Йомоҡ күҙеңә көн төшөрмә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шатландырҙы ла, уйландырҙы ла Башҡортостан » Милли проекттар
    170 мең тирәhе башҡорт йәшәгән Силәбе өлкәhендә май аҙағынан алып ауыл, район, ҡала кимәлдәрендә бихисап hабантуй уҙҙы. Былтыр бик күп ойоштороу көсө hәм ярайhы матди сығым талап иткән Бөтә Рәсәй hабантуйын уҙғарыу күп көстө алhа ла, урыҫлашҡан мөхиттә, йыл әйләнәhенә туған телендәге йыр-моңға, уйын-көлкөгә hыуhап өлгөргән милләттәштәребеҙ, матур йолаға әйләнгән өлкә hабантуйының быйыл да уҙғарылыуын белеп, оло шатлыҡ кисерҙе.
    Өлкә Мәҙәниәт министрлығы, милли үҙәктәр, ҡалалағы Дуҫлыҡ йорто, Башҡорт халыҡ үҙәге, өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәкселеге hәм активистарынан торған ойоштороу комитеты был юлы ла Ю. Гагарин исемендәге ҡала паркындағы hабан байрамына барса халыҡты йыйҙы.
    Көн боҙолоп, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Республикаhының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров етәкселегендәге делегация Силәбегә ваҡытында килеп тә етте. Дуҫтарҙың «саҡырылған ергә барыу мотлаҡ» тигән ҡанунды боҙмауҙарына тәбиғәт тә ҡыуанды, күрәhең, ямғыр туҡтап, көн ҡапыл аяҙытып ебәрҙе.
    Башҡортостан ҡунаҡтары сығыштарында Силәбе башҡорттарының йәшәйешенә, бөгөнгөhөнә дуҫтарса күҙ hалды, киләсәге тураhында фекер йөрөттө. Үҙҙәренең байрамса кәйефтәрен халыҡҡа ихлас өләште. Силәбеләргә милли саралар ысын мәғәнәhендә ғәм hәм дәрт өҫтәй. Рухлы милләттәштәрҙең, фекер алышыу менән бер рәттән, матур концерт бүләк итеүҙәре – үҙе бер тулҡынландырғыс күренеш.
    Делегация менән бергә килгән «Йәдкәр», «Мираҫ», «Ынйы» фольклор төркөмдәренең сығыштары байрамға уғата йәнлелек hәм йәм өҫтәне.
    Ҙур сәхнәнән ситтәге башҡа сәхнәләрҙә лә урындағы коллективтар сығыш яhаны. Йыр hәм бейеүгә маhирҙар араhында балаларҙың бихисап булыуы hөйөндөрҙө. Өлкәнең Ҡарағайлы районынан Мәрйәм Хәлилова йырлағанда бик күп кескәй дуҫтары уның янына сәхнәгә менеп баҫты. 3 – 4 йәшлек сабыйҙарҙың сәхнәгә сығырға талпынып тороуы – милләттәштәремдең рухлы балалар үҫтерә алыуына яҡшы дәлил.
    Һабантуйҙың иң ҙур биҙәге – милли көрәш бәйгеhе уғата ҡыҙыу барҙы. 65 килограмдан алып 95 килограмға тиклем ауырлыҡтағы көрәшселәрҙең бил hынашыуын халыҡ ихлас ҡеүәтләп күҙәтте.
    «Һабантуйҙың абсолют батыры» титулын, бик көсөргәнешле алыштан hуң, Ҡоншаҡ бәhлеүәне Илдус Коломов яуланы.
    Шулай уҡ Силәбе башҡорттары араhында популярлыҡ яулап өлгөргән армспорт ярыштарында hәм бағанаға менеүҙә лә еңеүселәр билдәләнде.
    Йыл да уҙғарылып килгән тирмәләр конкурсында быйыл ҡатнашыусылар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ярыш бик көсөгәнешле барҙы. Әҙерләнгән аш-hыуҙың төрлөлөгө hәм тирмә эсендәге милли колорит өсөн Ҡоншаҡ районы тирмәhе 1-се урынға лайыҡлы сыҡты. Сағыу костюмдары hәм башҡарған йырҙарына hоҡланып туймаҫлыҡ Ҡыштым ҡалаhының «Йәшлек» фольклор ансамбле тирмәhенә – икенсе, ә инде Өфәлей hәм Ҡарағайлы тирмәләренә өсөнсө урындарҙы бирҙеләр.
    Тирмәләр алдында ҡайнаған самауыр сәйе, усаҡ, тәмле милли аш еҫе – hабантуйҙың тағы бер алмаштырғыhыҙ элементы. Барлыҡ талаптарға яуап биргән ысын башҡорт тирмәләрен Башҡортостандың Мәләүез районы, Өфөнөң Дим муниципаль районы килтерелгәйне. Халыҡ уларға, музейҙарға ингән hымаҡ, айырыуса бер ҡыҙыҡhыныу менән инде. Был тирмәләрҙә халҡыбыҙҙың тотош йәшәйеше, ғөрөф-ғәҙәттәре күҙаллана, hунарсылыҡ, малсылыҡ, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул оҫталығын сағылдырған келәмдәр, сигелгән әйберҙәр, юрғандар күҙҙең яуын алырлыҡ ине.
    Үҙ халҡының тел матурлығына, йәшәйеше күркәмлегенә, батырҙарының бихисап булыуына, гүзәлдәренең замана шауҡымына бирешмәүенә ололар hоҡланып бөтә алмаhа, сыр-сыу килгән балалар, уйнау, йырлау мөмкинлеге биргән байрамдың hабантуй икәнен бик яҡшы аңланы.
    Башҡа милләт вәкилдәре лә был көндө беҙҙең менән ихлас ҡыуанды. Тик сәхнәнән байрамды «татар hабантуйы» тип иғлан итеп тороусы дуҫтарҙың уның уртаҡ байрам икәнен онотоп ебәреүе генә күңелде ҡырҙы. Йыш яңғыраған ошо раҫлауға hәр Силәбе башҡортоноң да күңеле әрнейҙер. Тик әлеге лә баяғы милләтемә хас тыйнаҡлыҡ hәм тотанаҡлыҡ тыйылырға өндәй. Бәлки, киләhе hабантуйҙы ойоштороусылар был күренешкә иғтибар бирер...

    Зилә FӘЛЛӘМОВА,
    Силәбе өлкәhендәге үҙ хәбәрсебеҙ.
    авторы: Нур | 8 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тәбиғәт ҡосағында матурыраҡ
  • Арғаяштар менән сосновкалар дуҫлыҡ ептәрен ны ...
  • Мәскәүҙәрҙе «аh» иттереп
  • Байрам рухы аңҡыны бар ерҙә
  • Краснодарҙа башҡорт бармы?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru