Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Дәрестә
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәбиғәт ҡосағында матурыраҡ Башҡортостан » Милли проекттар
    Һабантуй – төрки халыҡтарҙың иң боронғо байрамдарының береһе. Силәбе өлкәһендә был матур байрам бына инде 50 йылдан ашыу үткәрелә. Үткән йылдарҙа халыҡтың һағынып көтөп алған иң ҙур һәм күңелле байрамы ҡаланың Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында үтһә, быйыл ул тәү тапҡыр тәбиғәт ҡосағында – Ҡоншаҡ районының йәмле Сабаҡкүл күле янында ойошторолдо.
    Күптән инде халыҡ байрамы булып иҫәпләнгән һабантуй башҡорт һәм татар халыҡтарын ғына түгел, уға килгән һәр кешене берләштерә. Белеүебеҙсә, ул сәсеү тамамланғандан һуң үткәрелә. Шуға ла байрамдың үткән йылдар­ҙағы кеүек бетон стеналар араһында түгел, ә тәбиғәттә уҙыуы бик ҡыуандырҙы. Асылда, һабантуйға сәсеүҙе тәүгеләрҙән булып тамамлаған алдынғы биш хужалыҡ вәкилдәре ҙур тантаналы парадта ҡатнашыу өсөн йыйылды.
    Үткән йылдарҙа ат сабыштарын уҙғарыу өсөн мөмкинлек юҡ ине. Ә быйылғы өлкә һабантуйына килгәндәр байрамдың ысын мәғәнәһендә иң ҡыҙыҡ һәм матур күренештәренең береһе һаналған ярышты ҡарай алды. Унда өлкәнең иң яҡшы тоҡомло аттары ҡатнашты. Финишта һыбайлыларҙы милли кейем кейгән иң һылыу ҡыҙҙар ҡаршы алып, еңеүселәрҙе сигеүле матур таҫтамалдар менән бүләкләне.
    Һабантуй өсөн традицион булған батырҙар ярышына өлкәнең иң көслө кешеһе исемен яулау өсөн тирә-яҡтан батырҙар йыйылды. Бәйгене ғәҙәттәгесә иң билдәле һәм көслө батырыбыҙ Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторҙо. Шулай уҡ спорт һөйөүселәр үҙҙәренең көсөн Милли көрәш буйынса өлкә федерацияһы үткәргән көрәштә дүрт ауырлыҡ категорияһында һынаны. Унда бөтә өлкәнең иң яҡшы көрәшселәре йыйылды. Улар араһында яҡташтарыбыҙ, Европа чемпионы – Марсель Йосопов һәм донъя чемпионы – Руслан Йосопов та бар ине.
    Һабантуйҙың мәҙәни программаһы ла бай булып, профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар ҙур концерт ҡуйҙы. Силәбе, Ҡыштым, Златоуст, Арғаяш, Ҡоншаҡ һәм шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларынан килгән артистар үҙҙәренең сығыштарында тамашасыларҙы йыр-моң, милли бейеүҙәр менән ҡыуандырҙы. Бынан тыш, тирмәләр конкурсында 25-тән ашыу тирмә ҡатнашты. Һәм, әлбиттә, барыһына ла оҡшаған тоҡ менән һуғышыу, һырғауылға менеү һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы конкурс һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте.

    Әҙилә САФИУЛЛИНА.
    АВТОР фотолары.
    авторы: Нур | 3 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • һабантуйҙы губернатор ҙа ярата
  • һабантуйҙы Питерҙа ла көтөп алалар
  • Бар халыҡты бергә йыйҙы халҡыбыҙҙы ...
  • Мәскәүҙә – һабан байрамы
  • Шатландырҙы ла, уйландырҙы ла
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru