Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Хәҙистәр
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донъя малы ҡәҙерле Башҡортостан » Милли проекттар
    «Дача амнистияһы» мәсьәләһе илебеҙҙә бер аҙ яйға һалынды. Хәҙер участкала торған бинаға документы булған ер хужалары еңел һулай ала. Тик шуныһы: һүҙ беҙ ишетеп, күҙ алдына килтереп өйрәнгән дачалар хаҡында ғына бармай. «Дача амнистияһы», башлыса, индивидуаль торлаҡ төҙөү йәки шәхси хужалыҡ категорияһына ҡараған ерҙәрҙә йорттары булғандарға ҡағыла. Шулай уҡ баҡса һәм дачаларында торлаҡ төҙөүселәр ҙә тиҙ арала ергә хужа булыуҙарын иҫбат итеүсе документтарын теүәлләргә тейеш. Түбәндә ошо хаҡта ентекле аңлатма бирәбеҙ.
    Ергә, йортҡа, участкаға хужа булыуыңды иҫбатлау маҡсатында, урындағы теркәү палатаһына барып, дәүләт теркәүе хаҡында ғариза яҙыу өсөн ҡайһы бер документтарҙың булыуы шарт:

    1. Участкала төҙөлгән бинаның тап һинең милкең икәнлеген раҫлаусы документ. Бындай документтарҙың ике төрө була: хоҡуҡты асыҡлаусы (правоустанавливающий) һәм хоҡуҡты раҫлаусы (правоудостоверяющий). Хоҡуҡты асыҡлаусы документтарҙа милектең нимә нигеҙендә һинеке булыуы сағылырға тейеш. Бының һатыу-алыу тураһында килешеү, мираҫҡа ҡалыуҙы раҫлаусы документ, алмаштырыу, бүләккә алыу хаҡында документ булыуы мөмкин.
    Хоҡуҡты раҫлаусы документтар анығыраҡ була – йортҡа хоҡуғығыҙ барлығын иҫбатлаусы танытма (ҡасан бирелеүенә ҡарамаҫтан), милеккә (торлаҡ) хоҡуғыңды дәүләт теркәүе тураһындағы танытма.
    2. Йорттоң быға тиклем булған хужаларының ергә хоҡуғы булғанлығын асыҡлаусы йәки раҫлаусы документ.
    Әгәр участканы өләсәйегеҙ йәки икенсе бер туғанығыҙға ҡасан да булһа кемдер бүләк итеүен раҫлаусы документ булһа, участканы һатыусы ошо милеккә эйә булғанлығын раҫлаусы берәй документ бирһә, бөтәһен дә урындағы теркәү палатаһына алып барырға кәрәк.
    Иғтибар итегеҙ: ерҙең элекке хужаларының милеккә хоҡуғы булыуын раҫлаусы документтарында мираҫ рәүешендә участкаға мәңгелеккә хужа булыуын; участка менән даими ҡулланырға хоҡуғы булыуын раҫлаусы мәғлүмәт тә бик мөмкин.
    Шулай уҡ ниндәй нигеҙҙә участкаға эйә булыуығыҙ күрһәтелмәгән документтар ҙа ҡабул ителә.
    Шәхси хужалыҡтарҙа мәсьәләне тағы ла еңелерәк хәл итергә мөмкин. Хужалыҡ китабынан (похозяйственная книга) яҙып алынған мәғлүмәтте лә теркәү палатаһында ҡабул итәләр. Был документты ауыл хакимиәтенән алырға кәрәк.

    КҮРШЕ ХАҠЫ – ТӘҢРЕ ХАҠЫ
    Закон буйынса, участкаңа хоҡуғыңды раҫлаған ваҡытта ерҙе бүлеү эштәре (межевание) өсөн генә күршеләреңә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, улар килеп, участканың билдәләнгән сиктәре менән риза икәнлеген раҫлап, имзаларын ҡуя. Күршеләге участкаларҙың хужалары ерҙе бүлеү эштәре башланыуы хаҡында кәмендә 7 көн алдан белергә тейеш. Әгәр улар сәбәбен дә аңлатып тормайынса майҙандың сиктәрен билдәләргә килмәй икән, мәсьәләне күршеләрһеҙ генә хәл итеп була.
    Йыш ҡына шундай проблема килеп тыуа: күршеләрең участкаларын әллә ҡасан ташлаған, һинең уларҙы ғүмереңдә лә күргәнең юҡ. Адресы билдәле кешеләргә, даими йәшәү урынына төбәп, рәсми хат ебәрергә кәрәк. Баҡсалағы күршеңдең адресын кооператив йәки башҡа баҡсасылар ойошмаһынан эҙләп ҡарарға мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, бындай урындарҙа бөтә адрестар ҙа теркәлеп бара. Шулай уҡ урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә лә була.

    ИҒТИБАР!
    Кадастр планы буйынса участкаға хоҡуғы булыуын тулы булмаған документтар буйынса раҫлаусылар бер ниндәй мәсьәлә буйынса ла күршеләренә мөрәжәғәт итергә тейеш түгел.
    Шул уҡ ваҡытта ер хужаларының ошондай уйға килеүе лә мөмкин: участкалар араһындағы сиктәрҙе күршеләре менән үҙ-ара ғына үлсәп, ҡағыҙға теркәп, ошо ҡағыҙҙы нотариусҡа алып барыу. Йәнәһе, киләсәктә күршеләр сиктәрҙе яңынан ҡарарға уйлаһа, әлеге документты сиктәрҙе иҫбатлау өсөн ҡулланырға мөмкин. Буталмағыҙ – участканың сиктәрен уны бүлгән ваҡытта ғына аныҡ итеп билдәләп була.
    Шуға ла участка хаҡында мәғлүмәттәрҙе тулыһынса туплаған кадастр планына ғына ышанып була.

    КӨТМӘГӘНДӘ «ҺИН ЕРҺЕҘҺЕҢ!» ТИҘӘР...
    Бик күптәр, яңы закондар буйынса шәхси милек итеп билдәләргә ярамаған ергә «хужа» булып йөрөүен белеп, бик аптырай. Шәхси милек була алмаған ерҙәр иҫәбенә транспорт ерҙәре – шоссе, тимер юлдар яны, айырыуса һаҡланған урындар – тәбиғәт парктары, заказниктар һ. б. инә.
    «Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында» Закон буйынса, шәхси милек итеп билдәләргә ярамаған милеккә хоҡуҡты дәүләт шәхси милек итеп теркәй алмай.
    Шулай ҙа бер нисә осраҡ булыуы мөмкин.
    1. Ергә хужа булыуығыҙҙы раҫлаусы элек бирелгән документ бар. Ул шул замандағы закондар буйынса бирелһә лә, дөрөҫ тип һанала (әйткәндәй, 90-сы йылдарҙағы ер реформалары ваҡытында йыш ҡына ошондай участкаларҙы шәхси кешеләргә таратҡандар).
    Бындай осраҡта һүҙ участканы шәхси милек итеп теркәү тураһында түгел, элекке хоҡуғығыҙҙы теркәп, документлаштырып ҡуйыу хаҡында ғына бара. Ҡағиҙә булараҡ, элекке хоҡуҡты ҡайтанан теркәүҙән баш тартырға тейеш түгелдәр.
    2. Закон буйынса шәхси милек итеп бирелә алмаған участканы ҡуртымға алыуығыҙ, срокһыҙ ҡулланырға хоҡуғығыҙ барлығы хаҡындағы документтар ҙа ярҙам итмәйәсәк. Быға тиклем участка менән ниндәй нигеҙҙә ҡулланһағыҙ, артабан да ошо уҡ хоҡуҡтарығыҙ көсөндә ҡала. Ә инде хосусилаштырырға рөхсәт юҡ.
    Участкаға хоҡуҡтарығыҙ билдәләнмәгән осраҡта, был ерҙе оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алырға тырышырға кәрәк.
    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: админ | 11 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Дәүләт теркәүе ябайлаштырылды
  • Кәрәкле мәғлүмәтте Интернет аша ла алыр ...
  • Хорау-яуап
  • Шәхси хужалыҡ
  • Танытма алдыңмы?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru