Билдәһеҙ эштә тәүәккәллек ҡотҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Йыланлы урын
  • Атың булһа, ил таный
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • МИЛЛӘТТӘР КЕМГӘ ҠАМАСАУЛАЙ Башҡортостан » Милли проекттар
    РФ дәүләт милли сәйәсәтенең яңы закон концепцияһының проекты буйынса Рәсәйҙә республикалар бөтөрөлөргә һәм илдә бер генә милләт ҡалырға тейеш
    РеспубликабыҘҘыҢ бар яҡлап та тотороҡло үҫеше, инвестициялар йәлеп итеү яғынан ымһындырғыс булыуы, еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың потенциалы менән һәм, иң мөһиме, төбәктә бик күп милләттең үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәүе, һәр ҡайһыһына туған телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырылыуы менән сикһеҙ ғорурланырға күнеккәнбеҙ. Бындай хәл, һис һүҙһеҙ, көнләшерлек кенә! Һәм көнләшеүселәр, ырамлы ғына китеп барған арба тәгәрмәсенә таяҡ ҡыҫтырып, уны ауҙарырға тырышыусылар ҙа юҡ түгел, йәмәғәт! Иҫләйһегеҙҙер, моғайын, йылдан ашыу элек илебеҙҙә, имеш, мәғариф өлкәһен яңыртабыҙ, тип, яңы уҡыу стандарттарын индереү буйынса эш башланғайны. Милли телдәрҙе, милли мәҙәниәттәрҙе, тарихты һ.б. уҡытыуҙы шик аҫтына ҡуйған, төбәк компонентын бөтөнләйе менән алып ташлауҙы күҙ уңында тотҡан был яңы закон проекты милли республикаларҙа шау-шыу ҡуптарғайны, хәйер, ул әле лә тулыһынса тынмаған. Бәхәсле закон буйынса улай-былай фекер алышыуҙарҙан һуң «үҙәк»тәгеләр сигенергә һәм уны үтәүҙе бер йылға күсерергә булды. Милли телдәрҙе юҡ итергә, барыһын да бер бизмәнгә һалып бутарға һәм беҙҙән зомби яһарға маташыусыларҙың был аҙымының да мәкерле икәнен оноторға ярамай. «Тынысланһындар, ярһыуҙарын баҫһындар, ваҡыт бирәйек, һуңынан, бәлки, шул көйөнсә, шау-шыуһыҙ ҙа үтеп китер әле», – тип уйлай улар, йә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереү һәм нисек тә булһа беҙҙән барлыҡ милли хоҡуҡтарыбыҙҙы тартып алырға, ғәмәлдән сығарырға тырышыу өсөн тағы ла бер аҫтыртын мәкер ҡороп ятыуҙарына шик юҡ...
    Оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Июндә шаулап-гөрләп Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының II съезы үтте. Республикала йәшәүсе 130-ҙан ашыу милләт вәкилдәре ҡорға йыйылды, милли сәйәсәт өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, уңыштарҙы барланы, киләсәккә пландар ҡорҙо, федераль үҙәктең милли мәсьәләләргә, милли сәйәсәткә ҡарата бик һалҡын ҡарашта булыуына, был проблемалар менән бөтөнләй шөғөлләнмәүенә, хатта уның милли мәсьәләләрҙе инҡар итеп, үҫешен тотҡарларға тырышыуына ҙур борсолоу белдерҙе. Рәсәйгә дәүләт милли сәйәсәте буйынса бөгөнгө тормошҡа яраҡлаштырылған яңы үҫеш концепцияһы кәрәк булыуы ла билдәләнде. Был тәңгәлдә бөгөнгө хәҡиҡәтте уртаға һалып биреүсе БР Президенты Мортаза Рәхимовтың сығышын тыңлап ултырған РФ Халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Рамаҙан Абдулатипов, был сығышты саҡ ҡына редакторлап, Рәсәй милли сәйәсәтенең төп концепцияһы итеп алырға ла булыр ине, тигәйне.
    Кәрәк, кәрәк, тигән оран үтә лә тиҙ ишетелде шикелле, әллә был мәлде дошмандар көтөп яттымы: илебеҙҙең милли сәйәсәтенең киләсәктәге үҫешенә ҡағылышлы өр-яңы һәм шаҡ ҡатырғыс Федераль закон концепцияһының проекты күҙ асып йомғансы тыуҙы. Рәсәй Фәндәр академияһының Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты төҙөгән «Рәсәй Федерацияһындағы дәүләт милли сәйәсәт нигеҙҙәре тураһында» тип аталған яңы закон концепцияһының проекты быға тиклемге бәхәсле төбәк компоненты буйынса абсурдты шаштырып ебәргән төҫлө.
    Яңы закон, төбәктәрҙә ҡаралғандан һуң, Чебоксар ҡалаһында Урал һәм Волга буйы халыҡтарының милли конгрестары һәм ассоциацияһы етәкселәренең координация советында тикшерелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевтың һүҙҙәре буйынса, концепция проекты Рәсәй Федерацияһының милли-дәүләт ҡоролошо тураһындағы РФ Конституцияһы положениеларын ревизиялауға ҡоролған һәм күп милләтле дәүләтебеҙҙе юҡ итеүгә йүнәлтелгән.
    – Концепция проектында, ғөмүмән, милли республикалар һәм уларҙың милли сәйәсәт алып барыу хоҡуҡтары инҡар ителә. Концепция проекты авторҙарының һүҙҙәренсә, республикалар һәм Федераль үҙәктең РФ субъекттары менән вәкәләттәр бүлешеү тураһындағы килешеүҙәр практикаһы иҫкергән. Унда республикаларға, «күп милләтлелек», «милләттең үҙбил-дәләнеше» кеүек төшөнсәләргә бөтөнләй урын табылмаған, – ти ул.
    «Күп милләтле халыҡ» төшөнсәһе документта «Рәсәй граждандары милләте» (»Российская гражданская нация») менән алмаштырылған. Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проектын төҙөгәндә был проблемаға ҡарата өлгө итеп американдарҙың юлы – милләтһеҙ американ милләтен булдырыу һайланған, ти Румил Тәлғәт улы.
    Урал, Волга буйы халыҡтарының милли ассоциациялары һәм конгрестары ултырышынан һуң федераль закон концепцияһының проектының ҡарарҙары менән унда ҡатнашыусы алты республиканың милли йәмәғәт ойошмалары төптән килешмәүен асыҡтан-асыҡ белдерә. Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Бөтә донъя татарҙары конгресы мөрәжәғәтнамә ҡабул итте. Унда билдәләнеүенсә, 2000 йылдан һуң башланған авторитаризм тенденцияһы бөгөн килеп күп тапҡыр артты һәм барлыҡ ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормош өлкәләренә лә үтеп инә башланы. «Власть вертикален» төҙөү Рәсәй дәүләтселегенең федератив һәм демократик нигеҙҙәрен емереүгә йүнәлтелде.
    СССР осоронда ла йәмғиәттән «берҙәм совет халҡын» төҙөргә маташтылар. Был хәл йәмғиәттә көслө көсөргәнеш тыуҙырҙы, ул бигерәк тә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә һиҙелде һәм, ахыр сиктә, илдең тарҡалыуына килтерҙе. Бөгөн ҡайһы бер сәйәси көстәр «дөйөм Рәсәй гражданын» төҙөргә маташып, шул уҡ хатаны тағы ла ҡабатлай. Ә ысынында эш илебеҙҙең күп быуаттар дауамында барған аҫаба халыҡтарҙы ассимиляциялауға ҡоролған.
    Айырым сәйәси көстәр тарафынан тәҡдим ителгән дәүләт милли сәйәсәте концепцияһында милли республикаларҙың барлығы һәм уларҙың үҙҙәренең төбәгендә милли сәйәсәт алып барыу хоҡуғы бөтөнләй инҡар ителә. Был роль федераль, төбәк һәм урындағы милли-мәҙәни автономиялар ҡарамағына ҡалдырыла. «Әгәр шулай була ҡалһа, беҙҙе бөгөнгө көндә күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең яҙмышы көтә, йәғни телебеҙҙе уҡытыу, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнеү үҙ ағышына ҡуйыласаҡ», – ти Румил Тәлғәт улы. Концепцияның бурыстары һәм маҡсаттары – «этник проблемаларҙы милли-территориаль йүнәлештән мәҙәни-мәғрифәт юлына күсереү». Йәғни, ябай тел менән әйткәндә, РФ халыҡтарының этномәҙәни хоҡуҡтарын, ихтыяждарын тулыһынса инҡар итеү. Шулай уҡ был документ буйынса республиканың нигеҙен тәшкил итеүсе милләттең үҙенең ерендә үҙбилдәләнешкә хоҡуғы ла тартып алынырға тейеш була.
    – Илебеҙҙә унитар дәүләт ҡорорға теләүселәрҙең беҙҙе республика итеп танырға тырышмауы, нисек тә юҡ итеп, барыһы менән дә тигеҙләргә ынтылыуы, халыҡтарҙы ҡыҫырыҡлап, уларҙың этнобилдәләнешен юйырға теләүе яҡшы тамамланмаясаҡ. Бер көрсөктән башыбыҙ сығып етмәгән, һуҡыр әҙәмдәр беҙҙе икенсе, милли, көрсөккә этәрмәксе, – тип борсолоуын белдерә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
    Милли йәмәғәт ойошмаларының был закон проектын халыҡҡа ҡаршы, милләттәрҙе ҡоротоуға йүнәлтелгән тигән баһаһы менән килешмәү мөмкин түгел. Республикабыҙға, милли үҙбилдәләнешебеҙгә, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, рухи-мәҙәни, социаль-иҡтисади ихтыяждарыбыҙға ҡул һуҙыусы, милләттәрҙе юҡ итеп, беҙҙән дөйөм Рәсәй гражданын әүәләргә тырышыусы милләтсел көстәр элекке фашистарҙың бөгөнгө сүрәте ул.
    Күп милләтле халыҡтан нисек бер милләт яһамаҡ кәрәк Американың был йәһәттән дәүләт милли сәйәсәте быуаттар буйына үҙ юлы менән үҫешкән тарихҡа барып тоташа. Быға тиклем быуаттар буйына үҫешкән милләттәрҙе бер һелтәүҙә генә юҡ итеп, Америка өлгөһөн Рәсәй ысынбарлығына күсереү, беҙҙә лә шундай уҡ милли сәйәсәт моделен төҙөргә ынтылыу башҡа һыймаған эш. Уны башына һыйҙырған кеше сәләмәт аҡылға эйә түгел, йә уның Рәсәй тураһында белем кимәле үтә лә ныҡ түбән. Хәйер, әгәр бындай ағымдарҙы етәкселек үҙе дәртләндереп тора икән, улар көн дә тиерлек үҙҙәренең яңынан-яңы концепцияларын тәҡдим итергә әҙер, тигән фекерҙә Румил Аҙнабаев.
    Быны дәлилләп, күптән түгел «Советская Россия» гәзитендә донъя күргән фекергә лә туҡтап үтке килә. «Рәсәй барыһы өсөн дә!» тигән лозунг менән йыл һайын үткәрелеп килгән Селигер йыйынында (Бөтә Рәсәй йәштәре йыйыны) ҡатнашыусыларҙы сәләмләүсе РФ Президенты Дмитрий Медведев тура эфирҙан, Рәсәйҙә барыһы ла америкалағы кеүек: бер ниндәй милләтһеҙ(!) булырға тейеш, тип асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Обамаға оҡшарға тырышҡан ялағай ҡарашына ҡарауы ла сирҡаныс ине. Әммә ул илебеҙҙә рустарҙан тыш татарҙар, башҡорттар, яҡуттар һ.б. барлығын һәм уларҙың уның йәки ете диңгеҙ аръяғындағы режим мәнфәғәте өсөн милли үҙенсәлеген юғалтырға ризалашмаясағын аңламай. Бындай етәкселәр артабан да дәүләт менән идара итә икән, ысынлап та, киләсәктә рустар ғына түгел, татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа, яҡуттар һәм Рәсәйҙә йәшәүсе башҡа милләттәр ҙә юҡ буласаҡ». Илебеҙ етәксеһе әгәр дәүләтебеҙҙә бер милләт төҙөргә ынтыла икән, тимәк, дәүләт милли сәйәсәтенә, төбәк компонентына ҡағылышлы бәхәсле закон проекттарының нисек тә булһа тормошобоҙға үтеп инергә тырышыуына ла аптырарлыҡ түгел.
    Вадим ХӘБИРОВ.
    ӘЙТКӘНДӘЙ
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Федераль мәғариф стандартында милли-төбәк компонентын һаҡлауҙы талап итеү буйынса республика халҡынан ҡултамғалар йыя башланы. Ҡултамғалар район-ҡалалар буйынса йыйыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевтың фекеренсә, барыһы 100 меңдән ашыу ҡултамға йыйыу күҙаллана. Был акцияны шулай уҡ республикала йәшәүсе башҡа милләттәрҙең йәмәғәт ойошмалары күтәреп сыҡҡан һәм ҡултамғалар туплау эшенә ҡушылған.
    Тәүге һөҙөмтәләр ҡоролтайға ебәрелгән дә инде. Баймаҡ районынан – биш мең, Баҡалы районынан өс мең ҡултамға тапшырылған. Үҙ теләктәре менән ҡултамғалар йыйыусылар ҙа күп. Мәҫәлән, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Яҡуп Шәмсетдинов ике көндә 100 ҡултамға йыйып алып килгән.
    Ҡултамғалар тупланмаһы уҡытыусыларҙың августа үтәсәк республика мәғариф кәңәшмәһе алдынан БР Президентына тапшырыласаҡ, шулай уҡ РФ Президентына ебәреләсәк.
    авторы: Нур | 28 июля 2009 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тамырҙарыбыҙ тәрәндән барлана, киләс ...
  • Милли сәйәсәт һәр саҡ иғтибар  ...
  • Маҡсат бер – дуҫлыҡты нығытыу
  • Һәр бала туған телендә белем алырға хоҡ ...
  • Силәбегә һалдыҡ рухи күпер
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Бэк (28 июля 2009 16:13)  
    Афарин, куптэн ошондай материалдар кэрэк ине, а ту hунгы вакытта Йэшлек халтурить итэ башланы тугелме?
    Теркәлгән: 18.12.2007 | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru