Аҡрын барған аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Кусэр
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Төньяҡ баш ҡаланы шаулаттыҡ Башҡортостан » Милли проекттар
    БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербург ҡалаһында йыл һайын июндең һуңғы йәкшәмбеһендә уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашып ҡайтты. Дәүләт власы органдары вәкилдәренән, Башҡорт дәүләт һәм Стәрлетамаҡ филармониялары артистарынан, Шишмә районының ижади коллективтарынан торған 230-ҙан ашыу кеше төньяҡ баш ҡалала үткән һабан байрамында республикабыҙ исеменән сығыш яһаны.
    Башҡортостандың рәсми делегацияһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Төрки тикшеренеүҙәр үҙәген, шулай уҡ Санкт-Петербург дәүләт университеты территорияһында уның бюсын асыу тантанаhында ҡатнашты.
    Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында инде нисә тиҫтә йылдар үткәрелеп килгән һабантуй төбәктең яратҡан байрамдарының береһенә әүерелде. Был сара йыл һайын Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһенең 100 меңгә яҡын халҡын йыя. Профессиональ артистар тарафынан асыҡ һауала ҡуйылған ҙур театрлаштырылған тамаша, спорт ярыштары, халыҡ уйындары барыһының да күңеленә хуш килһә, милли көрәш халыҡты бигерәк тә ныҡ ҡыҙыҡһындыра.
    Ҡунаҡсыллыҡ һәм ихласлыҡ, төрлө милләт вәкилдәренең ҡатнашлығы хас булған был һабантуйҙың тел һәм милли мәҙәниәтте, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм һаҡлауҙа роле баһалап бөткөһөҙ.
    Киң масштаблы халыҡ байрамы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе хакимиәттәре, Петербург һабантуйы фонды бағыусылары ярҙамында үткәрелде.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • һабантуйҙы губернатор ҙа ярата
  • һабантуйҙы Питерҙа ла көтөп алалар
  • Хеҙмәттәшлек киңәйә
  • Петербургта – башҡорт һабантуйы
  • Истанбулда башҡорт һабантуйы үтте
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru