Итексенең итеге булмаҫ, балтасының ишеге булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Әрме – 2008
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ЕРҘЕҢ КӨСӨ ЕРГӘ ЕРЕКТЕРӘ Башҡортостан

    ЕРҘЕҢ КӨСӨ ЕРГӘ ЕРЕКТЕРӘ
    ...Әле генә көлөп баҡҡан ҡояшты түңкәрә һуҡтылармы ни? Ҡапыл донъя ҡараңғыланып китте. Тирә-яҡты ҡара һөрөм ҡапланы. Туптар шартлауынан ер менән күкте тоташтырып ҡалҡҡан ҡом-таш шаршауы аша бер ни күренмәй. Ҡулдар автоматик рәүештә ҡоралға үрелә. Эргәлә генә ине бит... Ҡара тиргә батып, ҡоралын ҡулына ала алмай уянып китте Илнур. Тәүҙә ҡайҙа икәнлеген аңлай алмай ятты. Эргәһендә бер ни белмәй тыныс ҡына мышнап йоҡлаусы улы Эльдар менән кәләше Олесяны күргәс кенә тынысланып, ҡабат күҙҙәрен йоморға тырышып ҡараны. Ләкин күҙенә йоҡо инмәне. Өй ҡыйығына тып та тып төшөп бейешкән ямғыр тамсылары ыңғайына күк күкрәүен тыңлап оҙаҡ ятты ул. Ярай әле, төш кенә... Йыш керә ул...

    авторы: Нур | 18 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Указға ҡул ҡуйылды

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов, Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан раҫланған Коррупцияға ҡаршы эш итеү дәүләт планының IV киҫәге 5-се пунктына ярашлы, «Башҡортостан Республикаһында коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.
    Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһында Коррупцияға ҡаршы эш итеү планы раҫланды. Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренә Башҡортостан Республикаһының тейешле дәүләт органдарында коррупцияға ҡаршы эш итеү пландарын эшләргә һәм 2008 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул итергә ҡушылды.
    Указ 2008 йылдың 15 сентябренән көсөнә инде.
    БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

    авторы: Нур | 18 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МӘҢГЕЛЕК ДУҪЛЫҠ Башҡортостан » Хәтер

    Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса тәүге берлектәге ҙур сара 1955 йылдың 27 майынан 5 июнгә тиклем Мәскәүҙә уҙған Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы була.
    МӘҢГЕЛЕК ДУҪЛЫҠ
    Башҡортостан Республикаһының Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһы Мәскәү менән һәр саҡ тығыҙ һәм даими бәйләнеше булды. Рәсәй Федерацияһының ике субъекты тормошонда әһәмиәтле ваҡиға булып былтыр 1 июлдә ҡул ҡуйылған Башҡортостан Республикаһы менән Мәскәү ҡалаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында договор тора. Унда, яҡтар хеҙмәттәшлекте бер-береңде хөрмәт итеү, тиңлек, партнерлыҡ һәм иҡтисади файҙа принциптары нигеҙендә ҡора һәм үҫтерә, тиелә. Был документ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте, фән һәм юғары технологиялар, мәғариф, дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, халыҡты һәм территорияны тәбиғәт һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге, физик культура һәм спорт, туризм, халыҡты социль яҡлау, киң коммуникация һәм дәүләт властарының йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлеген күҙаллай.

    авторы: Нур | 18 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда Башҡортостан » Хәтер

    Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев Свердловск өлкәһендә ҡабат «тыуҙы»
    ***
    Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда
    ...Ямғыр яуып үтеүгә ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре биреп ебәргән калуштарҙы кейеп, иҫән-имен мәмерйә алдына килеп баҫтыҡ та, һоҡланыуҙан да, аптырауҙан да тел шартлатмай булдыра алманыҡ. Беренсенән, ожмахтың бер мөйөшө тап бында кеүек тойолһа, икенсенән, мәмерйәгә, махсус һуҡмаҡты белгәндә, тотош атлы команданы индерергә мөмкин. Бының шулай икәнлегенә уның эсенә ингәс тағы бер инандыҡ. Башҡа мәмерйәләрҙә бишкә бөгөлөп йөрөргә тура килһә, бында рәхәтләнеп һыбай үтергә була. Тик төпкәрәк үткән һайын һыуыҡ тынды быуа, күңелде шом биләй... Тиҙерәк яҡтылыҡҡа сыҡҡы килә...

    авторы: Нур | 18 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Таныш булығыҙ![/b] Башҡортостан

    [b]Таныш булығыҙ![/b]
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Лаврентьев Сергей Николаевич Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса дәүләт советнигы итеп тәғәйенләнде.
    Сергей Лаврентьев 1952 йылдың 19 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын, Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, тарих фәндәре кандидаты.
    1996 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми эш буйынса беренсе проректоры булып эшләй.

    авторы: Нур | 16 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда Башҡортостан » Хәтер

    Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев Свердловск өлкәһендә ҡабат «тыуҙы»
    Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда
    Ләкин hәр кемдең күңелендә үҙ Салауаты йәшәй hәм улар уны үҙҙәренсә hынландырырға тырыша. Хатта музейҙа урын алған «Һынмаҫ рух» картинаhында батыр ниндәйҙер кимәлдә Ленинға ла оҡшап киткән. Балтик диңгеҙе буйында таш аҡтарған милләттәшебеҙ ҡарашын алыҫҡа төбәhә лә, күҙҙәрендә көрәш рухы, азатлыҡ осҡоно сағыла. Тарихтан билдәле булыуынса, был ваҡытта уның танауы ҡырҡылған, маңлайына мөhөр hуғылған булhа ла, бер генә рәссамдың да Салауатты яралы ҡош сүрәтендә ижад иткеhе килмәгән. Ысын ҡаhарманлыҡ шулай ғәрипләнмәй күҙалланалыр ҙа, ысын ижад ҡына уны матур килеш күрhәтә алалыр, моғайын.

    авторы: Нур | 16 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда Башҡортостан » Хәтер

    Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев Свердловск өлкәһендә ҡабат «тыуҙы»
    Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда
    Тәбиғәттең шундай мәле ине...
    Палдискиҙа беҙҙе, ғөмүмән, тәбиғәт мөғжизәләре оҙатып йөрөнө. Рогервик урынында булғанда салт аяҙ көндө алыҫтан күк күкрәүе ишетелә башланы. Беҙ автобустан алыҫлашҡан hайын, күк аллаhының нәфрәтеме, асыуымы ҡабара төштө – күкрәүҙәр яҡынайғандан-яҡынайҙы, йышая барҙы. Ә күк йөҙө шундай аяҙ ине...
    Таллиннды сыҡҡас иhә, ҡапыл hиҫкәндереп, алғы быялаға, йәш бөртөктәреләй, йөҙләгән тамсы hибелде. «Тәбиғәт тә илай», – тип күккә ҡараныҡ. Ә күк йөҙө шундай аяҙ ине...
    Тәбиғәт hуңыраҡ иланы. Секунд эсендә ҡара болоттар ҡояшты үҙ ҡосағына йәшерҙе лә, биҙрәләп ҡойғандай күҙ йәштәрен түкте. Ахырыhы, Салауат беҙҙең менән шулай hаубуллашты...

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан – беҙҙең йөрәктәрҙә Башҡортостан

    Өфөнөң тын урамдарын hағынам

    Илгиз КӘРИМОВ, яҙыусы-тәржемәсе:
    – Әлеге көндә Башҡортостандан ситтә йәшәhәм дә, Өфөгә йыш ҡайтам. Элегерәк йылына икешәр тапҡыр ҡайтыла ине.

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru