Боҙға быҙаулама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Батша васыяты
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙең урам, матур урам Башҡортостан » Милли проекттар

    Беҙҙең урам,  матур урам
    Беҙ бәләкәй саҡта ағастар ҙа бейегерәк ине, тигән шикелле, элек беҙҙең урамда әбей-бабай­ҙар бихисап ине. Ағай-еңгә, апай-еҙнә тейеш кешеләр ике-өс өйҙә генә йәшәне. Күрше-тирәләрен генә иҫкә алһаң да, һанап сығырға байтаҡ ҡына ваҡыт китә: ут күршеләр Мирсат бабай менән Асия әбей, Мәймүнә, Гөлсөм әбейҙәр, Байгилде бабайым менән Зөһрә әбейем (былары нәҫел), Миңлегөл, Нәсимә, Хәлимә, ике Ғәйникамал, Уҫман бабай менән Зәйтүнә әбей, айырыуса яҡын күргән Кинйәбикә инәй, Гөлзөһрә, Басира, Шәрифә, Хәтимә әбейҙәр һәм, әлбиттә, өләсәйем Гөлбикә… Был урамыбыҙҙың бер яҡ осо ғына, «ташмөйөш»төң аръяғында тағы байтаҡ ҡына әбей-бабай хаҡында хәтирәләр генә ҡалды.

    авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Биографик белешмә Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов кисә Өфөгә килде.
    Биографик белешмә
    Рөстәм Зәки улы Хәмитов 1954 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһе Ленинск-Кузнецк районының Драченино ауылында тыуған. 1977 йылда Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһын «инженер-механик» белгеслеге буйынса тамамлаған. Техник фәндәр докторы дәрәжәһенә эйә.
    1977 – 1978 йылдарҙа – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең механика-йыйыу цехы мастеры ярҙамсыһы, мастеры.
    1978 – 1986 – Өфө авиация институты инженеры, кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән ғилми хеҙмәткәре.
    1986 – 1990 – Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөлөшө буйынса ғилми-тикшеренеү институтының Көнсығыш филиалында (Өфө ҡалаһы) лаборатория мөдире, бүлек мөдире.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    «һеҙ башҡортостанды ауыр йылдарҙа етәкләнегеҙ» Башҡортостан

    Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итте
    «һеҙ башҡортостанды ауыр йылдарҙа етәкләнегеҙ»
    15 июлдә Рәсәй Феде­рацияһы Президенты Дмитрий Медведев Сочи­ҙағы «Бочаров ручей» резиденцияһында Башҡор­тостан Республикаһы Пре­зиденты Мортаза Рәхи­мовты ҡабул итте. Осрашыуҙа Рәсәй Прези­денты Башҡортостан Республикаһы Президен­тының отставкаһын ҡабул итте.
    Дәүләт башлығы Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Президенты вазифаһында уңышлы эшләгәне, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә һәм федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөктәр бейеклегендә Башҡортостан

    Хәсән НАЗАР,
    Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры.

    Бөйөктәр бейеклегендә
    Халыҡ шағиры, ил ағаһы, аҡыл эйәһе Мостай Кәрим менән уның өйөндә бер һөйләшеп ултырғанда Президен­тыбыҙ Мортаза Рәхимов тураһында әйткән һүҙҙәре хәтергә уйылып ҡалды. Үҙе лә, һүҙе лә абруйлы булған өсөн генә түгел, халыҡ хәстәрен, халыҡ баһаһын сағылдырыр кимәлдәге олуғ шәхесебеҙҙең фекере минең дә – ябай шәкертенең дә уй-ҡарашы менән тап килгәне өсөн хәтирәле ул.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Башҡортостан

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, 2010 йылдың 4 сентябренән 4 октябренә тиклем Башҡортостанда граждандарҙы яҡлау айлығы үткәреләсәк. Унда әйтелеүенсә, айлыҡ халыҡты һәм территорияларҙы тыныс тормош һәм һуғыш ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауға әҙерлекте арттырыу маҡсатында үткәрелә. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығына БР Хөкүмәте ҡарамағындағы ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ менән берлектә 2010 йылдың 20 авгусына тиклем айлыҡтың планын әҙерләргә һәм бөтә власть структураларына таратырға тәҡдим ителде.

    авторы: Нур | 13 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәк Башҡортостан » Хәтер

    Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәк
    Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
    Шаулайҙыр ҙа кисен ел саҡта.
    Ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым,
    Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
    (Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»).

    авторы: Нур | 13 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баймаҡтар ҡыйғыла нимә тапҡан? Башҡортостан

    Баймаҡтар ҡыйғыла нимә тапҡан?
    Тәбиғәт барыбер көслө. Әҙәм балаһы уның тарафынан үҙ башына ебәрелгән ҡаты, ғәҙәттән тыш хәл-күренештәргә, бәлә-афәттәргә күпме генә ҡаршы тороп маташмаһын, барыбер үҙенекен итә. Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың бөтә райондарында ла тип әйтерлек ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе тәбиғәт көстәренең кеше потенциалынан көслөрәк булыуын дәлилләй кеүек. Әммә...
    Кеше һаман да бирешмәй, тырышып-тырмашып донъя көтөргә, нәҫел-нәсәбенең быуынынан быуынына күсә килгән матур йола-ғәҙәттәрен, мәҙәни-рухи традицияларын, хеҙмәткә, әйләнә-тирә мөхиткә, кешелеккә, ғөмүмән, бөтә тереклеккә ҡарата аң-мөнәсәбәттәрен түкмәй-сәсмәй киләсәккә тапшырырға тырыша. Әйткәндәй, Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылы халҡының тормошо, ауылда үткән быуат башында уҡ төпләнгән коллектив хужалыҡтың эшмәкәрлеге нәҡ ошоларҙы раҫлай ҙа инде.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан тураһында – ихлас күңелдән Башҡортостан

    Тормоштоң ҡараңғы яҡтарын ғына эҙләп, негатив сәсеп, бысраҡ сәйәсәт ҡоло булыусыларға шуны белдерге килә: Башҡортостан һеҙҙең ҡараш менән генә йәшәмәй! Йәнтөйәгебеҙҙе ысынлап яратыусы, ҡаҙаныштарына һоҡланыусы, өлгө алырға ынтылыу­сылар етерлек. Республиканы күреп китеүселәр, бер нисә көнгә килеүселәр, оҙаҡ ҡунаҡлап ятыусылар – барыһы ла беҙҙә нисек имен икәнен үҙ күңеле менән тоя.
    «Сельская Россия» берлеге ойоштороу комитетының рәйестәштәре Дмитрий Ларионов менән Наталья Никольская республикаға өс көнлөк сәфәре барышында күргән-кисергәндәрен йомғаҡлап, һабантуйҙан алып сәйәси хәл-торошҡа тиклем баһа биргән. Түбәндә иғтибарығыҙға автор­ҙарҙың новеллаһынан дөйөмләштерелгән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru