Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Күңеле саф Әлфирә
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Баш ҡалабыҙҙа саммит объекттары төҙөлөп бөтөүгә бара Башҡортостан » Милли проекттар
    Өфө киләһе йыл июлдә бик күп ҡунаҡ ҡаршылаясаҡ. БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәренең республиканың баш ҡалаһына саммитҡа йыйылыуы хаҡында күп тапҡыр хәбәр иттек. Ошо ҙур сараға ҡарата Өфөлә төҙөлөштәр ҙә бара. Хәйер, объекттарҙың күбеһендә эштәр тамамланыуға яҡынлашҡан. Һүҙ – саммитта ҡатнашыусылар йәшәйәсәк ҡунаҡханалар хаҡында.
    Аксаков һәм Түбә урамдары киҫелешендә төҙөлгән биш секциялы, күп ҡатлы, дүрт йондоҙло “КЕСКО Хилтон” ҡунаҡхана комплексының дөйөм майҙаны 47 мең квадрат метрҙан ашыу. Эске инженер селтәрҙәре буйынса эш 97 процентҡа үтәлгән, эске биҙәү эштәре – 88 процентҡа. Эргә-тирә биләмәһен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү һөҙөмтәһен әлегә 65 процентҡа баһалайҙар. Бина эсендә йыһаздарҙы ҡороп ҡуйыу бара.
    “Каруанһарай” янында төҙөлгән “Холидей” дүрт йондоҙло ҡунаҡханаһында ла эштәр 80 – 90 процентҡа башҡарыл­ған. Менделеев урамында “Аҡбуҙат” ипподромы эргәһендә һалынған комплекс та ҙур ғына – 13,167 мең квадрат метр. Әлегә биҙәү эштәре 45 процентҡа башҡарылған, ҡыйыҡта, фасадында эштәр тамамланған тиерлек.
    Зәки Вәлиди һәм Цюрупа урамдары киҫелешендәге ҡунаҡхананы төҙөүселәр ҙә әүҙем эшләй. Бында йылы бирелгән, эске һәм тышҡы инженер селтәрҙәре һуҙылып бөтөү өҫтөндә, бина алды тәртипкә килтерелеп бөткән тиергә мөмкин.
    Гоголь урамындағы ҡунаҡханала ла тиҙҙән эштәр тулыһынса тамамланасаҡ.
    “Башҡортостан” ҡунаҡханаһына төкәтмә төҙөү буйынса ғына эштәр бер аҙ әкренерәк бара. Төҙөлөш-монтаж эштәре 49 процентҡа үтәлгән, бер юлы биҙәкләүгә тотонғандар.
    Конгресс-холл да ҡунаҡ ҡабул итергә әҙерләнә. Ҡыҫҡаһы, эштәр бара, баш ҡалабыҙға эшлекле һөйләшеүгә йыйылыусылар алдында йөҙ ҡыҙармаясаҡ.

    А. ЗИННУРОВА.
    авторы: admin | 26 ноября 2014 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өйлө кеше – көйлө кеше
  • Юл фажиғәһендә иҫерек водитель ғә ...
  • «Халыҡҡа өшөргә ирек бирмәҫбе ...
  • Хеҙмәттәре республика йөҙөндә са& ...
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru