Булмаҫ эште телгә алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Йыланлы урын
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Йондоҙнамә
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәүге һөҙөмтәләр насар түгел Башҡортостан

    Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында 2011 – 2015 йылдарға Көньяҡ Урал төбәген иҡтисади тергеҙеүҙең комплекслы программаһына ингән райондар хакимиәттәре башлыҡтарының семинар-кәңәшмәһе үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов алып барҙы.
    Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, ҡаҙылма байлыҡтар табыу өлкәләрендә яҡынса 700 миллион һумға 150-нән ашыу проектҡа һәм сараларға нигеҙ һалынды.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тел күрке – һүҙ Башҡортостан

    Тел күрке – һүҙ– Үәт, бынау машина шәп килеп туҡраны, – Әбйәлилдән Марат дуҫым шулай тигәйне, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған мин һағайып төҙәтә һалам.
    – Туҡраны түгел, туҡтаны.
    – Бөгөн миңә Салауат апам килергә тейеш, – тигәс, бөтөнләй аптыраным.
    – Нисек? – Беҙҙең Ғафури яғында апа тип апай уҡытыусыны әйтәләр. Ә ағай уҡытыусы – авый. – Салауат авыйыңмы ни?
    – Татарҙар ғына, абый, ти, ә беҙҙә – апа. Ата-әсәйеңдән өлкән кеше, йәғни.
    – Улайһа, бабайың инде.
    – Ну, әйттең, бабай – урам буйында таяҡ тотоноп, бөкрәйеп йөрөгән ҡарт ул. Олатай, тиһәң, дөрөҫ була. Анау, кем һөйрәлеп килә ята ул? – Баймаҡтан Салауаттың өндәшеүе.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    “Әсәлек капиталы”ның күләме йыл һайын ҡарала Башҡортостан

    Бөгөн беҙҙең республикала “әсәлек капиталы”на дәүләт сертификаты алыу­сылар һаны 85 меңдән ашыу. Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 сентябргә “әсәлек капита­лы”ның суммаһы 343378,80 һум тәшкил итә. Әле бер тапҡыр бирелә торған түләү­ҙе алыр өсөн республика ҡала һәм райондарынан 5110 кеше ғариза яҙған. Әйткәндәй, уны сертификаты булған һәр кем, шул иҫәптән былтыр үҙ кәрәгенә 12 000 һум аҡса алыусылар ҙа яҙырға мөмкин. Ғаризалар ике айҙан да һуңға ҡалмай ҡаралып, аҡса күрһәтелгән иҫәпкә күсерелергә тейеш. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса идаралығы етәксеһе Фоат Хантимеров һүҙҙәренсә, 8150 ғаилә капиталды торлаҡ алыуға йә төҙөүгә алынған кредитты ҡаплауға тотонған. Ошо маҡсатҡа 2 миллиард 218 миллион һум аҡса бүленгән.

    авторы: admin | 6 сентября 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Йүкәлекүлдә алтын ҡуллы халыҡ йәшәй Башҡортостан

    Йүкәлекүлдә алтын ҡуллы халыҡ йәшәйУрындағы урта мәктәптең технология уҡытыу­сыһы, бер үк ваҡытта мәктәп директорының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Вадим Носратуллин, нимәгә тотонһа ла, бына тигән итеп башҡарыуы менән билдәле – ағас эштәренә ҡулы оҫта икән уның.
    Мәктәп оҫтаханаһында уҡыусыларына иң ябай ағас йышыу, бысыу, һырлау, һырлап яндырыу кеүек эш алымдарын өйрәтеп, мәктәп кәрәк-ярағы өсөн ваҡ-төйәк етештерһәләр, эштән һуң буш ваҡытын үҙе яратҡан кәсебенә арнай. Ауылдаштары, туғандарының һорауы буйынса ултырғыстар, кәрниздәр эшләй. Ә һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың матур йолалары тормош-көнкүрешебеҙҙә тергеҙелеп, кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың бирнәләрен һалыр өсөн матур итеп эшләнгән һандыҡтарға һорау артты. Оҫта быны эләктереп тә ала һәм йәтеш кенә һандыҡтар етештерә башлай.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер-береңә терәк булып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр Башҡортостан » Юбилейҙар

    Күптән түгел элекке танышымды осраттым. Ул әле лә элеккесә теремек. Алдымдан ышаныслы аҙымдар менән атланы Абдулла Мөхәммәт улы. Көн кискә табан ауышҡанға ул тиҙерәк ҡайтып етергә ашыҡты: мал бикләйһе бар...
    Рәсимә менән Абдулла Мөхәммәт улы Миһрановтар Белорет районының Йөйәк ауылында тыуған. Инйәр урта мәктәбендә уҡығандан һуң, алған белемдәре менән сикләнмәй, уҡыуҙарын артабан дауам итәләр. Рәсимә Шәйәхмәт ҡыҙы – Стәрлетамаҡ пединститутының физика факультетына, ә Абдулла Мөхәммәт улы Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлап, Архангел районында фельдшер булып эшләп йөрөгән йәш белгесте Совет армияһына хеҙмәткә алып китәләр. Армияла ла фельдшер була. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Абдулла Мөхәммәт улы юғары белем алыу теләге менән тағы ла Өфө ҡалаһына юл ала.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр билдәләнде Башҡортостан

    Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы буйынса Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы комиссия, 2010 йылға тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, түбәндәге дәғүәселәрҙе конкурсҡа үткәрергә ҡарар итте:
    АРЫҪЛАНОВ Рифҡәт Мөхәммәт улы – рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, «Башҡорт сюитаһы» әҫәрҙәр циклы өсөн «Рәсәйҙең рәссамдар берлеге» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортос­тан Республикаһының төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителгән.
    БАТТАЛОВА Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар редакцияһының баш мөхәррире һәм ҒАТАУЛЛИН Урал Миңлезар улы – «Баш­ҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы телеоператоры, Башҡортостандың күренекле шәхестәре тураһындағы телефильмдар циклы («Йөрәк» – билдәле башҡорт шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаров тураһында;

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «БАР КӨСӨН БАШҠОРТОСТАНДЫ ҮҪТЕРЕҮГӘ АРНАЯСАҠ» Башҡортостан

    Алдынғы ҡарашлы пенсионер
    «БАР КӨСӨН БАШҠОРТОСТАНДЫ ҮҪТЕРЕҮГӘ АРНАЯСАҠ»
    Дүшәмбелә Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайланған Рөстәм Хәмитовтың рәсми биографияһында уның тыуған ауылы Кемерово өлкәһе Ленинск-Кузнецк районының Драченино ауылы күрһә­телһә лә, ул Башҡортостанда, йәғни Балтас районының Штәнде ауылында үҫкән. Әле был ауылда уның әсәһе – 77 йәшлек Рәйсә Синиәтулла ҡыҙы Хәмитова йәшәй. Мәктәптә математиканан уҡытҡан, хәҙер хаҡлы ялда. Йәйен ауылда үткәрһә, ҡышын Өфөләге фатирында ҡышлай.
    Рәйсә апай – алдынғы ҡарашлы пенсионер. Һәр яңылыҡты уҡып-ҡарап, интернеттан көн торошон күҙәтеп бара, балалары һәм ейәндәре менән скайп аша аралаша.

    авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухтың көсө – сәсәндәрҙең телендә, халыҡтың йыр-бейеүендә Башҡортостан » Милли проекттар

    Рухтың көсө – сәсәндәрҙең телендә, халыҡтың йыр-бейеүендә
    Башҡортостан Республикаһы Президенты призына балалар араһында уҙғарылған «Байыҡ» бейеү телевизион конкурсы быйыл да ғәжәп күркәм, һоҡланғыс урында – Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында үтте. Бындағы тәбиғәттең сихри матурлығы күңелде әсир итеп, онотолмаҫ хистәр бүләк итһә, сәхнә тирәләй өйрөлгән сәскә кеүек ҡыҙҙарға, милли кейемдәрҙә тағы ла олпатланыбыраҡ киткән малайҙарға ҡарап, башҡорт бейеүенең ни тиклем бөйөк көскә эйә булыуына ғорурлыҡ тойғолары кисерәһең. Ғәзиз Башҡор­тостаныбыҙҙа йәш таланттарҙың күплегенә, башҡорт халыҡ бейеүен һөйөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫеүенә күккә олғашҡан ҡаялар, шәмдәй төҙ ҡарағайҙар гүйә үҙҙәре тантана иткәндәй булды был көндө.

    авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru