Иртә торған ас ҡалмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Дайджест
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ЙӘНӘ БЕР ТАПҠЫР «УРАЛ БАТЫР» ХАҠЫНДА Башҡортостан » Милли проекттар
    ТӘҮ ҡарауға, бәлки, «Урал батыр» эпосы хаҡында күп тә яҙылған һымаҡтыр. Әммә әлегә бер нәмә лә әйтелмәгән. Бындай апелляцияға дәғүә итмәҫтәй белдереүемә белгестәрҙең үпкәләп тә ҡуйыуҙары ихтимал, әлбиттә... Тик киреһен әйтеү мәшһүр ҡобайырҙың ҡиммәттәрен кәмһетеү кеүегерәк булыр ине. Әлегәсә донъя күргән махсус китаптар, айырым мәҡәләләр, фәнни конференцияларҙағы сығыштар – быларҙың барыһы ла дөйөм бер система барлыҡҡа килтерерҙәй, тулы картина тыуҙырырҙай оло мозаиканың айырым өлөштәре генә әле. Мәҫәлән, рустарҙың шул уҡ донъяуи кимәлдә танылыу яулаған «Слово о полку Игореве» хаҡындағы бихисап хеҙмәттең һәм «Урал батыр» тураһында әйтелгәндәрҙең нисбәтен күҙаллап ҡарағыҙ. Идея-тематик йәһәттән, күләм күҙлегенән, фәлсәфә тәрәнлеге һәм поэтик үҙенсәлеге буйынса өҫтөнлөк ҡобайыр яғында булһа ла, әлеге нисбәт бер ҙә генә һуңғыһы файҙаһына түгел бит һуң.
    Иң мөһиме, боҙ ҡуҙғалды. Бөгөн башҡорт фольклористикаһында «Урал батыр» эпосын өйрәнеү мәктәбе барлыҡҡа килгән тип әйтергә ерлек бар. Һәр хәлдә, данлыҡлы эпостың 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алыныуының йөҙ йыллығына билдәле уңыштар, лайыҡлы ҡаҙаныштар менән киләбеҙ.
    Республикабыҙҙа ла, ғөмүмән, төрки халыҡтары рухи донъяһында ла оло сара булып үтәсәк был юбилейға хаҡлы рәүештә үҙ өлөшөн индерерҙәй хеҙмәттәрҙең береһе – филология фәндәре кандидаты Гөлнар Юлдыбаеваның «Урал батыр» эпосының сюжеты һәм стиле» исемле монографияһы. «Ғилем» нәшриәтендә донъя күргән был китаптың исеменән үк күренеүенсә, ҡобайырҙы өйрәнеүҙең яңы этабы башланған: әлегәсә тарихи йәһәттән тикшереү өҫтөнлөк итһә, һуңғы йылдарҙа әҫәрҙең ғилми аспекттарына иғтибар бирелә.
    Донъя халыҡтары өсөн Урал бары тик географик атаманы ғына аңлатһа, башҡорттар өсөн был исем, тәү сиратта, изге аманат булараҡ ҡәҙерле. Шуға ла беҙҙең халыҡта уға бәйле бик күп ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыhы билдәле. Гөлнар Юлдыбаева монографияһының тәүге бүлегендә ошо изге зат менән бәйле әкиәт, легенда, риүәйәттәрҙе тикшерә. Бер яҡтан һүҙ эпостың беренселлеге хаҡында барһа, икенсе яҡтан – төрлө тарафтарҙа, төрлө замандарҙа ижад ителеп, төрлө юлдар менән беҙҙең көндәргә килеп еткән үҙ аллы әҫәрҙәрҙең һәр береһенең айырым ҡиммәте тураһында. Һәм, әлбиттә, уларҙың уртаҡ үҙенсәлеге әлеге Урал антропонимының үҙәк планда килеүендә. «Урал образы эпос, әкиәт, легенда, йыр, ҡобайырҙар аша эпик биография юғарылығына күтәрелә... халыҡ аңында ил дә, мөғжизәләр тыуҙырыусы батыр ир-егет булып та нығына һәм фольклор әҫәрҙәре лә тап шуны раҫлай», – тип билдәләй йәш ғалимә.
    Философия фәне тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы йыш ҡына сәбәп-эҙемтә яҫылығында тикшерә. Әҙәбиәт ғилемендә, шул иҫәптән, әлбиттә, фольклористикала ла, сюжет-композиция йәһәтенән өйрәнелә. Юлдыбаева үҙенәсә булған тикшеренеүҙәргә таянып, сюжет ойоштороусы сараларҙың береһе итеп мотивты билдәләй һәм «Урал батыр»ҙа биш мотивты айырып ҡарай: көрәш темаһы, эпоста ҡош образы, һыу мотивы, йолалар сағылышы һәм этиологик мотивтар. Уларҙың һәр береһе айырым иғтибарға лайыҡ. Беҙ әлегә һуңғыһына ғына туҡтап үтәйек. «Йософ ҡиссаһы»н өйрәнгәндә белгестәр, ете кинәйә табырға була, тип билдәләй. «Урал батыр»ҙа нисә кинәйә, ишара, фәһем табырға мөмкин икән? Өйрәнә килә асыҡланыр, моғайын. Ә бына этиологик мотивтар әлеге эпостың ғәйәт әһәмиәтле үҙенсәлегенәндер. Нисек донъя яралыуын, ни рәүешле тереклектең барлыҡҡа килеүен, аңлашылмаған серле көскә буйһонған тәбиғәт закондарын борон-борондан фаразларға маташҡандар. Был, үҙ сиратында, халыҡ аҡылының художестволы кәүҙәләнеше булған ауыҙ-тел ижадында ла һәм уның иң юғары ҡаҙанышы булған ҡобайырҙа ла сағылыш тапҡан. Бына нимә ти был хаҡта автор: «Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосында ла кешелек өсөн үтә мөһим проблемалар, йәғни донъяның барлыҡҡа килеүе, тауҙар теҙмәһенең яратылыуы, йылғаларҙың, урмандарҙың, ундағы ағастарҙың үҫеү рәүеше, хайуандарҙың нисек кешегә буйһоноп, ҡулға эйәләшеп китеүе образлы кәүҙәләндерелгән. Һанап сығылған күренештәр аныҡ ваҡиғаларҙың ижади фантазия, мөғжизәле, ғәҙәти булмаған хәл-әхүәлдәр аша һүрәтләнеше булараҡ күҙаллана».
    Бөгөнгө фәнселәрҙе ата-бабаларыбыҙҙың нимә уйлауы, ни әйтеүе менән бер рәттән, үҙҙәренең уй-хыялдарын, художестволы фекерләүен нисек итеп, ни рәүешле әйтеп биреүҙәре лә берҙәй үк ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла теге йәки был жанрҙы өйрәнгәндә йыш ҡына уның стиль үҙенсәлектәренә лә мөрәжәғәт итәләр. Гөлнар Юлдыбаеваның ғилми хеҙмәтенең өсөнсө бүлеге тап шунан, йәғни эпостың стилен өйрәнеүҙән ғибәрәт. Фольклористика фәненең донъяуи ҡаҙаныштарына таянып, ул һүҙ сәнғәтенең аҫыл үрнәге булған ҡобайырҙың тел-һүрәтләү сараларын классификациялай, уларҙың эпостағы контекст даирәһендәге функциональ тәғәйенләнешен билдәләй. «Эпостағы теге йәки был һүрәтләү сараһы ул үҙмаҡсат, телде биҙәү өсөн генә ҡулланылған һүҙҙәр түгеллеген, ә эпостың идея-йөкмәткеһен тәрәнерәк һәм нығыраҡ асыуҙа, артабанғы ваҡиғаларҙы үҫтереүҙә ярҙам итеүсе алым кеүек ҡабул ителә».
    Әйтергә кәрәк, Гөлнар Юлдыбаева монографияла билдәләнгән фәнни маҡсаттарына ирешә. Бының менән ул Әхмәт Сөләймәнов, Фәнүзә Нәҙершина, Гөлнур Хөсәйенова һәм Розалия Солтангәрәевалар кеүек остаздарына эйәреп, «Урал батыр» эпосын өйрәнеү тигән оло уртаҡ хеҙмәткә үҙ өлөшөн индерә. Өҫтәп шуны ғына әйтергә ҡала: тәүәккәлләп сыҡҡан юлында туҡтап ҡалмаһын ғалимә һәм әлеге китабы һуңғыһы булмаһын.

    Азамат ЮЛДАШБАЕВ.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Онотмай кесе быуын, ололай батыр рухын
  • Конкурстан һуң уйланыу
  • Ҡобайырға тереһыу бөркөп
  • Ҡобайырға тереһыу бөркөп
  • «Урал батыр» - сыуаш телендә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru