|
 |
|
«Йәш эшҡыуар» Бөтә Рәсәй конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүселәре асыҡланды. «Иң-иң»дәрҙе билдәләү ярышында ҡатнашырға теләк белдереп, 36 кеше ғариза яҙғайны. Улар төрлө критерийҙар буйынса баһаланып, лайыҡлылар бер нисә номинацияла еңеүсе тип табылды. Улар − Бәләбәй районынан «Строй ЭнергоМонтажСервис» уҡыу үҙәге филиалы директоры Владимир Якушин («Социаль яуаплылыҡтағы бизнес» номинацияһы), Нефтекамала эшмәкәрлек итеүсе «Пуговка» фирмаһынан Людмила Тимерғәлиева («Уңышлы старт»), Өфөнән «Урал горизонталь йүнәлештәге быраулау компанияһы» директоры Марсель Шәрипов («Инновациялы бизнес»), «Макспром» йәмғиәте президенты Илья Кулаков («Эшҡыуарлыҡтың йәш оҫтаһы»). |
|
|
|
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты директоры, академик Валерий Тишковтың осрашыуында милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм этномәҙәни сәйәсәт мәсьәләләре тикшерелде.Валерий Тишков фекеренсә, бөтә Рәсәй халҡы, бар төбәктәр уртаҡ мөһим эштә – берҙәм Рәсәй милләтен формалаштырыуҙа ҡатнашырға тейеш. Этник яҡтан төрлө булыуҙарына ҡарамаҫтан, рәсәйҙәр – бер халыҡ. Беҙҙә бер иҡтисад, милли ҡыҙыҡһыныуҙар һәм проблемаларыбыҙ ҙа, милли проекттарыбыҙ ҙа уртаҡ, бер милли йыйылма командабыҙ бар. Шуға күрә Рәсәй халҡына полиэтник милләт булараҡ ҡарарға кәрәк. |
|
|
|
 Башҡортостан Республикаһы Президенты призына балалар араһында уҙғарылған «Байыҡ» бейеү телевизион конкурсы быйыл да ғәжәп күркәм, һоҡланғыс урында – Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында үтте. Бындағы тәбиғәттең сихри матурлығы күңелде әсир итеп, онотолмаҫ хистәр бүләк итһә, сәхнә тирәләй өйрөлгән сәскә кеүек ҡыҙҙарға, милли кейемдәрҙә тағы ла олпатланыбыраҡ киткән малайҙарға ҡарап, башҡорт бейеүенең ни тиклем бөйөк көскә эйә булыуына ғорурлыҡ тойғолары кисерәһең. Ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙа йәш таланттарҙың күплегенә, башҡорт халыҡ бейеүен һөйөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫеүенә күккә олғашҡан ҡаялар, шәмдәй төҙ ҡарағайҙар гүйә үҙҙәре тантана иткәндәй булды был көндө. |
|
|
|
 Беҙ бәләкәй саҡта ағастар ҙа бейегерәк ине, тигән шикелле, элек беҙҙең урамда әбей-бабайҙар бихисап ине. Ағай-еңгә, апай-еҙнә тейеш кешеләр ике-өс өйҙә генә йәшәне. Күрше-тирәләрен генә иҫкә алһаң да, һанап сығырға байтаҡ ҡына ваҡыт китә: ут күршеләр Мирсат бабай менән Асия әбей, Мәймүнә, Гөлсөм әбейҙәр, Байгилде бабайым менән Зөһрә әбейем (былары нәҫел), Миңлегөл, Нәсимә, Хәлимә, ике Ғәйникамал, Уҫман бабай менән Зәйтүнә әбей, айырыуса яҡын күргән Кинйәбикә инәй, Гөлзөһрә, Басира, Шәрифә, Хәтимә әбейҙәр һәм, әлбиттә, өләсәйем Гөлбикә… Был урамыбыҙҙың бер яҡ осо ғына, «ташмөйөш»төң аръяғында тағы байтаҡ ҡына әбей-бабай хаҡында хәтирәләр генә ҡалды. |
|
|
|
26 июндә Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙған бишенсе «Бөрйән батыры» ат-спорт фестивалендә ысын ир-егеттәр көс һынашты  Нилектәндер, минең өсөн элек-электән Бөрйән ырыуы һәм Бөрйән районы икеһе бер үк мәғәнәгә эйә кеүек ҡабул ителә ине. Тик, быйыл Бөрйән районына юлым төшкәс кенә, ундағы халыҡтың күпселеге Ҡыпсаҡ ырыуынан булыуын, бөрйәндәрҙең иһә күберәк хәҙерге Баймаҡ районында урынлашыуын асыҡланым. Шуға ла, әлбиттә, «Бөрйән батыры»ның Баймаҡ районында уҙғарылыуына аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡтыр. |
|
|
|
1 – 3 июлдә Асылыкүл буйында йәш сәсәндәрҙең «Урал батыр» республика конкурсы уҙҙы  Матур традицияға әүерелгән конкурсҡа, һәр йылдағыса, иң-иң оҫта, сәсән телле балалар ғына йыйылғайны. Яңы үҙгәрештәр ҙә индерелгән – эпосты яттан һөйләүселәр беренсе тапҡыр йәш буйынса ике төркөмгә бүлеп баһаланды. – 7-се синыфҡа тиклемгеләр ятларға тейешле мотлаҡ минимум 1000 юл булһа, 7 – 11-се синыф уҡыусылары 2800 һәм, теләк буйынса, унан да күберәк юлдарҙы ятларға тейеш ине. Ике төркөм өсөн дә критерийҙар бер үк – баланың башҡарыу оҫталығына, юлдар һанына, музыка ҡоралдарын ҡулланыуына, көйләп һөйләй белеү-белмәүенә иғтибар иттек, – ти жюри ағзаһы, БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова. – Гран-при ошо ике төркөмдә сығыш яһаусыларҙың иң оҫтаһына тапшырылды. Элекке йылдарҙа үҙ ҡобайыры менән сығыш яһаусыларҙың айырым турын үткәрә торғайныҡ. Тик, үкенескә күрә, быйыл был турҙан баш тартырға мәжбүр булдыҡ. Сөнки йылдан-йыл ҡабатлауҙар, бер-береһенән күсереү осраҡтары теркәлә башланы... |
|
|
|
Июндең һуңғы йәкшәмбеһендә Санкт-Петербург янындағы Сярьги ауылында милли байрам – һабантуй үтте. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, төньяҡ баш ҡалала һәм Ленинград өлкәһендә 250 меңдән 300 меңгә тиклем башҡорт һәм татар йәшәй. Тимәк, һабантуйҙа халыҡтың күп булыуына аптырарға түгел. Төньяҡ баш ҡалала ике туғандаш халыҡтың байрамы беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй. Һуңғы йылдарҙа ул дөйөм ҡала статусына эйә булып, Нева йылғаһы буйындағы күп милләтле ҡаланың визит карточкаһына әүерелде. – Һабантуй бөгөн тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәт символына әүерелде. Уны бөтә Рәсәй буйынса, шул иҫәптән Петербургта ла үткәрәләр, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, һабантуйҙарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. |
|
|
|
|
|