Булырҙайҙың - йөҙөнән, булмаҫтайҙың - һүҙенән (билгеле).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Хорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Байрамғол» агрофирмаһы: Башҡортостан » Милли проекттар
    Биш-алты йыл элек һәм унан да алдараҡ ауыл хужалығы тураһында яҡшы хәбәрҙәрҙең киң мәғлүмәт сараларында булмауына бер кем дә аптырамай торғайны. Колхоз-совхоздарҙың аяныс хәлен көн дә яҙыуҙан, күрһәтеүҙән ни фәтүә?! Баҫыуҙарҙан йыйылған насар уңыш, түбән һауым, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ, төрлө бурыстар – тап ошо проблемалар һәр хужалыҡтың эшмәкәрлеген һүрәтләне. Урал аръяғы райондарына хас булған ҡатмарлы һауа торошо ла ауыл хужалығы арбаһына аяҡ салып, йыш ҡына күрһәткестәрҙе юҡҡа сығарып ҡуя ине.
    Урындағы аграр комплексты реформалау күңелһеҙ хәлдәрҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртеү форсаты бирҙе. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Байрамғол-Ураҙ зонаһын үҙ ҡанаты аҫтына алып, ауыл хужалығына йән индереп ебәреүе генә лә ни тора! Элек-электән эшһөйәрлектәре менән дан ҡаҙанған байрамғолдар, комбинаттың ҡеүәтле ярҙамына таянып, яңы көс, дәрт менән ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға тотондо.

    «Байрамғол» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте элекке «Байрамғол» ауыл хужалығы-производство кооперативы нигеҙендә 2005 йылдың 1 июлендә ойошторола. «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» өҫтөнлөклө милли проектҡа ярашлы, агрофирмала 1280 баш малға иҫәпләнгән һөт етештереү комплексы төҙөлә һәм 2007 йылдың 1 сентябренә Германиянан голштин тоҡомло 831 баш һыйыр килтерелә (әйткәндәй, Ураҙ ауылы янында ла шундай уҡ комплекс төҙөлә башлаған). Бик аҡыллы, тәртипле, тыныс холоҡло малдарҙы урындағылар яратып «фрау» тип атап йөрөтә. Махсус тырнағыстарға барып, башын тарарға яратҡан голштинкаларҙың морондарын сайҡатҡандан һуң ғына һыу эсеүе, үҙ урындарын танып, шунда ғына барып ятыуы тәүҙә барыһын да бик ныҡ аптырата, бөгөн инде уларҙың бер-береһе менән тыныс һыйышыуҙарына кешеләр өйрәнеп бөткән.
    Һауынсылар сменалап, икешәр кеше эшләй – 480-әр һыйыр һауалар (шунса уҡ һыйырҙы бер малсы ҡарап тәрбиәләй). Һауыу процесы, малдарҙы ашатыу, аҫтарын таҙартыу – бар нәмә комплекста тулыһынса автоматлаштырылған. Компьютерҙар һәр малҡайҙың һаулыҡ торошон, рационды иғтибар менән күҙәтә. Әйткәндәй, һәр голштин һыйыры 27-шәр литр һөт бирһә, башҡа бүлексәләрҙәге симменталдар – 12,2 литр. Йәғни, хужалыҡ буйынса уртаса һауым 19 литр тәшкил итә. Көн һайын 32 тонна һөт һаталар – продукцияны Сибайҙан һәм Үрге Пышманан килеп алалар.
    Элек март-апрелдә ундай һандар тураһында уйлау түгел, малдарҙы нисек тәүге үләнгә имен-аман аяҡ баҫтырырға икән, тип баш ваталар ине. Ә бөгөн агрофирмала беренсе класлы мал аҙығы өҙөклөкһөҙ әллә нисә айға етерлек әҙерләнгән – «фрауҙар» туғайҙарҙа йөрөп үлән ашарға ҡулайлашмаған, шуға был осраҡта һаҡламһыҙ бер нисек тә булмай.
    – Агрофирмала эшләгән 780 кешенең һәр береһе үҙ урынында, барыһы ла фиҙакәр хеҙмәте менән дөйөм уңышҡа өлөш индерә. Шуға ла кемделер маҡтап, айырып әйтеүе лә ҡыйын. Иң мөһиме – кешеләрҙең кәйефе үҙгәрҙе, – ти «Байрамғол» агрофирмаһының генераль директоры Азамат Иҙрисов. – Элекке колхоз-совхоз мөнәсәбәттәренең кире ҡайтмаҫына күнеп, яңы эш шарттарына өйрәнде, һәм хәҙер тырыш хеҙмәттең яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеге биреүенә ышанып, дәртләнеп эшләйҙәр. Производство мәҙәниәте тигән төшөнсә бар, йәғни юғары күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра белергә, эш хаҡын ваҡытында түләргә кәрәк. Шунан һуң инде эш өсөн яуаплылыҡты һәр кемдән талап итергә лә була. Кешеләр аңлы рәүештә эшен яратып, тырышып эшләй, лайыҡлы эш хаҡын ала икән, ул урлашмай, тәртипте һаҡларға ынтыла (былтыр уртаса эш хаҡы 5,6 мең һум булһа, быйыл ғинуарҙан алып ул 40 процентҡа артты). Ә белгестәр хеҙмәтте дөрөҫ ойошторорға, халыҡты эшкә йәлеп итә белергә, тәртип булдырырға тейеш. Проблемаларға килгәндә инде... Дәүләткә хаҡтарҙы көйләргә кәрәк ине. Яғыулыҡҡа, электр энергияһына хаҡтар бер туҡтауһыҙ арта, ә һөткә гел бер кимәлдә ҡала бирә. Һөттө эшкәртеүселәр, уны һатыу менән шөғөлләнеүселәр юҡ-юҡ та хаҡты арттыра, ә етештереүселәр ни өсөн гел ситтә ҡалырға тейеш? Был ғәҙел түгел.
    Һөйләшеүҙе күңелһеҙ нотала тамамламаҫ өсөн, Азамат Риза улы, ауыл хужалығын ижади эш менән сағыштырҙы: «Көн дә яңыса эшләргә кәрәк, әҙер рецептар юҡ».
    Ысынлап та, ауыл хужалығына ҡарата ошондай мөнәсәбәттә булмай тороп, ниндәйҙер билдәле һөҙөмтәләргә өлгәшеүе мөмкин дә түгелдер, ә уңыш ауылда һәр саҡ ҡара тир менән яулана. Юҡҡа ғына үҙен ҡыҫҡа осорҙа яҡшы етәксе итеп танытҡан Азамат Риза улы, күптәр нимәлер килеп сыҡмаһа һауа торошона һылтана, ә бит кешенең үҙенә лә күп нәмә бәйле, тимәй. Ә шулай ҙа ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы, ситтән инвестициялар ҙа мотлаҡ кәрәк. Бөтә алдынғы илдәрҙә аҙыҡ-түлек етештереү менән шөғөлләнеүселәр, килемле эшләгән хәлдә лә, дәүләттән ҙур күләмле дотациялар ала. Мәҫәлән, Европала ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр иҫәп өсөн 1 га һөрөлгән ерҙе алғанда, рәсәйҙәргә ҡарағанда дәүләт ярҙамын 60 тапҡырға күберәк ала, ә Евросоюз бюджетында ярҙамдың дөйөм күләме йыл һайын 60 млрд доллар тәшкил итә.
    Рәсәйҙә ауыл хужалығы һәм сәнәғәт араһындағы тауар алмашыуы ла һис тә тәүгеләр файҙаһына түгел. Ғөмүмән, ауыл хужалығы производствоһының (уның дәғүәселеген күтәреү һәм ауылда йәшәүҙең ыңғай яҡтарын пропагандалау нигеҙендә) үҫеш темптарын арттырыу дәүләт аграр сәйәсәтенең төп бурысы булырға тейеш. Алдынғы илдәрҙең тәжрибәһе күрһәтеүенсә, дәүләттең баҙар механизмдарын контролдә тотоуы, ауылдың производство һәм социаль инфраструктураһын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуы, икмәк-һөт етештереүселәр хаҡында айырым хәстәрлек күреүе генә Рәсәйҙең ауыл хужалығы өлкәһенә аяҡҡа баҫыу мөмкинлеге бирәсәк. Ә шуға тиклем хужалыҡтарға Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты кеүек сәнәғәт предприятиеларының ярҙамына ғына өмөт итеп йәшәргә ҡала.

    Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәсәйҙә асылған һәр бишенсе м ...
  • АУЫРҒАЗЫЛАРҘАН ӨЛГӨ АЛЫРЛЫҠ
  • «Иң-иң»дәр билдәләнде
  • Президент малсылыҡ комплексының эше менән танышты
  • Проект ҡеүәтенә сығалар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru