Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Кусэр
  • Йондоҙнамә
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • һабантуйҙы Питерҙа ла көтөп алалар Башҡортостан » Милли проекттар
    Июндең һуңғы йәкшәмбеһендә Санкт-Петербург янындағы Сярьги ауылында милли байрам – һабантуй үтте. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, төньяҡ баш ҡалала һәм Ленинград өлкәһендә 250 меңдән 300 меңгә тиклем башҡорт һәм татар йәшәй. Тимәк, һабантуйҙа халыҡтың күп булыуына аптырарға түгел. Төньяҡ баш ҡалала ике туғандаш халыҡтың байрамы беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй. Һуңғы йылдарҙа ул дөйөм ҡала статусына эйә булып, Нева йылғаһы буйындағы күп милләтле ҡаланың визит карточкаһына әүерелде.
    – Һабантуй бөгөн тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәт символына әүерелде. Уны бөтә Рәсәй буйынса, шул иҫәптән Петербургта ла үткәрәләр, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, һабантуйҙарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
    – Быуаттар төпкөлөнән килгән һабантуй үҙендә ауыл халҡының еңел булмаған хеҙмәтен, тыуған төйәген бар күңеленән яратыусы кешеләрҙе данлап, үҙе менән иҫ киткес рухи һәм энергетик көс алып килә. Һабантуйҙы байрам итеү – милли мәҙәниәттәргә, рухи ҡиммәттәргә һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә һаҡсыл һәм иғтибарлы мөнәсәбәттең бер сағылышы ул, – тип Илдус Ғөбәйҙулла улы Башҡортостан Президентының ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе.
    Быйыл һабантуй үткән майҙанды өс өлөшкә бүлделәр – башҡорт, татар һәм Петербург вәкилдәренеке. Уларҙың һәр береһендә ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу, йыр-бейеү менән хөрмәтләп ҡаршы алдылар.
    Йылдағыса, байрамда милли спорт ярыштары ла ҡыҙыу барҙы. Һабантуйҙа ҡатнашыусылар көршәк ватыу, көйәнтәләп һыу ташыу, һырғауылға үрмәләү кеүек ярыштарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Ғәҙәттәгесә милли көрәш майҙанын тамаша ҡылыусылар күп булды. Еңеүсегә елле бүләк – һарыҡ та әҙерләнгәйне. Уға Башҡортостандан Рәдиф Аҡсурин лайыҡ булды.
    Байрам майҙанын Асҡын районы ҡорған тирмә лә биҙәп торҙо. Халыҡ уның эске биҙәлешен ҡыҙыҡһынып ҡараны, шунда уҡ бал кәрәҙҙәрен эшкәртеү, йөн иләү, ағастан сувенир­ҙар әҙерләү кеүек халыҡ кәсептәрен дә кинәнеп күҙәтте.
    Башҡортостандың күренекле артис­тары Нәсимә менән Азамат Тимеровтар, Алһыу Бәхтиева, Венер Камалов, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү театрының сығышы иһә байрамға йәм, халыҡ күңеленә дәрт өҫтәне.
    С. НИЯЗОВА.
    авторы: Нур | 3 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • һабантуйҙы губернатор ҙа ярата
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙ| ...
  • Мәскәүҙә – һабан байрамы
  • Петербургта – башҡорт һабантуйы
  • Төньяҡ баш ҡаланы шаулаттыҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru