Йәһәтләһәң - ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Донъя яңылыҡтары
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • һабантуйҙы губернатор ҙа ярата Башҡортостан » Милли проекттар
    23 июндә Ленинград өлкәһендә «Петербург һабантуйы» байрамы үтте. Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.

    Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, быйыл Петербург һабантуйына халыҡ-ара статус бирелде. Тәүгә был сараға Ленинград өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһының барлыҡ башҡорт һәм татар милли-мәҙәни берләшмәләре вәкилдәре, Польша, Украина, Швеция, Финляндия, Төркиә, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар йыйылды.
    Башҡортостан Республикаһы исеменән байрамда Учалы районы сығыш яһаны. Учалы филармонияһы артистары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Бынан тыш, «Далан» эстрада төркөмө, республикабыҙҙың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Ғиззәтуллин сығыш яһаны.
    Сараны асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко сәләмләне. Ул байрамдың Бөтә донъя йәйге универсиада алдынан үткәрелеүен, Ҡазанға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен билдәләне һәм ярыштарҙы үткәреүҙә ҡалаға уңыштар теләне. Ленинград өлкәһенә ижади коллективтар һәм делегациялар ебәреп, милли байрамды үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостан Һәм Татарстан республикаларына рәхмәт белдерҙе. «Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫлығы, шуға күрә һабантуйҙы башҡорт һәм татар халыҡтарының ғына түгел, ә бөтә Ленинград өлкәһенең байрамы итеп ҡабул итәбеҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Дрозденко.
    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Рафаил Зиннуров республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.
    Байрам ҡунаҡтарын шулай уҡ Татарстандың Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм Санкт-Петербург хөкүмәтенең мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Василий Панкратов сәләмләне.
    Һабантуй барышында ҡунаҡтар татар һәм башҡорт этно-фольклор ауылдарында булды, ижади коллективтарҙың сығыштарын, милли көрәште ҡараны. Петербург һабантуйының абсолют батырына Фәрит Мөхәмәтшин Татарстан Президенты исеменән яңы «Лада Калина»ның асҡыстарын тапшырҙы. Майҙанда милли уйындар, ярыштар ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтары милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, иҫтәлеккә сувенирҙар һатып алды.
    авторы: admin | 8 августа 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • һабантуйҙы Питерҙа ла көтөп алалар
  • Петербургта – башҡорт һабантуйы
  • Мәскәүҙәрҙе «аh» иттереп
  • Төньяҡ баш ҡаланы шаулаттыҡ
  • Истанбулда башҡорт һабантуйы үтте
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru