Йүгерек атҡа ял теймәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Сыңғыр
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡобайырға тереһыу бөркөп Башҡортостан » Милли проекттар
    Урал батыр эпосында һүрәтләнгән ваҡиғалар бөтә донъяны һыу баҫҡан дәүер — туфан ҡалҡҡан замандарҙан һуң ер йөҙөндә яңы кешелек цивилизацияһы Уралдан башланыуға ишара итә. Һинд, иран һәм арий халыҡтары үҙҙәренең иң тәү төйәктәре тип Урал тауҙарын телгә ала. Урал тауҙарының Европа – Азия ҡитғаһында иң борон барлыҡҡа килгән ҡарт тауҙар икәне фәнгә билдәле, бер-береһенә ҡатланып өйөлгән Уралтау ҡаяларының полиозей эраһында уҡ диңгеҙ төбөнән ҡалҡҡан һәм күптән һүнгән вулкандарҙан ҡалған тау өйөмдәре икәнен беҙҙең эпос образлы тел менән аңлатырға тырыша. Шулай итеп, эпоста башҡорт халҡының донъя барлыҡҡа килеү хаҡындағы аң-белеме, уны күҙ алдына килтереүе, мифологик ҡараштары сағыла, эпос геройҙары халҡыбыҙҙың мифик батырҙары булып тора. Шуға ла Урал батыр эпосы башҡа эпостарҙан үҙенең донъяуи ҡараштары менән, йыһанды һәм йәшәү-үлем серҙәрен аңлатыуы менән айырыла. Ул оло тормош һәм кешелек дәреслеген хәтерләтә. Урал батырҙа һүрәтләнгән ваҡиғалар Боронғо донъя тарихынан Месопотамия һәм Вавилон ерендә йәшәгән Шумер осоронда, беҙҙең эраға тиклем өс-дүрт мең йыл әүәл ижад ителгән Гилгәмеш эпосындағы хәлдәргә ауаздаш. Был оҡшашлыҡ фәндә билдәле. Урал менән Шүлгән исеме Көньяҡ Уралдағы ер-һыу, тау-таш атамаларында йыш осрай.
    Башҡортостандың халыҡ сәсәне, бөтә тормошон башҡорт халҡының ауыҙ-тел байлығын йыйыуға арнаған бөйөк фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов халҡына иҫ киткес оло бүләк ҡалдыра. Ул 1910 йылда Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтан һәм уның кейәүе, Иҙрис ауылында йәшәүсе Ғәбит сәсән Арғынбаевтан башҡорт халҡының мәшһүр рухи ҡомартҡыһы Урал батыр ҡобайырын яҙып ала. Фольклорсы был ике сәсән менән осрашыуға сикһеҙ шатлана. Улар менән аралашыу өсөн ваҡытын да, мөлкәтен дә йәлләмәй. Яҙмыш уны ваҡытында бындай һәләтле сәсәнһүҙ оҫталарына юлыҡтырған өсөн ул бәхетле була, Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр итә. Һыйырын, атын һатып, Баймаҡ яғына юллана, сәсәндәрҙең ҡаршыһында ике айға яҡын ултырып, ҡобайырҙы тәфсирләп, түкмәй-сәсмәй яҙып ала. Ике сәсән, береһе әйтеп еткермәгәнде икенсеһе ялғап, ғалимға эпосты һөйләй. Уларҙың башҡарыу оҫталығы ла ғәжәйеп халыҡсан, еңел, шаян һәм хисле була. Сәсәндәрҙең эпос, иртәк йә ҡобайыр башҡарыу оҫталығын уларҙы күреп-белгән кешеләрҙең йәки ғалимдарҙың иҫтәлектәре һәм тасуирламаһы аша күҙ алдына килтерәбеҙ. Урал батыр эпосын башҡарған Ғәбит Арғынбаевтың ҡобайырҙы һәр саҡ баштан башлауы, бүленгән ерҙән дауам итеп алып китә алмауы, бик ныҡ бирелеп, образға инеп, көлгән ерҙә көлөп, бейеп, ым-хәрәкәтләнеп һөйләүе билдәле. Эпос һынлы эпосты бер тында башҡарып ҡарау теләге, мәшһүр ҡомартҡыны ятҡа һөйләгән кешене күреү, үҙ ҡолағың менән тыңлау хыялы Башҡортостан мәҙәниәте һәм матбуғатында уҙған ХХ быуаттың етмешенсе йылдарынан бирле тулҡына.
    Тоталитар режим тарафынан ҡаты тыйылыуға ҡарамаҫтан, күренекле башҡорт ғалимдары Мөхтәр Сәғитов, Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән башҡорт ҡобайырҙарын, иртәктәрен, эпостарын өйрәнә һәм дәреслектәргә индерә.
    1990 йылдар башында Советтар илендә үҙгәртеп ҡороу елдәре иҫеү менән рухи терелеү, милли йәнлелек башлана. Ғалимдар һәм шағирҙар башҡорт сәсәндәре мәктәбен тергеҙеү хаҡында һүҙ башлай.
    1996 йылда Бөрйән районының Яңы Монасип мәктәбендә Урал батыр эпосын яттан һөйләүсе уҡыусыларҙың тәүге сығыштары яңғырай. Уҡытыусы Мәрйәм Ҡәҙерғолова Иҫке Собханғол ауылында Һомайғош фольклор ансамблен ойоштора. Сибай ҡала башҡорт мәктәбе командаһын әҙерләү-селәрҙең береһе Асия Ғәйнуллина һөйләүенән: Беҙ, Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбе, иң беренселәрҙән булып Урал батыр эпосын ятҡа һөйләгән уҡыусыларҙың бәйгеһен ойошторҙоҡ, уны бөтә республика кимәлендә үткәреүҙе юллап, мәғариф министры Фирҙәүес Ғилметдиновнаға мөрәжәғәт иттек. Ул мәсьәләне йәһәт аңлап алды, һәм Өфөләге Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль мәктәп-гимназияһында иң тәүге конкурс үткәрелде. Был ваҡиға 1996 йылда булды.
    1996 йылдың башында республика Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль мәктәп-гимназияһында Урал батыр ҡобайырын башҡарыусы балаларҙың тәүге ҙур бәйгеһе үткәрелә. Шунан һуң Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Фирҙәүес Хисамитдинова Урал батыр эпосын яттан һөйләүсе уҡыусыларҙың бөтә республика конкурсын иғлан итә. 1997 йылдың февралендә Башҡорт дәүләт филармонияhы сәхнәһендә төбәктәрҙә еңеүселәр беренсе республика конкурсына йыйыла.
    Урал батыр эпосын тулыһынса ятлап, юғары кимәлдә башҡарыу мөмкин эш түгелдер кеүек ине. Әммә Ғәбит сәсән менән Хәмит сәсәндәр образы фольклорсы ғалимдарға тынғы бирмәй. Ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов менән сәсәндәр ижадын өйрәнеүсе Розалиә Солтангәрәева Башҡорт дәүләт филармонияһына бер төркөм шағирҙы йыя. Рәмил Ҡолдәүләт, Әхмәр Үтәбай, Буранбай Исҡужиндар ҡатнашлығында ғәжәйеп тере һүҙ кисәһе – Әйтеш кисәһе була. Был ваҡиға шулай уҡ 1997 йылдың феврале башына тура килә.
    1998 йылда Бөрйән районында эпосты башҡарыусы мәктәп уҡыусыларының икенсе бәйгеһе үткәрелә. Бөрйәндең мәғариф бүлеге методистары Роза Ғүмәрова, Клара Байназарова, уҡытыусы Марат Муллағоловтар Шүлгәнташ мәмерйәһе янында Урал батыр эпосы менән бәйле Тыуған яҡ тарихы һуҡмағын башлай. Урал батыр, Шүлгән, Һомай, Йәнбикә, Йәнбирҙе исеме менән балалар тәбиғәт ҡо-мартҡылары аша таныша.
    1999 йылдың июнендә Бөрйән районы мәғариф идаралығы (Гәрәй Йомағолов, Роза Ғүмәрова, Клара Байназарова), Мәғариф министрлығының милли мәктәптәр бүлеге (Зилә Яппарова), уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге (Разия Салауатова, Флүрә Абсаликова) менән бергә Урал батыр эпосы менән бәйле төбәктә – Шүлгәнташ мәмерйәһе, Йыл-ҡысыҡҡан күле янында Тыуған яҡ тарихы һуҡмағын башлайҙар. Эпос һүҙҙәрен ятлаған балалар Урал батыр, Шүлгән, Һомай, Йәнбикә, Йәнбирҙе образдары аша донъяны сәләмләй. Туғыҙ райондан са-ҡырылған төркөмдәр араһында Саҡмағош районының Ҡаръяуҙы мәктәбенән килгән балалар беренсе урынды яулай (уҡытыусы Альмира Калагаева). Был сара икенсе республика конкурсы булып тора. Эпосты һөйләү конкурсының шарттары асыҡлана – ятланған юлдар һанына ҡарап баһаларға ҡарар ителә (БДУ доценты Хәй Әхмәтов).
    2000 йылда Бөрйән районы мәғариф идаралығы район күләмендә йәнә Һомайҙа ҡунаҡта тигән бәйге үткәрә. Унда Саҡмағош, Илеш районы уҡыусылары ла ҡатнаша. Эпосты яттан һөйләүҙе Тыуған яҡ этнографияһы һуҡмағы йәш эҙәрмәндәр хәрәкәте менән ҡушыу, фәнни һәм тарихи яҡлап өйрәнеү нигеҙҙәре һалына (ойоштороусылары – Клара Байназарова, Роза Ғүмәрова, уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге, Мәғариф министрлығынан З. Яппарова ҡатнаша).
    2001 йылда Бөрйәндә өсөнсө республика конкурсы үтә. Йөкмәткеле итеп әҙерләнгән был сараны ойоштороуға ҙур көс һалған мәғариф министры урынбаҫары Миндибай Юлмөхәмәтов менән милли мәктәптәр бүлеге етәксеһе Зилә Яппарова абруйлы һәм төплө жюри туплай – фольклорсы ғалимдарҙы һәм күренекле уҡытыусыларҙы саҡыра – Әхмәт Сөләймәнов, Мирас Иҙелбаев, Розалиә Солтангәрәева, Фәнзил Санъяров һ.б. Урал батырҙы башҡорт һәм инглиз телдәрендә тулыһынса ятлаған Әбйәлил районының Ҡырҙас мәктәбе уҡыусыһы Венера Баймөхәмәтова бәйгене яңы баҫҡысҡа күтәрә. Дүрт мең өс йөҙ шиғри юлды тотош яттан һөйләү мөмкинлеге иҫбатлана. Һәм быны балалар эшләй! Бөрйәндәге конкурста эпостың йөкмәткеһен сәхнәләштереү һәм тыуған яҡ хаҡында ҡобайыр әйтеү шарттары өҫтәлә.
    2002 йылда Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында үткән конкурста Йылайыр районының Һабыр мәктәбе уҡыусыһы Гөлсәсәк Торомтаева гран-при яулай. Командалар араһында ярыш ҡыҙыу була. Мең саҡрым юл үтеп килгән Тәтешле районы командаһы еңеп сыға. Уҡытыусы Әсмә Усманова һөйләгән ҡарһүҙҙәрҙә Урал батыр, уның кәләше Һомай, һыу аҫты батшаһы Шүлгән һәм башҡа образдар терелә. Эпик әҫәр геройҙарының Хәйбулла яғындағы эҙҙәре табыла – Шайтантау ҡаялары аша үҙенә юл ярып, ағаһы Яйыҡ менән осрашырға ашыҡҡан Һаҡмар – Урал батырҙың улы, дала ҡылғандарын тарап көн-төн иҫкән яман елде сығарыусы аждаһаның Елбаш тауында йәшәүе, Таҙтүбә тауы башындағы боронғо күлдең Урал батырҙан ҡасҡан юха йыландарҙың төйәге булғаны асыҡлана

    Сәрүәр Сурина,
    Башҡортостан телевидениеһының Хазина ижад берекмәһе комментаторы, Урал батыр эпосын башҡарыусылар бәйгеһенә арналған Уралға йыр тапшырыуҙар циклы авторы.
    (Дауамы бар).
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтарған ...
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Йәш ғаиләләр өсөн тура бә ...
  • Ҡобайырға тереһыу бөркөп
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru