башҡортостан » Милли проекттар

    Иҫке машинанан – яңыға!Файҙаланыуға яраҡһыҙ автотранспортты утилләштереү эксперименты дауам итә. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып тәүге этапта республикала 12 526 cертификат бирелгән, 3821 автомобиль һатылған.
    Икенсе этап буйынса 2010 йылдың 29 июленә ҡарата 1762 сертификат тултырылған, 615 автомобиль һатылған. Утилгә, 2010 йылдың 21 июнендә старт алған икенсе этап шарттарына ярашлы, 7881 иҫке автомобиль ҡабул ителгән. Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эксперимент үткәреү тәртибе (сертификатты теркәү, һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөү, ташламалар күләме, сауҙа ойошмаларына юғалтыуҙарҙы ҡаплау) элеккесә үк ҡала.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡты Башҡортостан

    Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡтыНурислам Кирәев Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер булып эшләп йөрөгәндә киләсәктә сауҙагәр булып китермен тип һис уйламағандыр, моғайын. Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы ижтимағи-социаль үҙгәрештәр уның тормошона ла үҙ төҙәтмәһен индерә. Нурислам һөнәрен эшҡыуар­лыҡҡа алмаштырырға ҡарар итә. Ул ваҡытта атаһы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән була. Егет уға ярҙамлаша башлай. Шулай итеп, аталы-уллы ике йылда 12 баш умартаны 40-ҡа еткерәләр. Нурислам балды Өфө­гә алып барып һата. Ингән аҡсаны эшкә «ебәрә». Төр­киә­нән кейем-һалым алып ҡайтып һата. Ғаиләне тәьмин итерлек кимәлгә еткәс, күптән яратҡан ҡыҙы Дилараға өйләнеп, ғаилә бизнесын ойошторалар. Тәүҙә йәш ғаилә баш ҡалала йәшәй.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар – ауылдың киләсәге Башҡортостан

    Улар –    ауылдың   киләсәгеКүптән түгел әлеге уҡыу йортон тамамлаған 26 егет һәм ҡыҙға муниципаль район хакимиәте башлығы И. Мостафин дипломдар тапшырҙы. Илдар Иршат улы, тантананы асып, йәштәргә һайлаған юлдарында уңыштар теләне, район агросәнәғәт тармағының иҡтисади-финанс торошо менән таныштырҙы. Йәш белгестәрҙең һәр береһенең ауыл хужалығы өсөн кәрәкле кадр булыуын билдәләне. Иң тәүҙә документты ҡыҙыл дипломға эйә булыусы Ынйы Шәрәфғәлиева алды.
    Тантанала йәш белгестәрҙең ата-әсәләре, хужалыҡ етәкселәре лә ҡатнашты. Хужалыҡ етәкселәре исеменән «Урал» йәмғиәте директоры Роберт Ибраһимов, ата-әсәләр исеменән Ринат Миңлеғәлиев һәм Рәғиб Миңлеғәлиев сығыш яһап, йәштәрҙе оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru