Дәртһеҙҙән дәрт сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Янылыктар
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Халҡым күңеленең матурлығы, уңғанлығы сағылды был байрамда Башҡортостан » Милли проекттар
    Үрге Йәркәй ауылы эргәһендәге төрлө төҫтәр менән биҙәлгән һабантуй яланы ысын мәғәнәһендә ҙур байрам үҙәген хәтерләтә. Ә халыҡтың шат йөҙөнән байрам тағы ла матурыраҡ һәм сағыуыраҡ күренгәндәй булды.
    Һабан байрамына йыйылған халыҡты Илеш районы муниципаль район хакимиәте башлығы Александр Ким йылы тәбрикләне.
    – Быйылғы һабантуйҙар Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ҡуйған әһәмиәтле бурыстарҙы бөтә республика әүҙем рәүештә тормошҡа ашырыуға тотонған мәлдә уҙа. Унда айырыуса иҡтисадты нығытыуға, социаль өлкәне артабан үҫтереүгә, төрлө комплекслы программаларҙы һәм проекттарҙы – бигерәк тә ауыл хужалығы буйынса – тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирелә. Беҙгә бирелгән мөмкинлектәрҙе тейешенсә ҡулланырға ғына ҡала, – тине ул.
    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров та Илеш халҡын һабан байрамы менән ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
    Халҡым күңеленең матурлығы, уңғанлығы сағылды был байрамда
    Ысынлап та, быйыл илештәр яҙғы сәсеүҙе ваҡытында һәм тейешле кимәлдә тамамлаған. Был йәһәттән механизаторҙарҙың, урта звено белгестәренең, Уңыш, Мир, Урал, Илеш МТС-ы, М. Горький, М. Гәрәев, Куйбышев исемендәге хужалыҡ етәкселәренең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Яҙғы сәсеү эштәре йомғаҡтары буйынса Уңыш хужалығының – 1-се, Мир СПК-һының – 2-се, Илеш МТС-ының 3-сө урын яулауын да билдәләп үтергә кәрәк. Ә Мөҙәрис Нәбиев, Разин Шаһиев, Рәиф Сәлимов, Нәжип Гәрәев, Радик Ташбулатов, Ильяс Әсәҙуллин кеүек алдынғы механизаторҙарға районда етеүселәр юҡ. Улар барыһы ла диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
    Әлбиттә, төрлө өлкәлә баһаланыусы алдынғыларҙы һанап сығыу мөмкин түгел. Илештә уңғандар, тырыштар бик күп һәм улар райондың яҡты киләсәге өсөн тырышып хеҙмәт итә. Ниңә итмәһендәр ти, уларға бит эшләү һәм етеш йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
    Ниндәй һабантуй йыр-моңһоҙ үтhен ти инде?! Район мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр артистары үҙҙәренең сағыу сығышы менән байрамға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне. Ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамбле халыҡҡа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерһә, Йәшлек бейеү ансамбленең, айырым ижади ғаиләләрҙең сығыштары ла тамашасы күңеленә хуш килде. Бер һүҙ менән әйткәндә, төп сәхнәлә байрам аҙағынаса концерт дауам итте.
    Спорт саралары һәм халыҡ уйындарына килгәндә, илештәр тырышҡан. Уйындарҙың ниндәйе генә уҙманы: алыҫлыҡҡа ла, ваҡытҡа ла йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, мөлдөрәмә тулы биҙрәләр аҫылған көйәнтә элеп ярышыу, тоҡ кейеп уҙышыу кеүек уйындарҙан балалар ҙа, ололар ҙа ситтә ҡалманы. Ә күҙ бәйләп көршәк ватыу, ҡатыҡ тултырылған һауыттан тәңкәләр табып сығарыу, ваннанан балыҡ тотоу кеүек ҡыҙыҡлы уйындарҙан тамашасылар ҙа мәрәкә тапты, ҡатнашыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Гер күтәреүҙә иң көслөләр асыҡланһа, бағанаға менеүҙә иң етеҙҙәр һәм оҫталар билдәләнде.
    Милли көрәшһеҙ һабантуй байрамын күҙ алдына ла килтереп булмай. Көрәш майҙаны халыҡты иң күп йыйған урын булып тора. Баш судья Илдар Ямалиевтың хөкөм итеүендә 60, 70, 80, 90 килограмм һәм унан да юғарыраҡ ауырлыҡ категорияһында ир-егеттәр, 45, 55, 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында үҫмерҙәр бил һынашты. Көрәш майҙанының төп батыры тип 90 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ категорияһында еңеүсе Юғары Мансар ауылынан Венер Миңләхмәтов табылды.
    Ун бер заездан торған ат ярышында һыбайлыларҙың төрлө тоҡомло сабыш һәм юртаҡ аттарҙа 1600 һәм 2600 метр аралыҡтан сабышып уҙыуы һоҡланғыс тамаша булды. Арттарынан саң борҡотоп елдән дә етеҙ сабып үткән аҡбуҙаттар байрамды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Шулай итеп, Арзамас тоҡомло иң етеҙ арғымаҡта Мансар кооперативынан Ринат Нуриев тәүге булып финиш һыҙығын елеп үтте.
    Боронғо башҡорттарҙың йәшәйешен хәтерләтеп, бер-бер артлы теҙелеп киткән тирмәләрҙә урындағы халыҡтың мәҙәниәте, рухы, йәшәү кимәле лә сағыла. Тирмәләрҙең айырыуса зауыҡ менән биҙәлеүе, һәр береһендә Ғаиләгә социаль ярҙам йылына арналған күргәҙмәләр, стендтарҙың урын алыуы, милли үҙенсәлектәрҙең сағылыш табыуы, байрам өҫтәлдәренең оригиналь биҙәлеше – барыһы ла юғары кимәлдә ине. Конкурста ҡатнашҡан 22 тирмәнең 15-енә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылһа, ҡалған етеһе төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы. Молоко йәмғиәте тирмәһе – Иң яҡшы ҡунаҡ йорто, Сөн ауыл хужалығы кооперативыныҡы – Оригиналь байрам өҫтәле, Дружба СПК-һыныҡы – Оригиналь тирмә, Мир хужалығыныҡы – Иң яҡшы территория, Илеш МТС-ыныҡы – Минең ауылым – берҙәм ауыл ғаиләһе, Игенсе кооперативы тирмәһе Халыҡ ынйылары номинацияһында билдәләнде. Ә Красный Яр крәҫтиән-фермер хужалығы тирмәһенә Бай байрам өҫтәле тигән айырым номинация бирелде.
    Халҡыбыҙҙың элек-электән килгән матур йолаһы – һабантуй байрамы йылдан-йыл ҡыҙығыраҡ, йөкмәткелерәк була бара. Был байрам төбәктең йыр-моң оҫталарын, етеҙҙәрен, көслөләрен, батырҙарын асыҡлаусы, кешеләрҙең йәшәү кимәлен билдәләүсе сара булһа, халҡыбыҙҙың күңел матурлығы сағылышы ла, дуҫлыҡ байрамы ла ул.

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    Илеш районы.
    авторы: Нур | 10 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Мәскәүҙә – һабан байрамы
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Гран-при – Стәрлебаш бөркөттәренд&# ...
  • Йәш ғаиләләр өсөн тура бә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru