Йоҡо ялҡауҙы ярата.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Йондоҙнамә
  • Дайджест
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Батырҙар ҡиссаһы Башҡортостан » Милли проекттар
    26 июндә Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙған бишенсе «Бөрйән батыры» ат-спорт фестивалендә ысын ир-егеттәр көс һынашты
    Нилектәндер, минең өсөн элек-электән Бөрйән ырыуы һәм Бөрйән районы икеһе бер үк мәғәнәгә эйә кеүек ҡабул ителә ине. Тик, быйыл Бөрйән районына юлым төшкәс кенә, ундағы халыҡтың күпселеге Ҡыпсаҡ ырыуынан булыуын, бөрйәндәрҙең иһә күберәк хәҙерге Баймаҡ районында урынлашыуын асыҡланым. Шуға ла, әлбиттә, «Бөрйән батыры»ның Баймаҡ районында уҙғарылыуына аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡтыр.
    Билдәләнгән ваҡытта баймаҡтарҙың һабантуй яланында күңелле генә сара башланып китте. Жюри (район хакимиәте вәкилдәре, спорт комитеты белгестәре, Бөрйән ырыуының тәжрибәле, белемле, йәш саҡтарында һүҙҙәрен-һүҙ итеп йөрөгән аҡһаҡалдары), тәртип һаҡлау, тиҙ ярҙам, янғын һүндереү хеҙмәттәренең постары, урындағы гәзит, телевидение журналистары, алдан әҙерләнгән көрәш майҙаны, уҡ атыу өсөн сәптәр... Бына бәйге лә башланып китте.
    Бәйгеселәр үҙҙәре менән таныш­тырғандан һуң, ярыштың беренсе төрө – сәпкә уҡ атыу башланды. Йәйәнән 1-ҙән 7-гәсә һандар билдәләнгән 1х1 метр ҙурлыҡтағы фанера киҫәгенә 15 аҙымдан атып, мәрәй йыйыуҙан ғибәрәт был ярышта беренселекте Ҡаратал ауылы егете Рәил Мәхийәнов яуланы. Икенсе, өсөнсө һөҙөмтәләрҙе 1-се Этҡол ауылынан Юлдаш Буранбаев һәм Әхмәрҙән Тимур Өмөтбаев күрһәтте.
    Ат сабышында Ғәҙелбай ауылы егете Рәсих Йортбәков, Таулыҡайҙан Азамат Ғөбәйев, Ҡараталдан Рәил Мәхийәнов 1-се, 2-се, 3-сө урын­дарҙы бүлеште.
    Батыр булғас, батырса инде – йәшен, ауырлығын, таһыллығын тап килтереп торош юҡ. Бөрйән батыры исеменә дәғүә итеүселәр ҙә, 19 йәштән ҡырҡҡа еткәндәренә тиклем, бер майҙанға сығып бил һынашты. Бында инде Рәсих Йортбәков (1-се урын) менән Тимур Өмөтбаевҡа (2-се урын) тиңләшеүселәр булманы.
    Жюри, кәңәшләшкәндән һуң, «Бөрйән батыры – 2010» исемен Рәсихкә бирергә ҡарар итте. Дипломға ҡушымтаны – бер баш йылҡы малын – «Урал» АХК-һы тапшырҙы.
    Башҡорт бала саҡтан үҙ итер һөнәрҙәрҙе пропагандалау сараһы булараҡ ҡабул иткәндә, бик тә урынлы бәйге ул «Бөрйән батыры». Һәр әкиәтебеҙ, һәр эпосыбыҙ геройының йәшәү рәүешенә әүерелгән һәләттәрен – көс-ҡеүәттә, таһыллыҡта (көрәш), мәргәнлектә (уҡ атыу), саялыҡта (ат сабышы) көс һынашыуҙы хәҙерге заманда ла кире тергеҙеү яғынан ҡарағанда, «Бөрйән батыры»нан да уңайырағын уйлап табыу ауырҙыр.
    Башта ярыштарҙа ни бары 12 генә ҡатнашыусы булыуына аптырағайным. Аҙаҡ аңланым – төрлө бәйге төрҙәрендә берҙәй уңышлы ҡатнашыусыларҙы табыуы ауыр икән. Яҡшы көрәшсене ат күтәрмәй, мәргән уҡсы иһә көрәштә «ятып ҡала», тигәндәй...
    Батырҙар ҡиссаһы
    Бөрйән батырҙары
    Ғәҙелбай ауылы Баймаҡ районының урман-таулы йәмле бер төбәгендә урын­лашҡан. Бәйгенең төп бүләгенә ирешеүсе, Рәсих Йортбәков ошо ауылда йәшәй. Кәләше менән икәүләп Динис һәм Инйәр исемле ике малай, Нургизә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Физкультура уҡытыусыһы булараҡ, бала­ларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләһә, йәйен ғаиләһе менән бейә бәйләп, ҡымыҙ бешәләр.
    Мин барып төшкәндә, йорт хужаһы саҡ ҡырҙан ҡайтып тора ине. Күрешеп, хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, Рәсихкә үҙемде борсоған һорауҙы бирҙем:
    – Рәсих, «Бөрйән батыры»нда бәйгеселәр әҙ булыуына аптырағайным. Нилектән былай килеп сыҡты икән – шундай ҙур бәйгелә ни бары 12 кеше ҡатнашты? Әллә, тим, ат менерлек, уҡ атырлыҡ, көрәш майҙанына сығырлыҡ башҡорт уҙамандары бөтөп барамы?
    – Көрәшселәр ҙә, ат сабышында ҡат­на­шырға теләүселәр ҙә күп беҙҙә. Тик сәпкә уҡ атыу буйынса ярыш ҡына «ебәрмәй» барыһын да. Онотолоп бөткән инде был милли ҡоралыбыҙ менән эш итеү оҫталығы. Хәҙер бит балалар уҡ-ян(йәйә) эшләп уйнамай – фәҡәт компьютерҙағы виртуаль алыштарҙа ҡатнашалар. Беҙҙең бала саҡта иһә барыһы ла башҡасараҡ ине – уғы ла, яны ла, рогатка-һыҙмаһы ла булды. Үҙем, дәрт итеп, мәктәп уҡыусыларына йәйәнән атыу түңәрәге үткәрҙем бер йыл. Йәл, әммә балаларҙа милли ҡоралыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һүрелгән.
    Бәйге барышында Рәсихтең янына иғтибар иткәйнем. Матур итеп, еренә еткереп эшләнгән ҡоралдың керешен тартып та ҡараным – уйынсыҡ түгел. Йәйә, заманса эшләнһә лә, үҙенең төп бурысын – уҡ сойорғотоуҙы – иҫ киткес яҡшы башҡара ине. Йәйә дуға кеүегерәк итеп бөгөлгәнсе керешен кирелеп тартырлыҡ хәлең генә булһын.
    – Оҫта тамғаһы һуғылған йәйә тотоп килеүеңә ҡарағанда, бәйгегә алдан ныҡлап әҙерләнгәнһең, буғай?
    – Әҙерләндем, әлбиттә. Йәйәне 1-се Этҡолдағы дуҫым Марсель Баймөхәмәтов эшләп бирҙе.
    Дөрөҫөн әйткәндә, Рәсихте «Бөрйән батыры» ат-спорт фестивалендә лә күреп һөйләшә ала инем. Әммә уға йәйә (иҫ киткес шәп) эшләп биреүсе оҫтаны күреү теләге ҙур булғас, бер һылтауҙы икәү итеп килеп сыҡҡайным был тарафтарға. Ниһайәт, Марселде лә эҙләп таптым.
    Ҡулымда үҙе эшләгән йәйәне күргәс, оҫта шатланып китте.
    – Эйе, минең эш. Ҡорҙаш, бәйгелә ҡатнашам, йәйә кәрәк, тигәс, эшләп биргәйнем. Дөрөҫ, боронғо йәйәләр кеүек итеп, ике ағасты йәбештереп эшләп торманым. Рәсихтең, спортсы кешенең, ҡеүәте бар, тинем дә, ҡайындан бөгөп бирҙем. Ҡайындың тибеше ныҡ – тимер тростан алынған керешен Рәсих менән икәүләп саҡ тарттырып ҡуйҙыҡ.
    Ысынлап та, хеҙмәте емештәренә оялмайынса үҙ тамғаһын һуғырлыҡ оҫта булып сыҡты 1-се Этҡол ауылы егете Марсель Баймөхәмәтов. Һырлап-семәрләп ишек, тәҙрә яңаҡтарын, һандыҡ, өҫтәл, шкаф кеүек йорт йыһаздарын үҙе эшләй, мейесен дә сығара, техникаһын да һә тигәнсе тиреп ташлап, кире йыйып ултырта. Иҫке «Москвич»тан мини-трактор эшләп, утын-бесәнен шуның менән әҙерләй икән. «Ғибрәт» ҡушаматлы мөғжизә, тәү ҡарашҡа күрекһеҙ генә булһа ла, хужаһының һәм уның атаһының йорттарына ҙур ярҙам күрһәтә икән.
    Ҡайҙа һеҙ, батырҙар!
    Шулай ҙа, «Бөрйән батыры» күңелде ҡырҙы әҙерәк. Приз фондында йылҡы малы, туң­дырғыс, телевизор, кер йыуыу машинаһы кеүек шәп бүләктәр, унан да бигерәк, ырыу батыры тигән ажар исеме була тороп та, бөтә райондан барлығы 12 генә кеше килһенсе әле! Иллә, берәй һыра эсеү бәйгеһе (хайран ҡалырлыҡ – әммә уныһы ла бар был донъяла) була, тиһәләр, имгәкләй башлағанынан артына ултырып шылыша башлағандарына тиклем ябырылырҙар ине, моғайын. Мир менән ҡарап тороп, урыҫ яҙыусыһы Глеб Успенскийҙың «Әрәм була башҡорт! Юҡҡа сыға! Был башҡорт мотлаҡ юҡҡа сығасаҡ!» – тигән һүҙҙәрен раҫҡа сығарырбыҙмы икән?.. Дөйөм алғанда, башҡортто башҡорт итеүсе шул ат, шул уҡ-һаҙаҡ, көрәш түгелме һуң? Баймаҡтар?! Бөрйәндәр?! Башҡорттар?!

    Илшат ҠАНСУРИН.
    АВТОР фотолары
    .
    авторы: Нур | 6 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Батыр егет – ил күрке, Матур ҡыҙҙар – йорт кү ...
  • Башҡортостан батырҙарына етеүсе булманы
  • Еңеүсе батырға – автомобиль
  • Салауатлы таңдар атҡанда
  • БАТЫР РУХЫ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru