Балта сапҡансы, түмәр ял итә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Баймаҡтар ҙа, ниһайәт, ипподромлы булды Башҡортостан » Милли проекттар
    Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында, «Баймаҡ» тәжрибә хужалығы биләмәhендә ипподром асылып, унда тәүге ат сабыштары уҙҙы.
    Ипподромдағы тәүге сабыштар бер юлы өс иҫтәлекле датаға – Баймаҡ ҡалаһының 70 йәшен билдәләүгә, Бөрйән ырыуы йыйынына һәм Салауат Юлаев көндәренә бағышланғайны. 29 июндә ауыл ситендәге ташландыҡ баҡса урынында барлыҡҡа килгән ярыш майҙанына байтаҡ ҡына халыҡ йыйылды. Ни тиһәң дә, сит өлкәләрҙән көслө юртаҡтарҙы алып киләсәктәре тураhында хәбәр таралды – тимәк, үҙебеҙҙекеләргә тел ярҙамы булһа ла күрһәтергә, дәртләндереп ай-һайтлап торорға кәрәк. Ошо яҙылмаған ҡанунды иҫтән сығармағанғамы, ипподромдағы тәүге сабыштар тамашасылар тарафынан бик дәртле ҡабул ителде.
    Ҡуянтауҙар, ғөмүмән, баймаҡтар был ваҡиғаға тиклем ат сабыштыра алмай йонсой ине, тип әйтеп булмай; киреһенсә, республика һәм Рәсәй кимәлендә уҙғарылған һәр бер етди ат спорты ярышында «Баймаҡ» тәжрибә хужалығында үрсетелгән юртаҡтар, башҡорт тоҡомло аттар призлы урындарҙы яулап килде. Хәҙер иһә, үҙ ипподромдары булғас, улар башҡа төбәктәрҙән, күрше райондарҙан да ҡунаҡ саҡырыу мөмкинлегенә эйә булды.
    Ипподром хаҡында ентекләберәк hөйләүен һорап, Өфөнән килгән ҡунаҡҡа, «Аҡбуҙат» ипподромының генераль директоры урынбаҫары Владимир Артамоновҡа мөрәжәғәт иткәс, ул:
    – Өфө районындағы 119-сы ат заводы, Дүртөйлө районындағы «Арғымаҡ», Илеш районындағы «Ҡара юрға» һәм Дыуан районындағы ат-спорт комплекстарынан ҡала, бишенсе ипподром был. «Аҡъял»дың ипподромдарға ҡуйылған бөтә талаптарға ла яуап биреүен, донъя спортында ҡабул ителгән стандарттарға тап килеүен раҫлап, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығына ҡараған Рәсәй тоҡомло ат заводтары ассоциацияһы махсус рөхсәтнамә – патент тапшырҙы. Тимәк, Урал аръяғында берҙән-бер булған был ипподромда ниндәй генә сабыштар үтмәһен, унда ҡатнашҡан юртаҡтар хаҡында мәғлүмәттәр дөйөм Рәсәй базаһына индерелеп, рәсми рәүештә таныласаҡ. Был, үҙ сиратында, төбәктә ат спортын үҫтереүгә, уны популярлаштырыуға этәргес буласаҡ. Халыҡҡа ял итеү урыны, ата-бабаларҙан ҡалған тамашаны профессиональ кимәлгә еткереп күҙәтеү мөмкинлеге булдырылыу, тип ҡабул итәм мин ипподром асылыуҙы.
    Ысынлап та, дөрөҫ күҙаллаған әңгәмәсем, – һабантуйҙарҙан ҡарағанда ипподромда ат сабыштарын күҙәтеү күпкә мауыҡтырғысыраҡ икән. Ипподромға килһәң, һине ҡайһы танышым ҡайһы ерҙә йөрөй икән, йә булмаһа ниндәй концерт программаһы планлаштырылған, көрәш майҙанында тәкәне кем алды икән, тигән ваҡ-төйәк борсомай, яныңдағы хәләлең дә «сауҙа рәттәрен тағы берҙе генә урап сығайыҡсы» тип бимазаламай. Был юлы ла, бер көн алда ғына Дүртөйлө районының «Арғымаҡ» ипподромында уҙған спартакиадала ҡатнашыу сәбәпле, Башҡортостан клубтары юртаҡтары «Аҡъял»дың асылыу тантанаһына килеп етә алмаһа ла, Силәбе өлкәһе, Учалы, Әбйәлил һәм Баймаҡ районы хужалыҡтары араһында сабыштар көсөргәнешле темпта барҙы. Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде һәм Баймаҡ ҡала хакимиәте (башлығы Марсель Үҙәнбаев), Баймаҡ ҡалаһы ДРСУ-һы (етәксеһе – Динислам Арыҫланов), «Баймаҡ» тәжрибә хужалығы (директоры – Илшат Ситдиҡов) һәм шәхси эшҡыуарҙар Владимир Худолеев, Иван Истягин тарафынан билдәләнгән аҡсалата приздарға, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡлы тип табылды.

    Илшат ҠАНСУРИН.
    Баймаҡ районы.
    авторы: Нур | 1 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ярыш ҡына түгел, тамаша
  • Аһ, был юртаҡтар!
  • Йылҡысылыҡ – өҫтөнлөклө йүн ...
  • Сәскә ата Башҡорт баҡсаһының Илеш, Байм ...
  • Затың ниндәй, атым?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru