Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Һорау-яуап
  • Металл һәм таш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сибай олоғайған һайын йәшәрә Башҡортостан » Милли проекттар
    Хаҡлы рәүештә Урал аръяғының баш ҡалаһы исемен йөрөткән Сибайҙың сираттағы тыуған көнө лә килеп етте. Байрамдың ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятие, Башҡортостан Баҡыр-көкөрт комбинатының юбилейы менән бергә тап килеүе тантанаға тау сәнәғәте эштәре колориты бирҙе.
    23 августа ҡала көнөнә арналған саралар республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың туранан-тура ҡатнашлығында үтте, тиергә була. Премьерҙан тыш, байрамда Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин ҡатнашты.
    Көн дауамында Премьер-министр Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының яңыраҡ сафҡа индерелгән таш онтау комплексы һәм «Төньяҡ-елләтеү» шахтаһындағы эштәр торошо менән танышты, республикалағы өсөнсө бизнес-инкубаторҙы асыу тантанаһында ҡатнашты, ҡаланың үҙәк дауаханаһын төҙөкләндереү барышына күҙ һалды. Сибайҙы биш йыл дауамында етәкләгән кеше булараҡ, Раил Сәлих улы һәр объекттағы эш барышы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынды, үҙенең тәҡдимдәрен, талаптарын әйтте. Урал тау-металлургия компанияһы етәкселегенең Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты менән ышаныслы идара итеүгә ауыр ваҡытта саҡырылғандарын иҫкә төшөргәндән һуң, республика Хөкүмәте башлығы донъя баҙарында баҡырға хаҡтарҙың иң юғары кимәлдә һаҡланып килеүенә баҫым яһаны, артабанғы хеҙмәттәшлектең Сибай һәм Башҡортостан өсөн мотлаҡ файҙалы булырға тейешлеген белдерҙе. Үҙ сиратында, компания етәкселеге баҡыр мәғдәне запастарының алдағы 17 йылға етергә тейешлеген фаразлап, хеҙмәттәшлектең шул ваҡыттарға тиклем һуҙылыуын күрергә теләүҙәренә ишара яһаны.
    Ҡаланың юбилейына бәйле байрам саралары Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында дауам итте.
    Һәр байрамдағыса, был көндә паркта дөйөм туҡланыу нөктәләре эшләне, сауҙа ойошторолдо. Ял итергә тип сыҡҡан сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары «Батырҙар төйәге» һәм «Балалар һабантуйы» исемле спорт байрамдарын ситтән күҙәтеп кенә ҡалмай, үҙҙәре лә төрлө уйындарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Футболсылар, волейболсылар, бокс оҫталарының сығыштары үҙ көйәрмәндәре өсөн Ҡытайҙағы Йәйге Олимпия уйындарындай уҡ мауыҡтырғыс булды, буғай.
    Шулай ҙа быйылғы байрамдың иң һоҡландырғыс өлөшө тип сәскәләр конкурсын иҫәпләү дөрөҫ булыр ине, моғайын. Төрлө мәктәптәр, мәҙәниәт һәм йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең йәйге баҡса эштәренең һәм эстетик зауыҡтарының емештәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Күҙҙең яуын алып торған гөлләмәләрҙе, келәм ҙурлығындағы панноларҙы һәм башҡа төрлө мөғжизәүи композицияларҙы берләштереүсе конкурс үҙенең «Сәскәләр фантазияһы» тигән тәү ҡарамаҡҡа пафослы атамаһын тулыһынса аҡланы.
    «Сибай йыйыны» тигән дөйөмләштерелгән исем аҫтында уҙғарылған байрамды театрлаштырылған тамаша дауам итте. Сибай дәүләт филармонияһы һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры актерҙары менән бер рәттән, үҙешмәкәр артистар ҡаланың, баҡыр-көкөрт комбинатының тормошона бәйле мәлдәрҙе сәхнәләштерҙе. Үткән тарихы һәм бөгөнгөһө баҡыр мәғдәне сығарыу менән тығыҙ бәйләнгән ҡаланы төҙөүселәрҙең тантаналы парады, сәхнә янына уҡ ҡыуып килтереп ҡуйылған ҡеүәтле тау эштәре техникаһы – былар барыһы ла ҡаланың һәм комбинаттың яҙмышы берләшкәнлеген, берлеген символлаштыра кеүек ине.
    Байрамдың йөҙөгө тип ҡаланы – ҡала, комбинатты комбинат итеүселәр, йәғни алдынғы эшселәрҙең тырыш хеҙмәтен билдәләп үтеүҙе атарға кәрәктер. Сибай ҡалаһы хакимиәте тарафынан күп кенә хеҙмәт алдынғыһының фиҙакәр хеҙмәте билдәләнеп, уларға хакимиәттең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ҡаланың сираттағы почетлы гражданы ла билдәләнде: быйыл был маҡтаулы исемгә оҙаҡ йылдар ремонт-төҙөлөш идаралығын етәкләп килеүсе Эмиль Хәсән улы Мәүлетҡолов лайыҡ булды.
    Байрам барышында ҡаланы төҙөкләндереүгә арнап иғлан ителгән конкурсҡа һәм башҡа ярыштарға йомғаҡ яһалды. Тантана урындағы һәм төрлө тарафтарҙан саҡырылған артистар ҡатнашлығындағы ҙур концерт менән тамамланды.

    И. Ҡансурин.
    Сибай ҡалаһы.
    авторы: Нур | 26 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бер юлы өс байрам!
  • Сибай ҡалаһында
  • Бар халыҡты йәнә бергә йыйҙы Салауаттың ...
  • Янылыктар
  • Кимәле лә юғары, ҡатнашыусылары ла шәп
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru