Көсөң барҙа эшлә, тешең барҙа тешлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Тантана
  • Атың булһа, ил таный
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙең урам, матур урам Башҡортостан » Милли проекттар
    Беҙ бәләкәй саҡта ағастар ҙа бейегерәк ине, тигән шикелле, элек беҙҙең урамда әбей-бабай­ҙар бихисап ине. Ағай-еңгә, апай-еҙнә тейеш кешеләр ике-өс өйҙә генә йәшәне. Күрше-тирәләрен генә иҫкә алһаң да, һанап сығырға байтаҡ ҡына ваҡыт китә: ут күршеләр Мирсат бабай менән Асия әбей, Мәймүнә, Гөлсөм әбейҙәр, Байгилде бабайым менән Зөһрә әбейем (былары нәҫел), Миңлегөл, Нәсимә, Хәлимә, ике Ғәйникамал, Уҫман бабай менән Зәйтүнә әбей, айырыуса яҡын күргән Кинйәбикә инәй, Гөлзөһрә, Басира, Шәрифә, Хәтимә әбейҙәр һәм, әлбиттә, өләсәйем Гөлбикә… Был урамыбыҙҙың бер яҡ осо ғына, «ташмөйөш»төң аръяғында тағы байтаҡ ҡына әбей-бабай хаҡында хәтирәләр генә ҡалды.
    Ҡайһы берҙәренең ҡорған нигеҙҙәре етемһерәп, ташландыҡ ҡалды, ҡайһы берҙәренең нигеҙендә йәштәр донъя ҡороп, балалар үҫтереп йәшәп ята. Тап йәшәүселәр өсөн генә Партизан урамында урам байрамы үтте.
    «Партизан» – Сәйетбаба ауылының үҙәк урамдарының береһе. Бында ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, 4 – 5 шәхси магазин урынлаш­ҡан. Колхоз ваҡытында колхоз «кәнсә»һе лә, бригада йорто ла булыр ине.
    Совет осорона тиклем иһә икенсе мәхәллә мәсете лә торған булған. Заманының күренекле кешеһе – дин һәм мәғрифәт эшмәкәре Мөхәмәтша Латипов та ошонда йәшәгән. З. Вәлиди «Хәтирә­ләр»ендә иҫкә алынған тирә-яҡта сибәр ҡыҙҙары менән билдәле булған Ғабдрахман байҙың донъяһы ла ошонда ҡоролған. Аттарын 100-гә еткерә алмаған тәки, 99 килеш тик торған, тип һаман һөйләйҙәр әле уның тураһында. Көтөүенең башы шишмәлә һыу эсә башлағанда, «ҡойроғо» һаман ҡапҡанан сығып бөтмәгән була. Хәйер, ул ваҡытта урам Партизан исемен йөрөтмәгән була бит әле, әллә ҡайҙарға төшөп киттем. Исемен ул фажиғәле хәлдәргә бәйле ала.
    Граждандар һуғышы осоронда Һиҙиәт Фәттәхов атлы ҡыҙылармеецты аҡтар язалап үлтерә (бер уны ғына түгел, әлбиттә, күмәк кенә булалар). Тыныс тормош еткәс кенә уның һөйәктәрен күрше ауылдан Сәйетбабаға алып ҡайтып, ҡабат ерләй­ҙәр. Обелиск урынлашҡан урам уның хөрмәтенә Партизан урамы тип атала башлай.
    Ни ғәжәп, әле урамдың иң оло кешеләре тап Фәттәхов фамилияһын йөрөтә. «Урамдың ағинәһе» тип билдәләнгән Сажиҙә Фәттәховаға – 89 йәш. Һуғыш осоронда иң ҙур ауырлыҡтар кисергән быуын вәкиле ул. Аллаға шөкөр, әле лә бирешмәй, ейәнсәре һәм бүләсәләре менән бергә донъя көтә. «Өлгөлө йорт һәм ихата» номинацияһында еңеп сығыуы уҡ күпте һөйләй. Әхтәм Фәттәхов иһә 1927 йылғы. Уны ла «Урам аҡһаҡалы» тип билдәләнеләр. Тап байрам көнөндә уның ейәнсәренең туйы ине. Кәләш, йола буйынса, һыу юлына Партизан урамы буйлап үтте.
    Беҙҙең урам,  матур урам
    Йола тигәндән, Сәйет­бабала ҡыҙыҡ ҡына йола бар. Кескәй генә һымаҡ күренгән ваҡиға ла бөтөн халыҡ байрамына әүерелә лә китә. Әле лә шулай булды.
    Урам байрамы үҙенә күрә һабантуйға әйләнде. Һырғауылға үрмәләү тиһеңме, тоҡ менән һуғышыумы, башты ҡатыҡҡа сумдырыумы, көйәнтәләп һыу ташыумы, йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып йүгереүме, тоҡ кейеп уҙышыумы…
    Сәхнәнән, әлбиттә, йыр-моң өҙөлмәй. Ҡасандыр Партизан урамында бала саҡтары үткән арҙаҡлы шәхестәр хәтирәләре менән уртаҡлаша, изге теләктәр теләй.
    Шағирә һәм яҙыусы Гөлнур Яҡупова, ғалим Әүбәкер Ишмырҙин, атҡаҙанған медицина хәҙмәткәре Таһир Латипов, эшҡыуарҙар ағалы-энеле Зәкир һәм Хәннән Ишмырҙиндар һәм башҡа бик күптәр ҡатнашты байрамда. Улар араһынан Ә. Ишмырҙиндың сығышын айырып әйтке килә. Ул мәктәпкә үҙенең бихисап китабын бүләк итеп, балаларыбыҙ белемгә ынтылһын, ғалимдар күберәк булһын, тигән теләген еткергәйне. Юрағанға – юш, тигәндәй, Партизан урамы ҡыҙы Ләйсән Хәсәнова, диссертацияһын уңышлы яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә иреште. Әлеге көндә Өфө мәктәптәренең береһендә уҡытып йөрөй ул.
    Ғөмүмән, урамыбыҙҙағы уҡытыусыларҙы барлағанда, шуныһына иғтибар иттем – беҙҙең урамда, баҡһаң, башлыса, башланғыс кластар уҡытыусылары йәшәгән икән: Сания Фәйзуллина, Гөлсөм Мансу­рова, Хәлиҙә һәм Ибраһим Мәүлет­ҡо­ловтар, Фәйзулла Фәйзуллин (үкенескә күрә, барыһы ла мәрхүм). Һуңғыһының улы Азат Фәйзуллин атаһы хөрмәтенә исемле стипендия булдырып, Сәйетбаба урта мәктәбендә башланғыс кластарҙа тик «бишле»гә уҡыған һәм район кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеү яулаған уҡыусыларға тапшырып тора. Уның әсәһе Рәзәнә Фәйзуллина – мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейына нигеҙ һалыусы.
    Беҙҙең урам,  матур урам
    Хәйер, уҡытыусылары, ауылда ғына түгел, районда билдәле эшҡыуарҙары (Фәйзуллиндар, Ишмыр­ҙиндар, Зиннуровалар) менән генә түгел, оҫталары, уңғандары менән дә маҡтана ала урам. Балта оҫтаһы Ғәйәр Ҡадиров («Йәшеллеккә күмелгән йорт» номинацияһында билдәләнде), Хәбир Сабитов («Иң матур йорт»), Раил Сабитовтың иһә шуға өҫтәп мейессе тигән даны ла бар. Рауил Сабитов («Айыҡ тормош») менән Фаил Сабитов («Иң матур ҡойма») – иретеп йәбештереүсе лә, тимерсе лә. Әнүр Сабитов – тәгәрмәс бөгөүсе, ҡатыны Рәшиҙә менән ғүмер буйы малсылыҡ тармағында эшләп, гел алдынғылыҡта йөрөнөләр, әле лә күпләп мал тоталар, «Иң матур йорт һәм ихата» номинацияһында ла билдәләнделәр. Фәрит Йәрмиев – инженер-механик, атаһы Мөхәммәт ағайҙың юлынан киткән. Мотоциклдан алып теләһә ниндәй ҡатмарлы техниканы ла йүнәтә ала, шуға күрә ихатаһы тулы трактор-машина. Әлфир Юлбарыҫов трактор аккумуляторҙарын йүнәтеү буйынса берҙән-бер белгес булды. Уның ҡатыны Земфира – уңған хужабикә, күҙҙең яуын алып торған сәскәләре менән билдәле, «Килен менән татыу йәшәүсе ҡәйнә» тип бүләкләнде.
    Татыулыҡ тигәндән, көндәлек тормошта ла, байрамда ла бик кәрәкле нәмә ул. Аллаға шөкөр, «партизан»дар был яҡлап та һынатмай. Байрам алдынан дәррәү ихата-йорттарҙы тәртипкә килтерҙеләр, матурланылар. Байрам көндө иһә урам тултырып мул табындар ҡорҙолар, ойошторолған уйындарға үҙҙәре бағыусы булдылар. Рәзилә һәм Рәсүл Ғилмановтар «Иң татыу пар» тип билдәләп үтелде, яңы ғына алтын туйҙарын билдәләгән Мәрүәр һәм Хәбир Сабитовтар «Өлгөлө ғаилә» исеменә лайыҡ булды. Әсәҙулла Ишмырҙин «Иң яҡшы умартасы» булып танылды.
    Халҡыбыҙҙың һәйбәт һыҙаты бар – беҙҙә байрамдар ҡоро күңел асыу­ға ғына ҡоролмай. Һәр сараның фәһеме була. Урам байрамында ла шулай. Эстетик йәһәттән дә, социаль яҡтан да «партизан»дарҙың проблемалары хәл ителде. Үткәндәр барланды, баҡыйлыҡҡа киткәндәр яҡшы һүҙ менән иҫкә алынды. Быйыл беренсе тапҡыр Партизан урамында йәштәргә яңы йорт участкаһы бүленеүе киләсәктә урамдың тағы ла яңы тарихи биттәре асылырына ишаралыр.
    Рәйлә САБИТОВА.

    Ғафури районы,
    Сәйетбаба ауылы.

    Мөнир ҠУНАФИН фотолары.
    авторы: Нур | 20 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һорнай моңо менән сит ил тамашасыһын әсир итк ...
  • Ашағандар бөтә, кейгән туҙа,
  • Зәйнулла Рәсүлев урамы булырмы?
  • Маҡсаттарығыҙ уң булһын, Сәйетбабалар!
  • «Усағында, йөрәгендә – Һүнмәw ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru