Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кеше ғаиләһе менән бәхетле Башҡортостан » Милли проекттар
    Учалы районының Учалы ауылында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы айҡанлы ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте. Уның эшендә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советтарының иң әүҙем вәкилдәре һәм шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ильяс Абдрахманов, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Хәбир Мостафин, депутаттар советы рәйесе Дамир Кәримов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлеге советының секретары Руслан Ғизетдинов ҡатнашты.
    Эш тәжрибәһе, проблемалар һәм уңыштар – конференцияла бар нәмә уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һөйләшелде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың эсеүе, балаларҙың «тере» етем булып йөрөүҙәре, күп балалы ғаиләләргә ярҙам, эшһеҙҙәрҙе эшкә урынлаштырыу, өлгөлө парҙарҙы ҙурлау – ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әлфиә Ғарифуллинаның һәм башҡаларҙың сығышында тап ошо темалар күтәрелде. Социаль мәсьәләләр һәр йәмғиәттә ҙур роль уйнай. Йәштәр араһында ғаилә ҡороуға еңел ҡараш булғанда, әхлаҡи ҡиммәттәр юҡҡа сыға барғанда, дәүләт көслө була алмай. Ә социаль проблемаларҙы ваҡытында хәл итмәгәндә, өлкән быуын эстафетаны кемгә тапшырыр? Һәр быуын алдында үҙ ауырлыҡтары, үҙ кәртәләре торған. Үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмаясаҡ һәм «элек шулай булғайны, былай булғайны», тип һағынып, хәтирәләргә сумыуҙан бигерәк, кисекмәҫтән киләсәккә табан ныҡлы күпер һалыу хәстәрлеген күреү талап ителә. Проблемаларға күҙ йоморға ярамай, әммә шул уҡ ваҡытта уларҙы күҙ буяу өсөн генә үткәрелгән саралар менән «ҡаплау» ҙа дөрөҫ түгел. Кешеләрҙең бер ҡайҙа ла эшләмәй, эсеп шәхес булараҡ юҡҡа сығыуы, һис бер яуаплылыҡһыҙ граждан никахында тороуы һәм тиҙ генә айырылышыуҙары, ата-әсәләре иҫән булып та, балаларҙың приюттарҙа, балалар йортонда йәшәүҙәре аяныслы хәл һәм бының менән килешеү мөмкин түгел. Ошондай йәмһеҙ күренештәргә ҡаршы көрәшеү – һәр кемдең бурысы, тип йыйында ялҡынлы сығыш яһаған ҡатын-ҡыҙҙар советтарҙа тап ошо йүнәлештә эш алып бара. Ғөмүмән, дөрөҫ йүнәлеште юғалтып, хаталы һуҡмаҡҡа төшөп киткәндәргә өгөт-нәсихәт уҡып, әрләп түгел, ә эште икенсе – матур һәм күңелле тормош булыуын күрһәтеү юлы менән алып бара учалылар. Тәүге ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар: ҡайһы бер әсәләр үҙ ҡылыҡтарын ситтән күргәндәй, араҡы менән дуҫлыҡтарын өҙөп, донъяларын тәртипкә килтерә, балаларына иғтибарын арттыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормоштары ыңғайлана.
    Ҡатын-ҡыҙҙар советы активистары «Изге эштәр көнө» акцияларын даими уҙғара, мохтаж ғаиләләргә уйынсыҡтар, кейем-hалым йыйып тапшыра, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына төрлө ярҙам күрһәтә, ғаилә ҡиммәттәрен күтәргән, ололарға ихтирам тәрбиәләгән саралар үткәрә. Ғаилә көнө, Әсә көнө, Ололар көнө, Шәжәрә байрамы – изге йолаға әйләнгән байрамдар, ә тиҙҙән беренсе тапҡыр Атай көнө үткәреләсәк. Ошондай саралар урындағы хакимиәт менән берлектә башҡарыла – был айырым һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
    Ҡатын-ҡыҙҙар бизнесына ярҙам итеү, ғаилә проблемаларын, ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшен киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыу, йәмғиәттең йәмһеҙ күренештәренә ҡаршы аяуһыҙ көрәште йәнләндереүгә йүнәлтелгән конференция ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса резолюция бер тауыштан ҡабул ителде.
    Йыйынды матур итеп үткәреүгә өлгәшкән ойоштороусылар айырым маҡтауға лайыҡ, тип таралышты барыһы ла. Һыйҙан һығылып торған өҫтәл, матур йөкмәткеле концерт, ҡул эштәре ҡуйылған күргәҙмә һәр кемдең күңеленә хуш килде. Юбилярҙарға һәм иң тырыштарға ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырылды.
    Кеше бәхет тураһында күпме генә баш ватмаһын, ни ҡәҙәре донъя артынан ҡыумаһын, һуңынан барыбер бер һығымтаға килә – бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй икән. Йәшәргә йортоң, һинең өсөн өҙөлөп торған ғаиләң, яратҡан эшең булһын – лайыҡлы тормош өсөн тағы нимә кәрәк?! Лев Толстой юҡҡа ғына: Кеше бәхетле, әгәр ҙә өйөндә бәхетле булһа, – тип әйтмәгән бит.
    Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тәгәрмәс ял иткәндә
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Ғаилә – иғтибар үҙәгендә
  • Ҡала матурлығын –фотоһүрәттәрҙ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru