Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әрме – 2008
  • Ай башы - июль
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шәжәрә – ул байрам ғына түгел, ул ҡурайҙай рухтың үҫеше Башҡортостан » Милли проекттар
    МӨһабәт тауҙар ҡосағында, һоҡланғыс тәбиғәтле йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Оло Әбеш ауылының бай тарихы бар. Ул билдәле шәхестәр ҙә үҫтергән. Тирә-яғындағы һәр тау, урман, меңәр йыллыҡ ҡая-таштар быуат-быуат сер һаҡлай. Салауат батыр яуынан һуң ошо тауҙар итәгенә Әбеш ҡарттың килеп нигеҙ һалыуына 200-ҙән ашыу йыл үтеп китһә лә, әбештәр тыуған ерҙәренә, тарихтарына тоғролоҡ һаҡлай, ата-олатайҙары мираҫына тап төшөрмәй. Ошо көндәрҙә Әбештә уҙған Шәжәрә байрамы ауыл халҡының үткәнгә битараф булмауын тағы ла иҫбатланы.
    Һаҡмар буйындағы байрамса биҙәлгән йәмле ялан күҙ асып йомған арала халыҡ менән шығырым тулды. Берәүҙәр ике яҡлап теҙелгән бәләкәй шәжәрә ағастары янына йыйылып, быуындарын барлаһа, икенселәр туған-тыумасалары менән осрашыуға һөйөнөп бөтә алманы. Оло инәй-бабайҙарҙың, ағай-апайҙарҙың, балаларҙың күтәренке кәйефе, шатлыҡ менән тулы йөҙҙәре уларҙың ысынлап та ошондай рухи сараға һыуһағанлығы хаҡында һөйләй ине.
    Үҙҙәренең шәжәрә ағастарын төҙөүгә һәр нәҫел ҡуш ҡуллап тотонған. Уларҙың тырышлығы Торошовтар, Ғәбделмәновтар, Мөхәммәт Илембәтовтар, Әбүзәр Илембәтовтар, Юнысовтар, Үзбәковтар, Әбешевтар, Әминевтар, Сәйфуллиндар, Ишемғоловтарҙың шәжәрә ағастары рәүешендә эшләнгән тармаҡтарынан күренә ине. Әбеш ҡарттың Исхаҡ, Байҡаҙаҡ, Көсөк исемле улдары булған. Исхаҡ – ете, Байҡаҙаҡ мулла – дүрт, Көсөк өс малай тәрбиәләп үҫтергән. Нәҫелде дауам итеүселәр тап ошо егеттәр булған, тип баралар. Тағы ла Әбеш ауылының Әбүзәр бабай исеменән килеп сығыуы хаҡында легендаһы ла йәшәй халыҡта. Ул хәҙерге Илембәтовтарҙың ата-бабаһы була. Мал көтөргә иркен ерҙәре, һыуы булған өсөн, ыжғыр елдәрҙән, дошмандарҙың бер туҡтауһыҙ эҙәрлекләүенән һаҡланыу өсөн дә ул ошо бейек тау араларына килеп һыйынған, нигеҙ ҡорған, имеш.
    Төрлө төҫтәр менән биҙәлгән сәхнәгә сағыу, матур кейемдәге ҡыҙҙарҙы етәкләгән Ер-Әсә менән аҡ түбәтәйле малайҙар эйәрткән Тарих-Ата күтәрелә. Тамашасылар уларҙың диалогын йотлоғоп тыңлай. Ҡобайыр тамамланғандан һуң, юртып килгән һыбайлының: Яу килә, яу килә! – тигән ораны яңғырай. Шул ваҡыт тау артынан башҡорт һыбайлылары, һөңгө, ҡалҡан, ҡылыс тотҡан ир-егеттәр тауҙарға, ҡарауыл урындарына, күтәрелә. Алыш башлана. Һуғыш бөтөп, һыбайлылар еңеү менән тауҙан төшә.
    – Ҡаты алыштан һуң ошо матур ерҙе байҡап сыҡтыҡ. Һаҡмар буйы бигерәк йәмле, һыуы йомшаҡ, балыҡтары күп.
    – Тау башында емеш-еләк күп үҫә, сабынлыҡтар өсөн шәп үләнле ерҙәре һәйбәт, бал ҡорттары үрсетер өсөн сәскәле аҡландар киң.
    – Эйе, йәмәғәт, беҙ төпләнер өсөн ошо урынды һайлайыҡ, алып килегеҙ, саҡырығыҙ ошонда халыҡты.
    Шул ваҡытта халыҡ сәхнә алдын төрлө шөғөл менән биләп ала: ҡурмас ҡура, талҡан тарталар, май бешәләр, самауыр ҡайнаталар, ағасҡа сәңгелдәк элеп бәпәй бәүетәләр, ау, мурҙа әҙерләйҙәр, умарта ҡарайҙар, инәйҙәр балаҫ йәйеп, йөн иләй, тетә, бәйләй, ҡымыҙ бешеп, һалҡын айран менән ҡыҙҙар ир-егеттәрҙе, ҡунаҡтарҙы һыйлай... Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо йәшәйеше сағылған тамаша барыһының да күңеленә хуш килде.
    Шәжәрә байрамында ҡатнашыусыларҙы, ауыл халҡын Хәйбулла муниципиаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Ҡашҡаров, Әбеш ауыл советы хакимиәте башлығы Таһир Юнысов тәбрикләне. Рәфҡәт Рәжәп улы ошо сара айҡанлы хакимиәттән ауылды төҙөкләндереүгә 100 мең hум аҡса бүленгәнлеге хаҡында шатлыҡлы хәбәре менән ҡыуандырҙы. Бынан тыш, хакимиәттең ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп, уның интернатына ремонт эштәре үткәрелеүен, һуғыш ветерандарына ҡуйылған һәйкәлде реконструкциялауын билдәләп үтергә кәрәк.
    Алтын туйҙарын билдәләүсе Заһиҙә инәй менән Шәрифйән бабай Ҡыҙрасовтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Иңгә-иң терәшеп ярты быуат бергә ғүмер кисергән хөрмәтле ололарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары үҙе ҡотланы.
    Заһиҙә Ғәйнетдин ҡыҙы менән Шәрифйән Кинйәбай улы өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әбеш урта мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләгән Шәрифйән бабай менән 34 йыл ғүмерен фельдшер һөнәренә бағышлаған Заһиҙә инәй бөгөн 11 ейәнен һөйөп, тигеҙ бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
    Хәйбулла районында хаҡлы ялдағыларҙы юбилейҙары менән ҡотлау матур йолаға әйләнгән. Әбеш ауылы юбилярҙарын райондың ветерандар советы рәйесе Роза Аллағолова ҡотланы.
    – Бөгөн беҙ Әбеш ауыл советында йәшәүсе унар бала тәрбиәләп үҫтергән Герой-әсәләр Вәлимә Юнысова, Хәҙисә Сурина, Ғәбиҙә Мөхәмәтйәноваларҙы, 60, 70, 80, 90 йәштәрен билдәләгән 30-ҙан ашыу юбилярҙы ҡотлап, бүләктәр тапшырҙыҡ. Был йәһәттән бағыусыбыҙ – Хәйбулла тау компанияһының генераль директоры Камил Дашкинға рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең был изге эшебеҙҙең төп маҡсаты – ололарҙың тормош тәжрибәһендә йәштәрҙе тәрбиәләү, – тине ул.
    Йыр-моң, рух менән оҙатылып барған байрамда һабантуй ярыштары ла ойошторолдо. Ир-егеттәр билбау тағып бил һынашһа, үҫмерҙәр бағанаға менде, арҡан тартышты. Әбештәр байрамды юғары кимәлдә билдәләне, тип һис икеләнмәй әйтергә була. Сөнки барыһының да йөҙҙәрендә бай тарихлы, матур ауылдары, рухлы ата-олатайҙары менән ғорурланыу тойғоһо сағыла ине.

    Рәфҡәт ҠАШҠАРОВ, Хәйбулла муниципиаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары:
    – Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә Шәжәрә байрамдары гөрләп үтә. Бөгөнгө байрамдың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары менән дан тотҡан Әбеш ауылында үтеүе ҡыуаныслы.
    Әбеш ауылы – райондың бай тарихлы, иң төҙөк, матур ауылдарының береһе. Бында быуын-ара бәйләнештең ныҡ, ауыл халҡының берҙәм булыуы һиҙелә. Бөгөнгө байрам – беҙҙең үткән тарихыбыҙға ҡарашыбыҙ. Ул тағы ла бер тапҡыр ауылдаштарҙы берләштерҙе, ситтә йәшәгәндәрҙе бер урынға йыйҙы.
    Ошондай байрамдар беҙҙе татыулыҡҡа өндәһен, изге тарихыбыҙҙы һаҡларға ярҙам итһен, тыуған еребеҙ үҫеше хаҡына яңы үрҙәргә ынтылырға көс бирһен, үҫеп килгән быуынға матур өлгө булып хеҙмәт итһен.

    Таһир ЮНЫСОВ, Әбеш ауылы советы хакимиәте башлығы:
    – Тыуған яҡ, тыуған ер – ул һәр кем өсөн дә изге төшөнсә. Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә, бер ваҡытта ла үҙенең тыуып үҫкән ерен оноторға тейеш түгел. Ә беҙҙең әбештәр үҙҙәренең тыуған төйәген онотмай. Байрамға ла бит илебеҙҙең ниндәй генә төбәктәренән ҡайтмаған улар, хатта ауылдаштар алыҫ Себер яҡтарынан да ҡайтып етте.
    Эйе, Әбеш ҙур тарихҡа эйә ауыл. Илебеҙҙә барған бер генә ваҡиға ла уны урап үтмәгән. Бөгөн ауыл үҫә, ҙурая. Ошо йылдарҙа унда социаль әһәмиәткә эйә булған объекттар ҡалҡып сыҡты, мәктәп, интернат, магазин, дауахана, Һаҡмар йылғаһының үҙәне үҙгәртелеп дамба төҙөлдө, ауылға тәбиғи газ үткәрелде.
    Ошо матур сараны үткәреүгә ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Ринат Бикбовҡа, үҙ өлөштәрен индергән ауылдаштарыма ҙур рәхмәтемде еткергем килә.

    Камил ИЛЕМБӘТОВ, Әбеш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ҡурай, фольклор түңәрәктәре етәксеһе:
    – Ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысовҡа рәхмәт. Бар ойоштороу эштәрен бер үҙе тиерлек атҡарып сыҡты.
    Шул тиклем кәрәкле һәм файҙалы сара. Ауыл яңырып ҡалды, халыҡҡа сәм өҫтәлде. 30 – 40 йыл буйы күрешмәгәндәр күреште, туған-тыумасалар бер-береһен тапты. Алтын ғына эйәр, алты айыл, алтауһы ла атҡа етмәйҙер. Ниҙәр генә тиеп һөйләһәң дә, тыуып үҫкән ергә етмәйҙер, – тигән йырҙағы һымаҡ, барыһы ла тыуған ерен һағынып ҡайтҡан.
    Бер һүҙ менән әйткәндә, бик әһәмиәтле байрам ул Шәжәрә байрамы.

    Лариса МӘМБӘТОВА, Хәйбулла муниципиаль районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
    – Ауыл халҡы, урындағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусылары менән берлектә ойошторолған байрам ул. Әбештең барлыҡҡа килеү тарихын, шәхестәрен өйрәнеүселәр бихисап ауылда. Улар биргән мәғлүмәттәр нигеҙендә сценарий төҙөлдө, 11 фамилиянан торған шәжәрә эшләнде. Сара үткән урын сағыу тәбиғәте менән дә үҙе бер биҙәлеш булып торҙо. Ауыл халҡы урамдарын, йорт-ихаталарын йәмләндереүҙә әүҙем ҡатнашты. Һауа шарттары ла байрам кәйефе өҫтәне.
    Фазылйән СУРИН, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы:
    – Әбеш мәктәбендә 28 йыл директор вазифаһын башҡарҙым, балаларҙы математика серҙәренә өйрәттем. Әле хаҡлы ялдамын. Шуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашам.
    Ырыу шәжәрәһен өйрәнеү, ете быуыныңды белеү элек-электән башҡорттоң изге бурысы һаналған. Бөгөн беҙ ырыуҙар байрамы үткәреп, ҙур бурысыбыҙҙы үтәнек. Сарала үҙемдең уҡыусыларымды күреп һөйләшеүемә сикһеҙ шатмын.

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    Хәйбулла районы,
    Әбеш ауылы.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бәпес тигән ер икән...
  • Әлшәй районының Ташлы ауылында республика Шәжә ...
  • Халҡым күңеленең матурлығы, уңған ...
  • Силәбелә лә байрам матур үтте
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: айгуль (19 августа 2008 14:42)  
    бик якшы итеп яҙғанһығыҙ. минең ағайымдың исеме азамат һәм фамилияһы ла исмәғилев. һеҙҙең статъяларығыҙҙы һәр ваҡыт уҡып барам. бик шәп хәбәрсеһегеҙ. һеҙгә аҡ юл һәм уңыштар теләйем! love
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru