Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған дау алыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Яңылыҡтар
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Туғанлыҡ байрамы Башҡортостан » Милли проекттар
    Миәкә районының Ҡанбәк ауылы халҡы үҙ шәжәрәһен барланы
    «Ете быуын ата-бабаңды беләһеңме?» тигән һорау бөгөн бик актуаль. Күкрәк киреп, әлбиттә, тип яуаплаусылар янында «юҡ шул» тиеүе бик уңайһыҙ. Хәйер, һуңғыларының һаны йылдан-йыл кәмей. Нәҫел ағасын төҙөү, Шәжәрә байрамы үткәреү кеүек сараларҙың популярлаша барыуы халыҡта ата-бабалар тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә Миәкә районының Ҡанбәк ауылы халҡы үҙенең генә түгел, күрше-күләндәренең быуын ептәре менән дә таныша ала. Сөнки ауыл тарихына һәм уның нәҫеленә бағышланған китаптар бөгөн һәр өйҙә тиерлек бар. Бер-береһенең дауамы булған өс китап – Флүр Шәңгәрәй улы Солтановтың тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт емеше Шәжәрә байрамын үткәреүгә лә бер этәргес бирҙе.
    Булһа, берәгәйле булһын, тигәндәй, ҙурҙан ҡубып әҙерләнгәс, өҫтәүенә, ситтән ҡайтыусыларҙы ла иҫәпкә алып, ойоштороусылар бер нисә сараны берләштерҙе.

    Ауыл өҫтөндә – аҙан тауышы
    Ауыл байрамы иман ауазынан башланды. Нисәмә тиҫтә йылдан һуң Ҡанбәк ауылында аҙан тауышы яңғыраны. Мәсет асыу тантанаһына килеүселәрҙең теләге бер булды: унан кеше өҙөлмәһен ине. Боғҙан ауылы биләмәһе башлығы Хәлил Мәхийәнов та: «Мәсет бәләкәйме, ҙурмы – эш унда түгел. Маҡсатыбыҙ – уға көн һайын өлкәндәрҙең дә, йәштәрҙең дә килеүе», – тип билдәләне. Миәкә районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Хәниф Мусиндың әйтеүенсә, мәсеттәр төҙөү районда матур традицияға әйләнгән. Әммә ҡайһы бер яҡтарҙа был күренешкә ҡырын ҡараусылар етерлек икән. Баш ҡаланан килгән дин әһеле – Өфөнөң «Ғәлиә» мәҙрәсәһе ректоры Ильяс хәҙрәт шул проблемаға туҡталды. «Нимә бар һуң унда? Әллә берәй завод асалармы, тип һораусылар әле лә бар, – ти ул. – Унда мәсет бар, тим. Ә мәсет – ул Аллаһты таный, Аллаға саждә ҡыла торған йорт. Унда ризыҡ та, бер нәмә лә юҡ, бында – күңел эше. Һеҙҙе лә күңелегеҙ тартып килтерҙе». Мәсет асыу кеүек изге тантаналарҙа күп булырға тура килгән Ильяс хәҙрәттең сағыштырыр тәжрибәһе лә байтаҡ. «Күренеп тора, ауыл халҡы – иманлы. Бындағы кешеләр рәхимле, нимәгә тотонһалар, шуны аҙағына тиклем башҡаралар», – тип телгә алды ул ҡанбәктәрҙе. Ауылдың данын билдәле иткән шәхестәргә лә бай ул Ҡанбәк. Шуларҙың береһе – сәхнә йондоҙо Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева. «Күп ауылдарҙа байҙар мәсет төҙөп ҡуя ла, унда йөрөр кеше юҡ. Ә беҙҙең мәсетте ауыл халҡы бергәләп төҙөгәс, йөрөүселәр ҙә күп булыр, тип ышанам. Халыҡ теләге – иң мөһиме. Элекке иман йорто беҙ үҫкәндә клуб ролен башҡарһа ла, уның хаҡында һөйләгәндә һәр ваҡыт «мәсет, мәсет янында» тип әйтә инек. Теләгем шул: ауылыбыҙ үҫә-ҙурая һәм киләсәктә, был мәсеткә һыймайбыҙ, тип, һәр осҡа мәсет һалып ҡуйһындар ине», – тине ул. Ә ауылдың үҫеүе бөгөн шунда йәшәгән, хеҙмәт һалған кешеләргә бәйле. Мәсеттең уртаҡ көс менән төҙөлөүе иһә ауыл халҡының мәртәбәһен тағы ла арттыра. Уны һалыуға үҙ өлөшөн индергән һәр кешегә сауабы әйләнеп ҡайтыр, иншалла.
    Тантанала сығыш яһаусылар, үҙ теләген еткереүселәр күп булды. Ә бүләк итеп бирелгән изге Ҡөрьән китаптарын Хәлил Хәбиръял улы мәсетенең хужаһы, оло аҡһаҡалыбыҙ, тип Фоат Юныс улы Мөхәммәтовҡа тапшырҙы. «Күмәкләп, ауылыбыҙҙы иман нуры менән балҡытып торайыҡ. Үҙебеҙ генә түгел, оло юлдан үтеп барыусылар ҙа мәсеткә инеп йөрөһөн», – тине аҡһаҡал. Хәйер, мәсетте рәсми асҡансы уҡ Стәрлебашҡа ҡайтып барыусылар унда инеп, намаҙҙарын уҡып сыҡҡан.
    Был көндө 1941 – 1945 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашыусылар һәм һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар мәктәптә урынлашҡан музей һәм уҡыусы-уҡытыусылар төҙөгән шәжәрәләр менән дә танышты.

    Үткәндәргә бер ҡараш
    Шәжәрә байрамы һәм һабантуй бер-береһенә үрелеп барҙы. Ауылдың ҙур нәҫелдәре үҙҙәренең тирмәһен ҡорған. Табын түрендә самауыр йырлап ултыра, өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып тора. Шунда уҡ ҡул эштәре, нәҫелдәренән сыҡҡан билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәт, шәжәрә ағастары ла урын алған. Ул милли кейемдәрҙе ҡайҙан табып бөткәндәр, тиң. Ғөмүмән, бында үткәндәр менән бөгөнгө осрашҡан кеүек. Тарих, тигәндән...
    «Ауылда һаҡланған риүәйәттәр буйынса, Ҡанбәккә нигеҙ һалыусылар булып Ханбәк, Фәйзулла һәм Атанғолдар иҫәпләнә. Ләкин архивтарҙа һаҡланған документтарҙа улар күрһәтелмәгән. Шуға халыҡ һанын алыу документтарына нигеҙләнеп яҙырға тура килде, – тип яҙа Ҡанбәк ауылында тыуып үҫкән Флүр Солтанов үҙенең «Ҡанбәк шәжәрәләре» исемле китабында. – Тәүге халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында Ҡанбәк ауылы халҡы урыҫ исемдәре, ә йәйә эсендә татар исемдәре менән яҙылһа, ҡайһы берҙәрендә тик урыҫ исемдәре менән генә бирелгән. Һуңғыларында иһә исемһеҙ, тик һандар менән генә билдәләнгән йәки ауылда нисә кеше йәшәүе генә күрһәтелгән. Шул сәбәпле, ауылдың тәүге кешеләре менән хәҙерге нәҫелдәрен тоташтырып шәжәрә төҙөүе ауырлаша».
    Флүр Шәңгәрәй улы һигеҙ йылдан ашыу архивтарҙа эҙләнеп, халыҡ хәтерендә һаҡланған иҫтәлектәрҙе туплап, ауылдың тарихын яҙыуға күп көс һала. Әммә, үҙе үк билдәләүенсә, тулы мәғлүмәттәр булмау сәбәпле, тарихты дөрөҫ итеп тергеҙеүе ауырлаша. «Ҡанбәк ауылында йәшәүсе кешеләрҙең боронғо ата-бабалары ғүмер кисергән Ҡаҙан ханлығы территорияһындағы Сәрмәсән ауылы бер нисә тапҡыр йәшәүҙән туҡтау сигенә етеп ҡала. Урыҫ иҙеүенә түҙер хәле ҡалмай, яңы суҡындырыу сәйәсәте башланған һайын ауыл халҡы төрлөһө төрлө яҡҡа китеп тарала, урыҫ ҡотороноуы баҫылғас, ауылдарына ҡабат ҡайтыу өмөтөн өҙмәй. Әммә ҡасып киткән ата-бабаларыбыҙҙың күбеһе урыҫтарҙың башкиҫәр отрядтары тарафынан тотола. Ваҡытлыса урыҫ динен ҡабул иткән ата-бабаларыбыҙ, шундай түбәнһетеү сараларын кисерә алмай, тыныс яҡтарға китеү юлдарын эҙләй.
    «Ҡанбәк ауылында бөгөн утыҙҙан ашыу нәҫел вәкиле йәшәй. Шартлы рәүештә уларҙы дүрт төркөмгә бүлергә була», – ти Флүр Солтанов. Беренселәре – 1729 – 1740 йылдарҙа, Ҡаҙан ханлығы тарҡалғандан һуң (175 йыл үткәс) килеп ауылға нигеҙ һалыусылар. Шунан – 1850 – 1880 йылдарҙа Шаран районының Баҙғыя ауылынан һәм Дәүләкән районының Суйынсы ауылдарынан килеп ултырыусылар. Һуңғылары – 150 йылда төрлө яҡтарҙан килеүселәр. Бөгөн уларҙың барыһын да Ҡанбәк ауылы тигән бер яҙмыш берләштерә.

    Осрашыу урынында
    Шәжәрә байрамында һәр нәҫел үҙенә генә хас сифаттары менән айырылып торҙо. Һәр береһе сәхнәгә сығып, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте, үҙ шәжәрәһе менән таныштырҙы. Жюри ағзалары нәҫелдәрҙең тирмәләрен һәм сығыштарын энә күҙенән үткәреп тикшерһә лә, урын билдәләргә батырсылыҡ итмәне. Теге йәки был шәп, тип билдәләү дөрөҫ тә булмаҫ ине. Әммә береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Әйткәндәй, иҫтәлекле бүләктәр ауылдың иң йәш вәкиле Азалияға ла, иң өлкәне Фатима Төхвәтуллинаға ла эләкте. Алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар ҙа, иң матур йорт хужалары ла ситтә ҡалманы.
    Һабантуйҙа ауыл хужалығы эшсәндәре лә бүләкләнде. «Ҡанбәк» ауыл хужалығы етәксеһе Илдар Фоат улы Юнысов: «Бөгөн мин ауыл хужалығында эшләүсе игенселәр, малсылар шәжәрәһе вәкиле булараҡ сығыш яһайым. Егеттәр менән яҙғы баҫыу эштәрен матур итеп тамамлап ҡуйҙыҡ. Эшкәртелмәгән бер гектар ер ҙә ҡалманы», – тип ауыл хужалығының тормошона баһа бирҙе. Илдар Фоат улының әйтеүенсә, бөгөн ауылда фанаттар ғына тороп ҡала һәм ауыл хужалығының йөҙөн уларҙың хеҙмәте билдәләй.
    Был көндө спорт бәйгеләре лә ҡыҙыу барҙы. Ҡайһы бер урындарҙағы кеүек: «Бүләгегеҙ бармы?» – тип ялындырып торманылар. Әйткәндәй, йолаларҙы яңыртып, һабантуй алдынан өй буйынса йөрөп, таҫтамал-яулыҡ, йомортҡа кеүек бүләктәр йыйып сыҡҡандар. Шуға ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә буш ҡалманы. Һабантуй батыры өсөн тип тәғәйенләнгән тәкә генә, ҡыҙыҡ яһайым әле, тигәндәй, бауынан ысҡынып, ҡасырға тырышһа ла, йүгереүселәр унан етеҙерәк булып сыҡты. Быныһын күптәр белмәй ҙә ҡалды. Сөнки халыҡты сәхнәнән айырып алырлыҡ түгел ине. Ҡанбәктең «үҙ һандуғастары» – Нурия Ирсаева, Вәкил Мырҙин, күрше Сирәштамаҡ ауылында тыуып үҫкән Рәүилә Мәсәлимова, Өфөнән ҡайтҡан Ризуан Хәкимов һәм башҡа артистарҙың йырлауын тыңлап ултырыусыларҙан бигерәк, ҡушылып бейеүселәре күберәк булғандыр. Аҙаҡ сәхнәгә ауыл оҫталары күтәрелде. Уларҙың сығыштары ла артистарҙыҡынан кәм түгел ине.
    Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл халҡы көн буйы күңел асты, осрашҡан таныштар һөйләшеп туя алманы, кемдәрҙер үҙҙәренең нәҫел ебен барланы. Хәтирәләр бик оҙаҡҡа етәсәк. Тик уларҙы йышыраҡ яңыртып торорға кәрәк, тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны көн аҙағына.
    Яҙгөл ЮНЫСОВА.
    Автор фотоһы.
    авторы: Нур | 30 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Иман ҡайта – нур ҡайта!
  • Шәжәрә байрамы туғандар һанын арттырҙы
  • Һөйләшһәк тә төрлө телд ...
  • Сал дала күрке – Кәмәлек
  • Шәжәрә – ул байрам ғына түгел, ул ҡурай ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru