Ҡорал юҡта ҡороҡ та ҡорал.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Май
  • Беренсе мөхәббәт
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән Башҡортостан

    Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡор­тостанда 418 урман янғыны теркәлгән – ут ялмап алған дөйөм майҙан 8550 гектар тәшкил итә.
    Әлеге ваҡытта республикала 17-гә яҡын урман янғыны артабан таралыуҙан туҡтатылған. Янғындарҙың күп өлөшө Урал аръяғы райондарына һәм республиканың таулы төбәгенә тура килә. Белгестәр фекеренсә, урман янғындарының төп сәбәбе – ямғырһыҙ килгән йәшен.
    Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә урман янғындары ауылдарға барып етеп, меңәрләгән кешене йортһоҙ ҡалдырған. БР Урман хужалығы министрлығынан билдәләүҙәренсә, был хәл Башҡортостанда етди контролдә тотола һәм халыҡҡа борсолоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Шулай ҙа ут менән һаҡ булырға һәм урманға походҡа сығыуҙан тыйылып торорға кәрәклеген оноторға ярамай.

    авторы: admin | 9 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КИЛДЕК ӘЛЕ ҺИҢӘ, ТОРАТАУ Башҡортостан

    КИЛДЕК ӘЛЕ ҺИҢӘ, ТОРАТАУБыуаттар буйы үҙ асылын һаҡлаған, кешеләр тарафынан яҡланған тәбиғәт һәйкәлдәре араһында Торатау айы
    рым урын алып тора. Тауҙың башына ме неп, тирә-яғыңа күҙ һалһаң, тыуған еребеҙҙең икһеҙ-сикһеҙ ялан-баҫыуҙары, боролоп-боролоп аҡҡан Ағиҙел, уға ҡойған башҡа йыл ғаларҙың туғайҙары, үҙәндәре, мө һабәт тауҙар, урмандар ус төбөндәге кеүек күренеп, йәйрәп ята. Борон-борондан яҙғы сыуаҡ көндәр ҙә, тәүге ялан сәскәләре күренә башлаған мәлдә милләттәштәребеҙҙең, бигерәк тә йәштәрҙең Торатау башына артылыуы, байрамға, йыйынға йыйылыуы изге йола
    булған. Беҙ ҙә, ике әҙәби-ижад түңәрәге – “Ашҡаҙар” (Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт
    педагогия академияһы, етәксеһе –Рита Фәтҡуллина) менән “Шоңҡар” (БДУ, етәксеһе – Зәйтүнә Шәрипова)ағзалары, ижадташ дуҫтар осрашыуын Торатауҙа ойош торҙоҡ.

    авторы: admin | 29 июня 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡ Башҡортостан

    3 июндән «« Р о с с е л ь х о з н а д з о р »» Мысырҙан картуф алып килеүгә ваҡытлыса сикләү индерҙе – картуфта һоро бактериаль серек ҡуҙғытҡысы табылған.
    « Р о с с е л ь х о з н а д з о р » ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының үҫемлектәр карантины бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева әйтеүенсә, республикаға быға тиклем Мысырҙан картуф килтерелмәгән, тик Рәсәй төбәктәренән генә килтерелгән картуф һатыла. Республикаға йыл башынан был ғәрәп иленән 520 тонна картуф килтерелгән. «Икенсе икмәк»те беҙгә, башлыса, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Афғанстандан, Пакстандан, Ҡырғыҙстандан, Алтай крайынан, Омск һәм Кемерово өлкәләренән, Хакасиянан ташығандар.

    авторы: admin | 29 июня 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент указы буйынса "Материнская слава" миҙалы тапшырыла Башҡортостан, Юбилейҙар

    по муниципальному району Абзелиловский район
    АГЗАМОВА Амина Зиннатовна – домохозяйка, 5 детей
    ГИБАДАТОВА Земфира Фиркатовна – домохозяйка, 5 детей
    ТАГИРОВА Зульфия Сабитовна – домохозяйка, 5 детей
    ШАРАФУТДИНОВА Амина Фаритовна – санитарка муниципального учреждения Аскаровская центральная районная больница, 5 детей
    по муниципальному району Альшеевский район
    ГИМАЕВА Сабина Эрфановна – домохозяйка, 5 детей
    КРИВОШАПКО Лилия Рахимьяновна – оператор обособленного структурного подразделения Раевский почтамт, 6 детей
    ФЕДОРОВА Лена Герасимовна – учитель муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа с. Воздвиженка, 5 детей

    авторы: admin | 9 февраля 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төнөн тауышланып ҡына ҡара! Башҡортостан

    Башҡортостанда төнөн һыҙғырыу тыйылды. Хәҙер төндә йырларға, бейергә, музыкаль инструменттарҙа уйнарға, пиротехника һәм тауыш тыуҙырыусы ҡулайламалар ҡулла­ныр­ға, төҙөлөш һәм ремонт эштәрен башҡарырға ла ярамай.
    Тәртип боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Күп бәхәстәрҙән һуң «Төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында» закон БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде.
    Яңы законға ярашлы, төнөн тынлыҡ һаҡланырға тейешле объекттар һәм биләмәләр исемлеге билдәләнде. Был исемлеккә торлаҡ йорттар, ятаҡтар, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмалары, шифахана-курорт, физкультура – спорт учреждениелары, балалар майҙансыҡтары, ихаталар, майҙандар, баҡса, дача берләшмәләре, шулай уҡ йәмәғәт транспорты индерелде.

    авторы: admin | 11 июля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    РФ Иҫәп палатаһының эшсе төркөмө Өфөгә килде Башҡортостан

    7 июлдә Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Хө­күмәте менән Рәсәй Феде­рацияһы Иҫәп палатаһының эшсе төркөмөнөң беренсе берҙәм ултырышы үтте.
    Эшсе төркөмөнөң саралар планына ярашлы, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән РФ Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин тарафынан эштең төп йүнәлеше итеп Баш­ҡортостан Республикаһының инте­грацияланған контракт системаһын формалаштырыу буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу билдәләнде. Кәңәшмәлә төп док­лад менән РФ Иҫәп палатаһының аудиторы Александр Пискунов сығыш яһаны.

    авторы: admin | 11 июля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң шәп йәш эшҡыуарҙар Башҡортостан » Милли проекттар

    «Йәш эшҡыуар» Бөтә Рәсәй конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүселәре асыҡланды.
    «Иң-иң»дәрҙе билдәләү ярышында ҡатнашырға теләк белдереп, 36 кеше ғариза яҙғайны. Улар төрлө критерий­ҙар буйынса баһаланып, лайыҡлылар бер нисә номинацияла еңеүсе тип табылды. Улар − Бәләбәй районынан «Строй ЭнергоМонтажСервис» уҡыу үҙәге филиалы директоры Владимир Якушин («Социаль яуаплылыҡтағы бизнес» номинацияһы), Нефтекамала эшмәкәрлек итеүсе «Пуговка» фирмаһынан Людмила Тимерғәлиева («Уңышлы старт»), Өфөнән «Урал горизонталь йүнәлештәге быраулау компанияһы» директоры Марсель Шәрипов («Инновациялы бизнес»), «Макспром» йәмғиәте президенты Илья Кулаков («Эшҡыуарлыҡтың йәш оҫтаһы»).

    авторы: admin | 21 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм этномәҙәни сәйәсәт мәсьәләләре тикшерелде Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты директоры, академик Валерий Тишковтың осрашыуында милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм этномәҙәни сәйәсәт мәсьәләләре тикшерелде.Валерий Тишков фекеренсә, бөтә Рәсәй халҡы, бар төбәктәр уртаҡ мөһим эштә – берҙәм Рәсәй милләтен формалаштырыуҙа ҡатнашырға тейеш. Этник яҡтан төрлө булыуҙарына ҡарамаҫтан, рәсәйҙәр – бер халыҡ. Беҙҙә бер иҡтисад, милли ҡыҙыҡһыныуҙар һәм проблемаларыбыҙ ҙа, милли проекттарыбыҙ ҙа уртаҡ, бер милли йыйылма командабыҙ бар. Шуға күрә Рәсәй халҡына полиэтник милләт булараҡ ҡарарға кәрәк.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru