Йәне барҙың йүне бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Күсәр
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сал дала күрке – Кәмәлек Башҡортостан » Милли проекттар
    Оло Иҙел, хәҙер беҙҙеңсә әйткәндә, Волга йылғаһы, Волга яны убалығын Каспий яны тигеҙлегенә бүлеп аға. Ана шунда, бер ярайһы уҡ бейек һары тау башында, 1590 йылда урыҫ батшалығы даланан өҙлөкһөҙ һөжүм итеп торған халыҡтарҙан һаҡланыр өсөн ҡәлғә һала. Урындағы халыҡ йөрөткәнсә, Һарытау тип атайҙар был ҡаланы. Хәҙер, быуаттар үткәс, беҙ һөжүм итеп тороусыларҙың ҡаҙаҡтар булғанын беләбеҙ. Уларҙың шул тирәлә йәшәгән башҡорттарға ла һис тынғы бирмәгәнлеге беҙҙең халыҡта ҡалған барымта , ҡарымта төшөнсәләрендә, тағы ла әллә күпме риүәйәт-бәйеттә сағылдырылған.
    Кәрәлек, Кәмәлек, Ырғыҙ буйында тупланып йәшәүсе башҡорттар хәҙер Һамар һәм Һарытау губерналарына бүленеп ҡалған. Улар хаҡында беренсе яҙма мәғлүмәтте 902 йылда Багдад хәлифәтенән Булғар иленә сәйәхәт ҡылған Ибн Фаҙлан сәйәхәтнамәһендә табырға мөмкин. Ә Кәрәлек башҡорттары тураһында улар араһында бер нисә йыл рәттән килеп ял иткән Лев Толстой яҙмаларынан беләбеҙ (ул төбәк хәҙер Һамар өлкәһенең Алексеев районында, Ҡаҙағстан сигендә ҡалған).
    Һарытау өлкәһендә әле биш меңләп башҡорт йәшәй. Улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телендә уҡыуҙан мәхрүм. Әммә оло Башҡортостан менән бәйләнештәр өҙөлгәне юҡ. Кәмәлек буйына йыл һайын Башҡортостандан төрлө делегациялар йөрөп тора, артистар ҙа был юлдарҙы йыш тапай. Һарытау балалары Өфөгә уҡырға килә. Һарытау өлкәһендә Башҡортостан вәкиллеге, башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты эшләй, Һарытау башҡорттары тигән гәзит нәшер ителә. Былар барыһы ла беҙҙең республика менән Һарытау өлкәhе араhында 2003 йылда ҡул ҡуйылған үҙ-ара дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү нигеҙендә алып барыла.
    Быйыл июнь уртаһында халыҡ был яҡ өсөн тарихи ваҡиға айҡанлы йыйылды: Кәмәлек буйында ултырған Күсембәт ауылында мәсет асыу тантанаһы булды, ошо уҡ ауыл янында тәүге тапҡыр һабантуй ойошторолдо. Үҙенең 210 йыллығын билдәләгән Күсембәт (Ҡатай) ауылы уртаһында ҡалҡып сыҡҡан күркәм мәсетте асырға ошо тирәнең бик күп ауылы халҡы йыйылды, улар араһында башҡа мосолман халҡы диаспораһы ла – ҡаҙаҡтар, ҡордтар ҙа бар ине. Ауылдың элекке мәсете 1934 йылда емертелә. 1996 йылдан ҡайтанан ойошторолған яңы мәхәллә ошоға тиклем намаҙ йортонда эшләп килә. 2001 йылда халыҡтың үҙ көсө менән ауыл мәсетен тергеҙергә ҡарар ителә.
    Тотош ил көсө менән 2002 йылдан бирле төҙөлә мәсет. Әммә, һуң булһа ла, уң булһын, тигәндәй, ысынлап та, матур бина ҡалҡып сыға Күсембәт ауылында. Ауылдың киләсәгенә өмөт биреп тороусы иман йорто булып ҡалҡты ул. Өмөтләнерлеге лә бар: ауылда ойошторолған Күсембәт крәҫ-тиәндәр хужалығы уңышлы эшләй, йыл һайын мул иген үҫтереп алалар. Ысынлап та, был тарафта йәйелеп ятҡан киң баҫыуҙар күңелгә йәм биреп тора. Хужалыҡ етәксеһе Харис Йәғәфәр улы Йәүкәевтың да мәсет төҙөүҙә ҡатнашлығы ҙур. Тәүләп һабантуй ойоштороу ҙа ошо хужалыҡ көсө менән башҡарылған. Харис Йәғәфәр улының һабантуйҙың оло ҡунағы, Һарытау өлкәһенең вице-губернаторы Александр Бабичевҡа башҡорт аты бүләк итеүе лә оло мәғәнәгә эйә ине.
    Барлыҡ шарттарына тура килтереп ойошторолғайны Күсембәттәге һабантуй. Шулай уҡ тирмәләр, ауыл хужалығы алдынғыларын тәб-рикләү, милли ярыштар һәм уйындар... Башҡортостандан мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Әхмәтова етәкселегендәге делегация ҡатнашыуы, Йәдкәр (әйт-кәндәй, был ансамблдә ошо яҡтың ике егете эшләй) ансамбленең матур кисәһе байрамды тағы ла биҙәп ебәрҙе. Буш ҡул менән килмәгәйне ҡунаҡтар: «күстәнәс»кә Һарытау башҡорттарына милли кейемдәр, ҡурайҙар, Башҡортостанда сыҡҡан бик күп төрлө матбуғат өлгөләре тапшырылды. Бөтә донъя башҡорттары – сираттағы, инде өсөнсө йыйынына әҙерләнгәндә, сит өлкәләрҙәге ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән аралашыу шулай емешле дауам итhен.
    Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙҙең делегация Һарытау һабантуйында ҡ ...
  • Мәскәүҙә – һабан байрамы
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Халҡым күңеленең матурлығы, уңған ...
  • Салауат йыйынына әҙерлек башланды!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru